Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
29 Июль 2022, 15:40

Ижадҡа һәм эшкә оло һөйөү

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һоҡланғыс ҡатын, ижади кеше, әсәй һәм өләсәй Лилиә Мөхтәрова ошо көндәрҙә 50 йәшлек юбилейын билдәләй.Лилиә Камил ҡыҙы менән аралашҡанда, уның ихлас йылмайыуы, эскерһеҙлеге, игелеге тиҙ арала үҙенә тарта. Шуға күрә был кешенең үҙ урынында булыуына шик ҡалмай: ул уҡытыусы булып эшләй.

Ижадҡа һәм эшкә оло һөйөү
Ижадҡа һәм эшкә оло һөйөү

Уның тормошо музыка менән ныҡлы бәйләнгән. Дөйөм белем биреү мәктәбе менән бергә “Баян” класы буйынса музыка мәктәбен, һуңынан Өфө ҡалаһының 2-се педагогия училищеһының музыка бүлеген тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген башлағанда бер юлы өс урында эшләй – ”Миләш” балалар баҡсаһында музыка хеҙмәткәре, музыка мәктәбе филиалында “Баян” класы уҡытыусыһы (әйткәндәй, был филиал оҙаҡ эшләмәй), гимназияла музыка уҡытыусыһы була. Бер нисә йылдан А. Шолохов исемендәге Мәскәү асыҡ педагогия университетына уҡырға инә.
Нисек кенә булмаһын, Лилиә Мөхтәрова бына 30 йылдан ашыу балаларға Башҡорт гимназияһында музыка сәнғәте нигеҙҙәрен уҡыта. Уның хеҙмәт емештәре – ул уҡыусыларҙың “Мин гимнды беләм”, “Күңелле ноталар”, “Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы”, “Яҙғы тамсы”, “Илһам” кеүек зональ, республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге йыр конкурстарындағы уңыштары.
Ул үҙе лә оҫталығын даими камиллаштыра. 2021 йылда район конкурсында еңеүсе тип танылды, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында ҡатнашты. “Педагогик идеялар йәрминкәһе” Бөтә Рәсәй конкурсында I дәрәжә диплом менән бүләкләнде, “Минең Ватаным” халыҡ-ара конкурсында II дәрәжә дипломға эйә булды.
2020 йыл йомғаҡтары буйынса “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсының “Иң яҡшы мәғариф хеҙмәткәре” номинацияһында еңеүсе тип танылды. Уның проекты наркотиктарға ҡаршы эште иң яҡшы ойошторған өсөн республика буйынса икенсе урын алды. Уҡытыусылар командаһы менән бергә “BRAIN-PUZZLE “Кәрәҙ” республика педагогик марафонында өсөнсө урын алдылар.
Мәсетлеләрҙең күбеһе уны матур тауыш эйәһе булараҡ белә. Лилиә Камил ҡыҙы башҡарыуындағы йырҙар район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә яңғырай, күңелгә үтеп инә һәм уйланырға мәжбүр итә...
2007 йылда ул тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2014 йылдан Башҡорт гимназияһының социаль педагогы. Был вазифа уға бик тә тап килә – уға игелек, аңлау һәм борсолоу кеүек сифаттар хас. Был тойғоларҙың ысын булыуын балалар хатаһыҙ билдәләй, шуға ла Лилиә Камил ҡыҙына ынтылалар, унда кәңәшсе һәм дуҫ табалар. Ул балаларҙы “яҡшы” һәм “насар”ға бүлмәй.
– Йылдан-йыл күңелемдә, донъяла изгелек етешмәй, тигән фекер нығый бара, – тип уртаҡлаша ул. – Беҙ улар менән ни тиклем күберәк бүлешһәк, шул тиклем йышыраҡ изгелек аласаҡбыҙ!
Лилиә Камил ҡыҙы мәғариф бүлеге, мәшғүллек үҙәге, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, хәйриәлек менән шөғөлләнгән район хакимиәте ҡарамағындағы ғаилә бүлеге менән берлектә һәр балаға ярҙам итергә әҙер.
Төп һөнәрҙәрҙән тыш, Лилиә Камил ҡыҙы Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, район хакимиәте ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы булып тора. Бөтә был вазифалар үҙ-ара бәйләнгән һәм уға эштә ярҙам итеп, бер-береһен тулыландыра.
“Үҙеңә оҡшаған эш һайла, һәм һиңә ғүмереңдә бер көн дә эшләргә тура килмәҫ”. Был Лилиә Мөхтәрованың эшмәкәрлеген тулыһынса билдәләгән боронғо аҡыл эйәһе һәм Ҡытай философы Конфуций һүҙҙәре. Яратҡан эше уға ҡәнәғәтлек һәм шатлыҡ килтерә.
Яратҡан ире һәм балалары уның бәхетен тулыландыра ғына. Тормош иптәше Илгиз Рәхимйән улы – ҡатынының терәге. Һәр береһенең үҙ шөғөлө бар, әммә улар бер-береһенә тап килә. Ир менән ҡатын баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә ярата, бик күп һарымһаҡ үҫтерә, алма баҡсаһы бар, уларҙың емештәрен Лилиә Камил ҡыҙы тәрбиәләнеүселәренә тарата. Уның ҡыуанысы – өс ҡыҙы һәм ейәнсәре.

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан яратҡан ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ ЛИЛИӘ КАМИЛ ҡыҙы МӨХТӘРОВАны ысын күңелдән 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ, артабан да шулай мөләйем, йомарт, изге күңелле булып ҡал.
Шаулап-гөрләп торған йәй айында
Донъяларға ауаз һалғанһың.
Ҡояш нурын, сәскәләрҙең йәмен
Йөҙҙәреңә күсереп алғанһың.
Йөҙҙәрең гел шулай балҡып торһон,
Яҡындарың булһын терәгең.
Һаулыҡ, шатлыҡ, бәхеттәрҙә генә
Типһен һәр саҡ һинең йөрәгең!
Ҡотлау менән ире, балалары,
туғандары, яҡындары.

Автор:Лариса Михалькова