Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
24 Июнь 2022, 14:40

Ҡәҙерле кешебеҙ тураһында

Ә уға бөгөн – 75! Ышанырлыҡ та түгел, сөнки ул әле лә дәртле, шаян, әүҙем. Моғайын да уны тормош шулай итеп сыныҡтырғандыр, тормошҡа, яҡындарына һөйөү көс бирәлер. Бөгөн барлыҡ йылы хистәр, матур һүҙҙәр беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ – атай-олатайыбыҙ Нәҡип Мөхәмәт улы Вәлиевҡа бағышлана.

Ҡәҙерле кешебеҙ тураһында
Ҡәҙерле кешебеҙ тураһында

Үҙенең бар ғүмерен, шул иҫәптән армиялағы өс йылын ул руль артында үткәрҙе – юлдар гиҙҙе. 42 йыл яуаплы участкаларҙа намыҫлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанды. Хаҡлы ялға ул Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенән сыҡты. Коллегалары ҡәҙерлебеҙҙе онотмай, йыш аралашып торалар.
Һөйөклө әсәйебеҙ Мәрйәм Фәррәх ҡыҙы менән беҙҙе, өс ҡыҙҙарын, тәрбиәләп үҫтерҙеләр, юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Өлкән ҡыҙҙары Гөлнара – уҡытыусы, Юлиә менән Лена – юристар. Бөгөн ҡәҙерлеләребеҙ ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен үҫтерергә ярҙамлаша. Рәхмәт уларға барыһы өсөн дә!

Хөрмәтле тормош иптәшем, атай-олатайыбыҙ НӘҠИП МӨХӘМӘТ улы ВӘЛИЕВты ысын күңелдән юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һиңә сикһеҙ бәхет, йылмайыуҙар, яҡшы хәтирәләр, ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр көн һиңә бик күп шатлыҡлы хис-тойғолар, күңелле мәлдәр һәм бәхет алып килһен. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!
Сабыр холоҡ, тынғы белмәҫ йөрәк,
Уңған ҡулдар – атай ҡулдары.
Атайыма Хоҙай ғүмер бирһен,
Тигеҙ булһын тормош юлдары.
Кәңәштәрең һәр саҡ төплө һинең,
Ярҙамыңды тойоп йәшәйем.
Һинең менән һәр көн ысын йөрәктән
Ғорурланам, атай, йәшермәйем.
Сәләмәт бул, ҡайғы-хәсрәт күрмә,
Ғүмер көҙөн тыныс ҡаршыла.
Рәхмәтемде әйтеп, ғәзиз кешем,
Башым эйәм һинең ҡаршыңда!
Ҡатыны, балалары, ейәндәре.

Автор:Лариса Михалькова