Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
8 Июль 2022, 10:35

Изге һөнәр эйәһе

Уҡытыусы һөнәре – иң хөрмәтлеләрҙең береһе. Ул үҙенә бағышлаған кешенән тырышлыҡ, даими ижад, күңел йомартлығы, балаларға һөйөү, үҙ эшен яҡшы белеүҙе талап итә. Бындай сифаттарҙың барыһы ла Оло Ыҡтамаҡ ауылы лицейынан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нина Ярушинаға хас. Бөгөн, 8 июлдә, ул юбилейын билдәләй. Шуға күрә был иҫ киткес кеше тураһында һөйләргә сәбәп тә бар.

Изге һөнәр эйәһе
Изге һөнәр эйәһе

Нина Николаевнаның бөтә хеҙмәт биографияһы мәктәп менән бәйле. Сөнки уның педагогик стажы – 48 йыл. Ул – аҡыллы һәм мауығыусан педагог, үҙенең предметын бик яҡшы белә, уҡыусыларын үҙ белеме менән мауыҡтыра, уларҙы рус теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүгә ылыҡтыра, теманы үҙләштереү сифатын даими контролдә тота. Уның дәрестәрендә психологик климат булдырыла, уҡыусылар үҙҙәрен уңайлы тоя, эшкә әүҙем ҡушыла.
Уҡыусылар араһында фәнгә ғашиҡ булмағандар юҡ. Лицейҙың 8-се класс уҡыусылары үҙҙәренең уҡытыусыһы хаҡында былай ти: “Беҙ бәхетле – беҙҙең менән Нина Николаевна эшләй. Уның дәрестәрендә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле нәмәләр беләбеҙ. Уның беҙҙе яратыуын, хөрмәт итеүен, ауыр хәлдә һәр саҡ ярҙамға килә алыуын беләбеҙ, беҙҙе һәләтле, булдыҡлы балалар тип иҫәпләй”.
Нина Николаевнаның уҡыусылары йыл һайын төрлө кимәлдәге олимпиада, конкурс, тикшеренеү эштәрендә еңеүсе һәм призер була. Был уҡыу йылында 8 “б” класс уҡыусыһы Арыҫлан Сибәғәтов “Без срока давности” Бөтә Рәсәй иншалар конкурсы лауреаты булды, 2021 йылда 7 “в” класс уҡыусыһы Полина Хәлипова ошо уҡ конкурста еңеү яуланы һәм Мәскәүгә бүләкләү тантанаһына саҡырылды.
2019 йылда Нина Николаевна “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының “Һөнәргә тоғролоҡ өсөн” номинацияһында еңеүсе булды.
Иң мөһиме, уҡытыусы булараҡ ул уҡыусыларҙа үҙ фәненә ҡыҙыҡһыныу уята белә. Ул үҙе рус телен ярата, һәм ул беҙҙең хәҙерге тормошта һәр саҡ ихтыяжлы буласаҡ, тип иҫәпләй.
Үҙенең ижади хеҙмәте өсөн ул район мәғариф бүлеге маҡтау грамоталары, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты, “Рәсәй Федерацияһының Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” билдәһе менән бүләкләнгән.
Нина Николаевна хеҙмәттәштәре, уҡыусыларҙың ата-әсәләре араһында хөрмәт яуланы, сөнки уның бөтә һөнәри юлы – ул балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләүҙең изге эшенә хеҙмәт итеү өлгөһө.
Хөрмәтле Нина Николаевна, Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Эшегеҙҙә ижади уңыштар, күтәренке кәйеф, һаулыҡ теләйбеҙ, тормошоғоҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар, аһәңлелек, күңел йылыһы, бәхет менән тулы булһын. Һәм, әлбиттә, оҙағыраҡ сафта, класс таҡтаһы янында, уҡытыусы өҫтәле артында, уҡытыусыһын яратҡан, хөрмәт иткән балалар менән бергә ҡалығыҙ.
Лицейҙың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары кафедраһы.

Автор:Лариса Михалькова