Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
20 Май 2022, 15:45

Юбилейығыҙ менән!

17 майҙа һөйкөмлө ҡатын, яҡшы әсәй, тәжрибәле педагог Гөлнара Ғабдулзаян ҡыҙы Закирйәнова күркәм юбилейын билдәләне.

Юбилейығыҙ менән!
Юбилейығыҙ менән!

Ул Юлай ауылында хеҙмәт яратҡан Байсариндар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Атаһы колхозда тракторсы булып эшләй, ауылдаштары араһында хөрмәтле кеше була. Әсәһе һөт йыя.
1982 йылда Ҡорғат һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын 1986 йылда Благовещен районы Иҫке Турбаҫлы ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. 1995 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
1990 йылдан хеҙмәт юлын Оло Ыҡтамаҡ лицейында дауам итә һәм бөгөн дә һайлаған һөнәре буйынса эшләй. Лицейҙа хеҙмәт йылдарында башланғыс кластар буйынса завуч бурысын да бик ышаныслы һәм яуаплы алып бара.
Уны коллегалары һәм уҡыу-сылары хөрмәт итә, ата-әсәләр педагогтың тырышлығы, хеҙмәте, биргән аң-белем өсөн рәхмәтле.
Гөлнара Ғабдулзаян ҡыҙы – хеҙмәт яратҡан, белемле уҡытыусы, педагогик һәләтен һәр ваҡыт камиллаштырыу өҫтөндә эшләй.
Уның намыҫлы хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, район мәғариф бүлеге, район хакимиәте тарафынан грамоталар менән баһаланды. 2017 йылда “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсы еңеүсеһе булды, 2018 йылда – “Йыл уҡытыусыһы”. “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2018” республика конкурсында ҡатнашыусы дипломы һәм Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы Рәхмәт хаты (2020 йыл) менән наградланды.
Ул – бәхетле әсәй: Илназ исемле тырыш улы бар.

Хөрмәтле Гөлнара Ғабдулзаян ҡыҙы! Ысын күңелдән Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, педагогик эшмәкәрлектә ижади уңыштар теләйбеҙ.
Оло Ыҡтамаҡ лицейының башланғыс кластар
уҡытыусылары кафедраһы.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле туғаныбыҙ ГӨЛНАРА ҒАБДУЛЗАЯН ҡыҙы ЗАКИРЙӘНОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы сәләмәтлек, именлек теләйбеҙ. Һәр яңы көнөң сағыу төҫтәр менән балҡыһын, муйыл сәскәһенең хуш еҫтәре, май көндәренең йылыһы менән тулып, киләсәк тормошоңдо йәмләһен!
Ҡотлау менән Дамира, Ришат, Рәмил, Гөлшат, Гөлнара,
Гүзәл, Ринат, Руслан Фәйзраевтар.

Автор:Лариса Михалькова