Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
29 Июль 2022, 15:30

Күҙҙәре нурлы, шат күңелле ҡатын

Әүҙемлек, бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия, үткер юмор, талапсанлыҡ, ғәҙеллек, ярҙамсыллыҡ, ныҡышмалылыҡ Гүзәл Сираева эйә булған сифаттарҙың береһе. 28 июлдә был һоҡланғыс ҡатын үҙенең 70 йәшен билдәләне.

Күҙҙәре нурлы,  шат күңелле ҡатын
Күҙҙәре нурлы, шат күңелле ҡатын

Ул Дыуан районының Таҙтүбә ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Бөрө медицина-фармацевтика училищеһына уҡырға инә һәм уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Мәктәптә, училищела уның фотоһы почет таҡтаһында тора. Уҡып бөткәс, юллама буйынса Октябрьск ҡасабаһына фельдшер булып эшкә килә. Унда ул буласаҡ ире – тәжрибә хужалығында практика үткән Ғәбдел-йән Сираев менән таныша.
Йәштәр туй үткәрә һәм Октябрьск ҡасабаһында төпләнә. Ғәбделйән Носрат улы тәжрибә хужалығында бригадир булып эшләй, һуңғараҡ яуаплы хеҙмәткәрҙе директор итеп тәғәйенләйҙәр.
1996 йылда ғаилә Бөрө ҡалаһына йәшәргә күсә, ә 1999 йылда ир менән ҡатын тыуған яҡтарына ҡайтырға ҡарар итә. Гүзәл Төхвәтулла ҡыҙы “Әсә һәм бала” шифаханаһына баш шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаша. Ғабдулйән Носрат улы – Мәсетле районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары булып эшләй. Хәҙер икеһе лә хаҡлы ялда.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге осоронда Гүзәл Сираева “Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалына, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһенә лайыҡ була, шулай уҡ ул Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. Уның фотоһы иң алдын-ғы булараҡ, Мәсетле районының почет таҡтаһына урынлаштырылды. Күп йыллыҡ хеҙмәте һәм яҡшы эше менән ул коллегалары, ауылдаштары араһында хөрмәт яуланы.
Сираевтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән һәм лайыҡлы белем биргән. Улдары Руслан хәҙер – Бөрө ҡалаһында баш ветеринар врач. Эльза ҡыҙҙары мәктәптә эшләй, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Рәсүл Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Капиталь төҙөлөш идаралығында хеҙмәт итә.
Хәҙер Гүзәл Төхвәтулла ҡыҙы менән Ғәбделйән Носрат улы – яратҡан олатай һәм өләсәй, биш ейән-ейәнсәре бар. Һәр ял һәм байрам көндәрендә, шулай уҡ йәй көнө уларҙың өйҙәренә балалар һәм туғандары ашыға. Өйҙәре шатлыҡ-ҡыуаныстар менән, ә өҫтәлдәре һый-ниғмәттәрҙән тулы.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Гүзәл Төхвәтулла ҡыҙы ҡул ҡаушарып ултырмай – баҡса менән әүҙем шөғөлләнә: матур сәскәләр, йәшелсә-емештәр үҫтерә. Скандинавса йөрөү спорты менән мауыға.
Ул һәр саҡ һоҡланғыс ҡатын, әсәй һәм өләсәй. Хужабикәнең өйө һәр ваҡыт күркәм, йәмле, тәмле аш, бәлеш еҫе менән тулы.

* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ ГҮЗӘЛ ТӨХВӘТУЛЛА ҡыҙы СИРАЕВАны юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлап уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Киләсәк йылдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормошоң сағыу буяуҙарҙан торһон һәм дә изге теләктәрең тормошҡа ашһын. Яҡындарыңдың терәк-таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур йәшә!
Иң изге теләктәр менән ире,
балалары, ейәндәре.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан хөрмәтле ГҮЗӘЛ ТӨХВӘТУЛЛА ҡыҙы СИРАЕВАны юбилейлы тыу-ған көнө менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә яҡшы кәйеф, ныҡлы сәләмәтлек, һәр тыуар таң тик яҡшы хәбәрҙәр алып килһен һәм күңелегеҙҙе шатлыҡ менән тултырһын. Ғүмер юлығыҙ аяҙ көндәрҙән тороуын, туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ һәр ваҡыт янығыҙҙа булыуын теләйбеҙ. Иҫән-һау ғына булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп оҙаҡ йәшәргә яҙһын!
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә бөгөн бүләк итәhе.
Донъялағы матур hүҙҙәрҙең дә
Иң йылыhын килә әйтәhе.
Сәләмәтлек ташламаhын ине,
Һәр юбилей үтhен шатлыҡта,
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булhын hеҙгә тормошта!
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн
шифаханаһы профкомы һәм етәкселеге.

Автор:Лариса Михалькова