Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
30 Май 2022, 15:45

Беҙ Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, Лина Әхмәҙулла ҡыҙы!

Уҡытыусы һөнәре һәр ваҡыт маҡтаулы, шул уҡ ваҡытта иң ауыр эштәрҙең береһе булып ҡала. Сөнки уның ҡулында – киләсәк яҙмышы. Уҡытыусы һөнәре – ваҡыт, быуындар бәйләнешен булдырған мәрхәмәтле эш. Үҙеңдең тәрбиәңде әле яңы ғына тормошҡа аяҡ баҫып килеүсе йәштәргә тапшыра белеү – оло талант.

Беҙ Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, Лина Әхмәҙулла ҡыҙы!
Беҙ Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, Лина Әхмәҙулла ҡыҙы!

Уҡытыусы – ул үҙ һөнәрен яратҡан, эш асылын, балаларҙы яҡшы аңлаған һәм күңел йылыһы менән уртаҡлашҡан кеше. Үҙенең тәрбиәләнеүселәре өсөн ысын дуҫ, ихлас ярҙамсы һәм аҡыллы кәңәшсе. Күп быуын уҡыусылар өсөн өлгө булған Лина Әхмәҙулла ҡыҙы тап ошондайҙарҙың береһе.
Ул Оло Ыҡтамаҡ лицейында 40 йылдан ашыу инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй. Лина Әхмәҙулла ҡыҙының дөйөм мәҙәни кимәле киң, һөнәри эшмәкәрлекте юғары ойоштороу һәләтенә эйә. Былар барыһы ла уға педагогик эшмәкәрлеген оҫта ойошторорға ярҙам итә. Балаларҙа тәбиғәт тарафынан һалынған һәләтте оҫта аса, уларҙа ижади, интеллектуаль көстө үҫтерергә ынтыла. Педагогтың әҙәплелеге балаларға изге мөғәмәлә булыуҙа ғына түгел, уның юғары талапсанлығында ла сағыла.
Лина Әхмәҙулла ҡыҙы район тарихында беренсе тапҡыр инглиз теле буйынса республика олимпиадаһында уңыш яулаған уҡыусылары Әлфиә Хәирова, Айгөл Хәсәнова, өсөнсө урынға сыҡҡан Екатерина Бауэр, Руслан Нурмөхәмәтов һәм башҡалар менән ғорурлана.
Уның уҡыусылары Юлиә Нәсибуллина – тәржемәсе, Лира Нуретдинова Урал дәүләт иҡтисад университетында уҡытыусы, бөгөн – тәржемәсе, Лилиә Сибәғәтова – лицейҙа инглиз теле уҡытыусыһы, Ләйсән Заһиҙуллина Башҡорт дәүләт университетының сит ил телдәр факультетын тамамлап, бөгөн Америка Ҡушма Штаттарында йәшәй.
Лина Әхмәҙулла ҡыҙы – яҡшы класс етәксеһе лә. Йәмғиәт эштәрен башҡарырға уҡыусыларҙы ылыҡтыра белә. Педагогтың күңел һиҙгерлеге, изге булыуы, балаларҙың кәйефен, кисергән ауырлыҡтарын һиҙә белеүе уларға ваҡытында ярҙамға килергә мөмкинлек бирә. Ул һәр ваҡыт ата-әсәләр менән эш алып бара, тәрбиәләнеүселәре тырышлығы, йөкмәтелгән эшкә ижади ҡарашы менән айырылып тора.
Лина Сафина оҙаҡ йылдар дауамында лицейҙың инглиз теле кафедраһы етәксеһе булды, ул бөгөн дә эш тәжрибәһен ҙур теләк менән уртаҡлаша, йәш уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Уның эшен дауам итеп, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы юғары уҡыу йорттарының роман-герман филологияһы, сит ил теле факультеттарын уңышлы тамамлаусы уҡыусылары күп.
Еңел булмаған, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһе, “Өлкән уҡытыусы” исеме, 2006 йылда Бөтә Рәсәй “Мәғариф” милли проекты конкурсы еңеүсеһе исеменә лайыҡ булды.
Һәр уҡытыусы оло ихтирамға лайыҡ, сөнки башҡаларға белем биреү, кәңәшсе һәм өлгө булыу – изге эш. Әлбиттә, һәр кем ысын уҡытыусы булып китә алмай. Бының өсөн Лина Әхмәҙулла ҡыҙы Сафина кеүек күп эшләргә кәрәк.
Ошо көндәрҙә Лина Әхмәҙулла ҡыҙы үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләне. Беҙ уны ысын күңелдән ошо күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет, яҡшы кәйеф һәм алдағы ғүмер юлы бары тик яҡшы булыуын теләйбеҙ!
Оло Ыҡтамаҡ лицейы
коллективы.

Автор:Лариса Михалькова