Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
3 Июнь 2022, 15:00

Ауыр һынауҙар тура килә уның өлөшөнә

Бөгөн Яңы Яуыш ауылында йәшәүсе Сания Даньяловаға 90 йәш тула. Оҙаҡ йылдар дауамында уға күп һынауҙар – аслыҡ, балалар үлеме, колхоз ҡырҙарында ауыр хеҙмәт һәм башҡа бик күп ауырлыҡтар күрергә тура килә.

Ауыр һынауҙар тура килә уның өлөшөнә
Ауыр һынауҙар тура килә уның өлөшөнә

Сания Даньял ҡыҙы Исмәғил ауылында тыуа (Яңы Яуыш янындағы ул ауыл бөгөн юҡ инде), күп балалы ғаиләлә үҫә.
Атаһы Даньял Усманов ветеринария табибы булып эшләй, әсәһе Ғәлиә Әбҡадир ҡыҙы ла колхозда хеҙмәт итә. Шуға күрә ҡыҙҙарына өс ай булғас, ул баҫыуға эшкә сыға, ә кескәй Санияны өлкән йәштәге ҡатын күҙәтеүенә ҡалдыра. Бала ҡараусы һуҡыр була: ҡыҙ баланың бишектән ҡолап төшкәнен аңғармай ҡала. Баланың аяҡтары зыян күрә һәм өс йәшенә тиклем йөрөй алмай.
Сания Даньял ҡыҙы ҙур аслыҡ осоронда тыуа. Шуға күрә ул кескәй сағынан уҡ, ауылда йәшәгән барлыҡ халыҡ һымаҡ, ошо йылдарҙың бөтә ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә татый.
Һуңыраҡ ул кесе балаларҙы ҡарай, уларға күҙ-ҡолаҡ була.
Туғыҙ йәшенән колхозда, урып-йыйыу һәм сәсеү эштәре ваҡытында баҫыуҙа эшләй башлай. Уҡыу мөмкинлеге булмай – эшләргә кәрәк. Әммә үҙ аллы һанарға, уҡырға һәм яҙырға өйрәнә.
1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Барлыҡ ир-егеттәр фронтҡа китә. Нәфис ҡыҙҙарға һәм йәш үҫмерҙәргә ир-ат эшен башҡарырға, ауыр йөктәр ташырға, урман киҫергә, баҫыуҙа эшләргә тура килә.
1953 йылдың 5 мартында Бурансы ауылы егете менән туй яһайҙар. Никахта ҡыҙҙары тыуа (әлеге ваҡытта мәрхүмә инде). Беренсе ире менән оҙаҡ ғүмер итмәйҙәр, ул Яңы Яуыш ауылына ҡайта, колхозда эшен дауам итә. Һыйыр һауыусы, быҙау ҡараусы була, баҫыуҙа эшләй, бынан тыш ауыл Советы депутаты итеп һайлана.
1959 йылда Тайыш ауылы егете Ғиниәтулла Ҡотлоевҡа кейәүгә сыға. Йәштәр йорт һалып инә, улдары һәм ҡыҙҙары тыуа. Әммә ғаиләгә ҙур ҡайғы килә: ата-әсәләре өйҙә булмаған арала, янғын сығып, балалар һәләк була. Бәхетһеҙлекте ауыр кисерһә лә ныҡ тора ала ул.
Ғаилә яңынан өй һалып сыға. Яңы өйгә бәхет һәм шатлыҡ өҫтәп ҡыҙҙары Зәлиә тыуа. Әммә яҙмыш Сания Даньял ҡыҙын һаман да ныҡлылыҡҡа һынауын дауам итә. Зәлиә ҡыҙына ике йәш сағында ире вафат була һәм ул ҡыҙы менән Балаҡатай районына күсеп китә. Бында уға йәнә әсә булыу бәхете насип була – тормош иптәше менән ике балаға ғүмер бүләк итәләр.
Тыуған ауылына юбиляр 72 йәшендә әйләнеп ҡайта. Ул ташландыҡ йорт һатып ала, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йорт ихатаһын тәртипкә килтерә. Намыҫлы, күп йыллыҡ хеҙмәттәре һәм сиҙәм күтәреүҙәге ярҙамы өсөн күп кенә наградалар менән бүләкләнә. Ул шулай уҡ тирә-яҡта сигеү оҫталығы менән дан тота, үҙе кейемдәр тегеп кейә. Уның биҙәкләп сигелгән таҫтамалдары, мендәр тыштары һәм ашъяулыҡтары күргәҙмәләрҙә ҡуйыла.
Хәҙер ул – бәхетле өләсәй: алты ейәне һәм ете бүләһе бар. Оҙаҡ йылдар фелдьшер булып эшләгән, әлеге ваҡытта хаҡлы ялдағы ҡыҙы Зәлиә Ғиниәтулла ҡыҙы янында бәхетле ҡартлыҡ кисереп йәшәй.
– Ҡыҙым миңә йәшәү өсөн көс һәм энергия бирә, – ти олпат йәшкә еткән инәй. – Уның ярҙамы алыштырғыһыҙ.
Сания инәй илдә һәм донъяла барған ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына, яҡындарын ҡул эштәре менән һөйөндөрөүен дауам итә.
Эйе, күп һынауҙар һәм ҡайғы ошо сабыр ҡатын өлөшөнә тура килә, әммә ул тормоштоң әсе һынауҙарына баш эймәй, бирешмәй! 90 йәшлек юбилейын ҡаршылаған ағинәй тирәяҡтың яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә шат. “Беҙ ас тормайбыҙ, йылы өйҙәрҙә йәшәйбеҙ, ә балаларҙың бала сағы – бәхетле”, – ти ул.
Нәркәс Хәлиуллина.

Һөйөклөбөҙ беҙҙең, һине юбилейың менән ҡотлайбыҙ. Ошо 90 йыл буйына һин яҡындарыңа күңел йылыңды өләшеп, наҙҙарыңды бүләк иттең. Беҙ һиңә үҙеңде бәхетле ҡатын итеп тойоуыңды, ҡаҙаныштарың, балаларың һәм ейәндәрең менән ғорурланыуыңды теләйбеҙ. Иң мөһиме – сирләмә, алдағы йылдарың шатлыҡ-ҡыуаныстар, изге һүҙҙәр һәм шатлыҡлы осрашыуҙар менән тулы булһын.
Тыуған көнө бөгөн әсәйемдең,
Туҡһан йыл йәшәй ул донъяла.
Матур үҙе, йыйырсыҡлы йөҙө,
Сәстәре сал, ап-аҡ булһа ла!
Ҡыҙы Зәлиә Әхмәтйәнова,
ейәнсәрҙәре Юлиә, Розалина,
кейәүҙәре Ринат, Рәмил, ҡоҙаһы Йәүҙәт Шәрифйәнов, бүләләре
һәм бөтә туғандары.

Автор:Лариса Михалькова