Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
29 Июль 2022, 14:50

Яратам һине, өләсәйем!

Мин – өләсәйем Люциә Вәкил ҡыҙы Хөсәйенованың бүләсәһе. Минең исемем Настя. Һеҙгә ошо иҫ киткес кеше тураһында һөйләргә теләйем, өҫтәүенә сәбәбе лә бар: 26 июлдә өләсәйемдең матур юбилейы булып үтте, уға 75 йәш тулды.

Яратам һине, өләсәйем!
Яратам һине, өләсәйем!

Люциә Вәкил ҡыҙының йәш сағы тураһында әсәйем һәм өләсәйемдең һөйләүҙәре буйынса беләм. Өләсәйем Мәләкәҫ ауылында тыуған, шунда мәктәпте лә тамамлаған. Мәктәпте тамамлағас, Ҡаҙағстанда техникумға уҡырға инә. Кейәүгә сығып ике һоҡланғыс ҡыҙға, Эльза менән Эльвираға (өләсәйемә), ғүмер бирә. 70-се йылдар уртаһында ғаиләһе менән тыуған төйәгенә Оло Ыҡтамаҡ ауылына ҡайтҡандар. Тыуған яҡтарында ул райпола эшләй башлай. Һатыусы, бүлек мөдире һәм тауар белгесе вазифаларын биләй. Был ойошмала ул 37 йыл эшләне һәм “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ булды.
Үҙ ғүмерендә өләсәйем күп нәмәгә өлгәшкән: өйҙәр һалған, хөрмәткә лайыҡ булып, тоғро дуҫтар тапҡан.
Ҡәҙерлебеҙ 2006 йылдан алып лайыҡлы ялда. Әммә әле лә ул эш һөйөүсәнлеге һәм теремеклелеге менән айырылып тора. Ул бер көн дә эшһеҙ тормай. Мин уға йыл һайын йәйге ялға киләм һәм хужалыҡта ярҙам итергә тырышам, сөнки уның ҡаҙҙары, бройлерҙары, тауыҡтары, төрлө еләк-емеш үҫкән баҡсаһы бар. Өләсәйемдең ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре күп. Һәр йәй беҙ уға йыйылабыҙ. Йәй бөткәс, өләсәйемдән алыҫҡа китәм, уны бик ныҡ һағынам.
Киләһе йылда ла уның менән осрашыу көтәсәге күңелде йылыта...
Бүләсәре Настя.

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе хөрмәтле әсәй-өләсәйебеҙ ЛЮЦИӘ ВӘКИЛ ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВАны ысын күңелдән юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, именлек, күтәренке кәйеф теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шат, изге күңелле бул. Шатлыҡлы мәлдәр һәм күңелле осрашыуҙар йышыраҡ булып торһон, матур күҙҙәрең бәхеттән генә йылмайһын, ә күңелең һоҡланыуҙан һәм мөғжизәнән йырлаһын.
Беҙ туғандарың һәм яратҡан кешеләрең араһында хәстәрлектәрен һәм ихтирамдарын тойоп йәшәүеңде теләйбеҙ, һинең эскерһеҙлегең һәм хеҙмәтең лайыҡлы баһаланһын. Һин беҙҙең иң яҡшы әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ!
Бөтә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүләләре.

Автор:Лариса Михалькова