Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
24 Июнь 2022, 11:25

Изгелек, сабырлыҡ һәм хеҙмәт һөйөүсәнлек өлгөһө

22 июндә беҙҙең ҡәҙерлебеҙ Миҙхәт Миндиәхмәт улы Зияитдинов юбилейын билдәләне.

Изгелек, сабырлыҡ һәм хеҙмәт һөйөүсәнлек өлгөһө
Изгелек, сабырлыҡ һәм хеҙмәт һөйөүсәнлек өлгөһө

Миҙхәт Зияитдинов Тайыш ауылында донъяға килгән. Алтынсы класҡа тиклем шунда уҡ урындағы мәктәптә белем алған. Ғаиләһе менән Яңы Мишәр ауылына күскәс, урта мәктәпте унда тамамлай һәм тик яҡшы билдәләр менән генә аттестат ала. Хеҙмәт юлын Фрунзе исемендәге колхозда комбайнсы ярҙамсыһы булып башлай һәм артабан уҡырға теләп, Шафран училищеһына уҡырға керә. Ватан алдында бурысын үтәп ҡайтҡас, эшмәкәрлеген тыуған ауылында дауам итә.
Белемгә ынтылған яҡыныбыҙ Бауман исемендәге Ҡазан дәүләт ветеринария институтында юғары белем алырға ҡарар итә. 1989 йылда уны уңышлы тамамлағандан һуң, тәғәйенләү буйынса Балаҡатай районы “Искра” колхозына баш ветеринария табибы итеп эшкә ебәрелә. Бында ул үҙенең буласаҡ тормош юлдашын осрата.
1990 йылда ҡатыны менән ғаилә башлығының тыуған яҡтарына ҡайтырға ҡарар итәләр. Ленин исемендәге колхозда хеҙмәт юлын башлайҙар. Миҙхәт Миндиәхмәт улы унда баш ветеринария табибы булып эшләй.
1995 йылда Мәсетле районы эске эштәр бүлегенә ваҡытлыса тотоу изоляторына начальник итеп эшкә ебәрелә. Унан һуң төрлө вазифаларға тәҡдим ителә: участка уполномоченныйы, милицияның участка уполномоченный-ҙары начальнигы, эҙләү бүлеге инспекторы. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл-патруль хеҙмәте полкында хеҙмәт итә.
2010 йылда Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлегенең кадр-ҙар менән эш буйынса начальник урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Маҡтаулы хеҙмәте өсөн БР Эске эштәр министрлығының Почет грамотаһы, енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә билдә, яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн I, II һәм III дәрәжә миҙалдар, рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
2011 йылда милиция подполковнигы дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡты.
Бөгөн ул – Эске эштәр министрлығы ветераны. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Миҙхәт Миндиәхмәт улы ҡул ҡаушырып ултырмай – эске эштәр бүлеге ветерандары советын етәкләй.
Ҡатыны менән ҡорған ныҡлы ғаиләләре – татыулыҡ, бер-береһен аңлау һәм сабырлыҡ өлгөһө. Биш баланы – өс улдарын һәм тәрбиәгә алынған ике ҡыҙҙарын яратыу һәм хәстәрлек менән генә сорнап үҫтергәндәр. Хәҙер улар – бер ейәнгә һәм ике ейәнсәргә яратҡан олатай һәм өләсәй. Һәр ял һәм байрам, шулай уҡ йәй көндәрендә улар янына туғандары һәм балалары ашҡынып ҡайта. Зияитдиновтар һәр береһен шатланып ҡаршы ала: өҫтәл әҙерләйҙәр, күңел наҙын өләшеп, балаларына һәм ейәндәренә бәхетле миҙгелдәр бүләк итәләр.
Хәҙерге ваҡытта Миҙхәт Миндиәхмәт улы яратҡан эше – умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ул – уңған, тынғыһыҙ һәм хәстәрлекле кеше. Бәләкәйҙән балаларына ла ошо һыҙҙаттарҙы һеңдергән. Шуға ла һәр береһе был тормошта үҙ юлын тапты. Оло һәм уртансы улдары ғаиләләре менән Екатеринбург ҡалаһында йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр, кесе улы алтынсы класта уҡый, оло ҡыҙы ла кейәүгә сығып, Өфө ҡалаһында йәшәй. Кесеһе Һамар ҡалаһында төпләнде, унда банкта юрист булып эшләй.
Миҙхәт Миндиәхмәт улының туғандары һәм дуҫтары араһында абруйы ҙур, ул һәр кемгә һүҙ һәм эш менән ярҙам итергә тырыша. Шулай уҡ балалары өсөн үрнәк, ярҙамсы һәм таяныс булып тора. Уның йылы һүҙҙәре көс бирә, күңелдәрҙе йылыта һәм тынысландыра.

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, атай-олатайыбыҙ МИҘХӘТ МИНДИӘХМӘТ улы ЗИЯИТДИНОВты ысын күңелдән 60 йәшлек матур байрамы менән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һин һәр ваҡыт беҙҙең өсөн игелек, сабырлыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм ғәҙеллек үрнәге булып ҡалаһың. Беҙ барыбыҙ ҙа һинең менән ғорурланабыҙ, һин бит Ер йөҙөндәге иң яҡшы тормош иптәше, атай һәм олатай. Һәр беребеҙ өсөн һәр саҡ ваҡыт табаһың һәм бер ҡасан да ярҙамдан баш тартмайһың. Аңлауың һәм ярҙамың өсөн ҙур рәхмәт һиңә! Һәр атҡан таң бары тик яңы шатлыҡтар ғына алып килһен. Ныҡлы сәләмәтлек, көс-ҡеүәт, яҡшы кәйеф, артабан да һөйөклө ҡатының менән оҙон һәм бәхетле тормош теләйбеҙ. Һәр ваҡыт яратҡан балаларың һәм туғандарың, тоғро дуҫтарың эргәңдә булһын.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән ҡатыны Фәнүзә, улы Азамат,
килене Эльвина, улы Рөстәм, килене Гүзәл,
ейәне Искәндәр, ҡыҙы Диана, кейәүе Ровшан,
ейәнсәрҙәре Ариана, Ленара, ҡыҙы Регина һәм улы Азат.

Автор:Лариса Михалькова