Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
11 Июль 2022, 09:10

Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ

Йәйҙең иң ҡояшлы, еләкле мәлендә беҙҙең ҙур ғаилә Дыуан-Мәсетле ауылында урынлашҡан тыуған йортобоҙға Ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кешебеҙҙе – әсәй-өләсәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙ Сара Мөхәмәт ҡыҙы Әхмәтшинаны – тыу- ған көнө менән ҡотларға йыйыла. Ошо көндәрҙә уға 80 йәш тула. Был мәҡәлә тормошонда тотош бер быуын – һуғыш йылы балалары яҙмышы сағылған ғәзиз яҡыныбыҙ тураһында.

Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ

Әсәйебеҙ 1942 йылдың 11 июлендә Учалы районының рудниктарға бай Рысай ауылында тыуған. Ул атаһын да, һуғыш осорон да хәтерләмәй, сөнки сабый ғына булып ҡала ул осорҙа. Олатайыбыҙ Йоносов Мөхәмәтйән Йонос улы Ҡыҙыл Армия сафына 1942 йылда алына һәм төпсөк ҡыҙы тыуғандан һуң ике көндән һәләк була, Тула өлкәһенең Калинка ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнә.
Өләсәйебеҙ Йоносова (Ғәббәсова) Фәғилә Ниғмәтйән ҡыҙы өс йәшлек Мәрйәм һәм яңы тыуған сабыйы Сара менән тороп ҡала. Яңғыҙ әсәнең ярҙам өмөт итер кешеһе булмай: ата-әсәһе 1932 йылдың майында кулаклыҡта ғәйепләнеп, ҡарт олатайыбыҙ Ғәббәсов Ниғмәтйән халыҡ дошманы тип Себергә оҙатыла.
Тыныс тормошта Фәғилә әңкәйебеҙ өс улы һәм ике йәшлек ҡыҙы менән тороп ҡалған һуғыштан ҡайтҡан тол ир Ибәтуллин Ғөбәй Ғәҙи улы менән яҙмышын бәйләй. Яңы барлыҡҡа килгән ғаилә Учалы районы Юлдаш ауылы эргәһендә төпләнә. Үгәй атаһының йылғала һыу тирмәне була, эргә-тирәләге ауылдар халҡы уға бойҙай, арыш, һоло, муйыл тарттырырға килә. Әсәйебеҙ, крәҫтиән ғаиләләрендә үҫкән барлыҡ балалар кеүек, иртә йәштән күп эшләй. Ҡыҙҙарға һәм малайҙарға иртәнге сәғәт биштә торорға тура килә, сөнки 2-3 саҡрым алыҫлыҡтағы көтөүлеккә малдарҙы ҡыуып ҡуйырға, баҡса менән шөғөлләнергә, иркәләрен ҡарарға (Ғөбәй ҡарттай менән Фәғилә әңкәйҙең тағы ла ике улдары тыуа) кәрәк. Әсәйебеҙ бала саҡтан сынығып, ныҡышмал һәм көслө характерлы булып үҫә. Нәҡ ошо сифаттар уға ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.
Мәрйәм апаһы мәктәпкә төшкәс, әсәйебеҙҙең дә уҡыу теләге барлыҡҡа килә. Ул дүрт йәшенән һәр сентябрь мәктәпкә килеп, үҙен беренсе класҡа алыуҙарын һорай. Ныҡышмалы һәм зирәк ҡыҙҙа уҡытыусы булыу теләге уяна. Бәләкәй булыу сәбәпле беренсе класҡа алынмаған ҡыҙ, үҙенә генә хас ныҡышмалылыҡ менән мәктәпкә йөрөүен дауам итә. 1948 йылда Рысай мәктәбе уҡытыусыһы Мәмдуха апа ҡыҙҙың үтенесенән баш тарта алмай һәм уны беренсе класҡа ҡабул итә. Үгәй атай йортона күскәс, әсәйебеҙ Юлдаш мәктәбенә күсә һәм икенсе кластан алып мәктәпте тамамлағансы унда белем ала. Мәктәп өйҙән өс саҡрымдан алыҫ урынлашҡан була, әммә уҡырға теләге көслө булған әсәйебеҙ быға ғына ҡарап тормай. Мәктәпкә юл урман аша ята. Балалар, бер нисә кеше йыйылып, бергәләп баралар, сөнки бүреләргә тап булыуҙан ҡур-ҡалар. Бына шундай бала саҡ төшә әсәйебеҙ өлөшөнә: бер яҡтан – ул осор өсөн ғәҙәти, хәҙерге күҙлектән ҡараһаң – ауыр һәм ҡатмарлы.
Әсәйемдең нәфис әҙәбиәткә һөйөүе башланғыс кластарҙан уҡ көслө була, шуға ла, күңеленә яҡын шөғөлөнә күберәк ваҡыт бүлер өсөн, башҡалар күҙенә салынмай өй сарҙағында йәки ауыл ситенә сығып, китап уҡый.
Мәктәпте тамамлар алдынан ул гәзиттә колбаса цехы операторы һөнәре алырға теләүселәрҙе уҡырға саҡырған иғлан күреп ҡала. Әммә апаһы Фәғиләне һәм һеңлеләрен күрергә килгән Мәүлитйәндең был сәфәре уның яҙмышын ҡырҡа үҙгәртә. Ул йәш ҡыҙҙы Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инергә күндерә һәм 1961 йылда ул 1960 – 1970 йылдарҙа гөрләп торған филология факультеты студенты булып китә: бында билдәле профессорҙар лекция уҡый, буласаҡ әҙиптәр белем ала. Әсәйебеҙ менән бер төркөмдә, мәҫәлән, шағир һәм ғалим Рәшит Шәкүр уҡый.
Студент йылдары ваҡиғаларға бай һәм мауыҡтырғыс була. Студент йылдарында Башҡортостан буйлап фольклор йыйып йөрөйҙәр, пионер лагерында вожатый булып эшләй, БДУ ҡарамағындағы бейеү һәм акробатика түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Башҡорт ауыл хужалығы институтында агрономға уҡып йөрөгән буласаҡ тормош юлдашы Алкин Нурый улы Әхмәтшинды ла студент йылдарында осрата. Улар 1963 йылдың ҡышында таныша. Атайыбыҙ дуҫтары менән университеттың дөйөм ятағы эргәһенән үтеп барғанда, эргәлә бер төркөм ҡыҙҙарҙың территорияны ҡарҙан таҙартып йөрөүенә иғтибар итә. Егет, оҙаҡ уйлап тормай, үҙенә иғтибар йәлеп итер өсөн, ҡыҙҙарҙың иң сибәренә ҡар йомарлап ташлай. Артабан ике уҡыу йорто студенттары араһында дуҫтарса осрашыуҙа улар йәнә күрешә. Хәҙер инде Алкин Сараны вальсҡа саҡыра һәм, ҡыҙ кисә тамамланғансы ҡайтып китмәһен өсөн, уның гардероб номерын үҙе менән ала һәм ҡыҙҙы оҙатып бара. Уларҙың дуҫлығы оло һөйөүгә әйләнә. Уҡыуҙарын тамамлауға, 1965 йылдың июнендә, улар ЗАГС-ҡа инеп, Өфөлә туй яһайҙар.
Дипломды уңышлы яҡлағандан һуң ғаилә башлығына Мәскәүгә аспирантураға барырға тәҡдим итәләр, әммә ул баш тарта, һәм үҙ еренең ысын патриоты булараҡ, йәш кәләше менән Мәсетле районына ҡайта. Йәштәр Дыуан-Мәсетле ауылында төпләнә. Атайыбыҙ агроном булып эшләй башлай, әсәйебеҙ мәктәпкә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып урынлаша. Йәштәр иркен итеп өй һалып инә. Яңы өйгә йәм өҫтәп, бер-бер артлы беҙ донъяға килгәнбеҙ. Ҡыҙғанысҡа күрә, рубин туйҙарына бер йыл ҡалғас, 2004 йылда атайыбыҙ арабыҙҙан китеп барҙы. Тормош юлдашын юғалтҡан әсәйебеҙ ҙур хужалыҡты алып барыуҙы яңғыҙы дауам итә: һәр яҙ баҡса ултырта, тауыҡ аҫрай, беҙҙе тәмле өй ризыҡтары һәм үҙе бешергән күстәнәстәр менән һыйлай. Күптән түгел компьютер менән эш итеү буйынса курс тамамланы һәм хәҙер беҙҙең менән интернет аша аралаша ала. Әммә уның өсөн иң ҙур ҡыуаныс – балаларының, ейәндәренең һәм бүләләренең килеүе. Әсәйем беҙҙе яңы ғына бешкән ҡоймағы, күмәстәре, тәмле ауыл ҡаймағы, әле генә һауылған кәзә һөтө, хуш еҫле бәлештәре һәм Фәғилә әңкәйебеҙҙән өйрәнеп ҡалған боронғо башҡорт-татар милли ризығы кукмә менән һыйлай.
Намыҫлы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн әсәйебеҙ күп тапҡырҙар грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән наградлана, ә 1992 йылда “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ була. Ә шулай ҙа уның өсөн иң ҙур награда – “Герой әсә” исеме: ҡәҙерлебеҙ һөйөклө атайыбыҙ менән бергә биш бала тәрбиәләп үҫтергән.
Бөгөн ул – бай өләсәй: 10 ейәне һәм ике бүләһе бар уның. Һәр әсәй кеүек ул да балаларының өлкән быуындан яҡшыраҡ йәшәүен теләй. Шуға ла беҙгә уҡырға, һөнәр алып, аяҡҡа баҫырға тигән маҡсат ҡуйҙы. Хәҙер ул беҙҙең менән хаҡлы ғорурлана ала: барыбыҙ ҙа был тормошта үҙ урыныбыҙҙы таптыҡ.
Күптәр әсәйебеҙҙе әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та белә: 50 йәшендә ул уҡытыусылар араһында район саңғы ярышында 1-се урын яуланы, оҙаҡ йылдар “Зөбәржәт” фольклор ансамблендә сығыш яһап йөрөнө. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булды, йыл һайын Яңы йыл маскарадтарында үҙе теккән костюмдарҙа ҡатнашты. Әсәйебеҙ заман менән бергә атлап, матур ғәҙәттәргә эйәреүсе лә: ул ауылда ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренселәрҙән булып ғәҙәти күлдәк һәм юбкаларҙы салбар һәм джинсыға алмаштырҙы, беренсе булып велосипедта йөрөй, скандинав йөрөшө менән шөғөлләнә башланы. Бөгөн дә ул ауыл китапханаһына әүҙем йөрөй, скандинав йөрөшөн дә ташламаны, улай ғына ла түгел, тиҫтәләгән ауылдашын үҙ артынан эйәртте. Әсәйебеҙ ваҡытҡа бирешмәй, бөгөн дә күркәм булып ҡала, киләсәккә ышаныс менән ҡарай.
Бына шундай күркәм сифатлы, маҡтауға лайыҡ кеше беҙҙең әсәйебеҙ. Ул төймә кеүек бар нәмәне – ғаиләне, туғандар бәйләнешен, тыуған йортто, ата-бабалар тураһында хәтерҙе – бергә төйнәп тора.
Беҙ әсәйебеҙҙе юбилейы менән ҡотлап, уға сикһеҙ хөрмәтебеҙҙе һәм һоҡланыуыбыҙҙы белдерәбеҙ. Һин бөгөн дә йәш саҡтағы кеүек һылыуһың, күҙҙәреңдә йәшлек осҡоно яна. Беҙ һинең йәшәү көсөңә, ихтыярыңа һәм тормошҡа һөйөүеңә һоҡланабыҙ. Ныҡлы сәләмәтлек һиңә, әсәкәйебеҙ!
Балалары.

Автор:Лариса Михалькова