Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
4 Июнь 2022, 09:00

Һәр ваҡыт хөрмәткә лайыҡ

4 июндә Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Гөлнара Саҙиҡова юбилейын ҡаршылай.Хөрмәтле юбиляр Марий Эл Республикаһының Портянур ауылында тыуып үҫкән. Юғары уҡыу йортонда сит телдәр уҡытыусыһы һөнәренә эйә булып, 1996 йылда яҙмышын Мәсетле районы менән бәйләй һәм шул ваҡыттан бирле Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәй.

Һәр ваҡыт хөрмәткә лайыҡ
Һәр ваҡыт хөрмәткә лайыҡ

Гөлнара Әҙһәм ҡыҙы – изге күңелле, ихлас, итәғәтле кеше, шуға ла уның менән аралашыуы еңел һәм күңелле, кешеләр уға тартыла. Оло кеше булһынмы ул, баламы – барлыҡ тирә-йүндәгеләргә лә ихтирамлы ҡарай. Һәр ваҡыт иғтибар менән тыңлай, һөйләй, эше, кәңәше менән ярҙам итә.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә һәр ваҡыт хеҙмәттәштәре араһында хөрмәткә һәм абруйға лайыҡ. Намыҫлы хеҙмәте өсөн күп тапҡырҙар рәхмәт хаттары, почет грамоталары менән бүләкләнде.
Уның өйөндә һәр ваҡыт – тәртип, таҙалыҡ, уңайлылыҡ һәм ҡунаҡсыл атмосфера. Ә ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы, һис шикһеҙ, мул табын һәм тәмле ҡамыр аштары көтә.
Бынан тыш, ул – улдары Руслан менән Рөстәмдең яратҡан әсәһе, килене Альбинаға яҡшы ҡәйнә, кескәй Эмилия өсөн наҙлы өләсәй ҙә.
Гөлнара Әҙһәм ҡыҙы! Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ҡотлап, уңыш ҡошоноң тәҙрәгеҙгә йышыраҡ ҡағыуын һәм хатта иң фантастик хыялдар ҙа ысынға ашыуын теләйем. Бәлә-ҡазалар ситләтеп үтһен, йәнәшегеҙҙә һәр ваҡыт Һеҙҙе яратҡан тоғро кешеләр булһын. Шундай уҡ уңышлы һәм ышаныслы булып ҡалығыҙ! Тыуған көнөгөҙ менән!
Эльвира.

Мәсетле мәғариф бүлегенең беренсел профсоюз ойошмаһы район методик кабинеты мөдире ГӨЛНАРА ӘҘҺӘМ ҡыҙы САҘИҠОВАны күркәм юбилейы менән ҡотлай. Һеҙгә барлыҡ яҡты хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын, маҡсаттарығыҙға ирешеүегеҙҙе, күңел күтәренкелеге, ижади ҡаҙаныштар, бәхет, мөхәббәт, именлек теләйбеҙ! Яҡындарығыҙҙың һәм туғандарығыҙҙың ихтирамын тойоп йәшәгеҙ!

Автор:Лариса Михалькова