Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
20 Май 2022, 16:30

Һайлаған һөнәренә тоғро

Оло Ыҡтамаҡ лицейы юғары профессионализм, педагогик оҫталыҡ, һайлаған һөнәренә тоғролоҡ, хеҙмәт бурыстарына яуаплы ҡараш һәм иң мөһиме – һөнәргә һөйөү кеүек юғары сифаттарға эйә булған уҡытыусылары менән дан тота.

Һайлаған һөнәренә тоғро
Һайлаған һөнәренә тоғро

Май айында тап шундай уҡытыусылар-ҙың береһе – Ольга Александровна Ғаянова – үҙенең матур юбилейын билдәләй.
Уҡытыусы һөнәрен һайлап, ғүмер буйы уға тоғро ҡалды һәм бына 40 йыл дауамында балаларға үҙенең күңел йылыһын өләшә.
Ольга Александровна Оло Ыҡтамаҡ ауылында хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуып үҫкән. Урындағы мәктәпте тамамлағас, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлап, үҙе белем алған мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Ошо йылдар эсендә уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара, дәрестән тыш эштәр алып бара. 2002 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетын уңышлы тамамлай.
Уның хеҙмәте район мәғариф бүлеге, район хакимиәте грамоталары, “Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәге лауреаты” дипломы һәм миҙалы менән баһаланған, “Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм мәғариф хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ.
Һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, алсаҡ, изге күңелле уҡытыусы һәр ата-әсә һәм бала менән уртаҡ тел таба белә, ярҙам күрһәтә, файҙалы кәңәштәрен бирә. Уҡыусыларын ҡыҙыҡһындыра белә, дәрестәре һәр ваҡыт мауыҡтырғыс уҙа.
Унда киң күңел һәм талапсанлыҡ, уҡыусының хәленә инеү һәм тәүәккәллек кеүек сифаттар үҙ-ара үрелеп килә.
Ольга Александровна – оҫта ҡуллы ижади кеше: тегә, бәйләй, һүрәт төшөрә. Туплаған тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша.

Хөрмәтле Ольга Александровна! Юбилейығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, илһам шишмәләрегеҙҙең тулы булыуын, бәхетле аяҙ көндәр һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Оло Ыҡтамаҡ лицейының башланғыс кластар уҡытыусылары кафедраһы.
* * *
Беҙҙең тәүге уҡытыусыбыҙ ОЛЬГА АЛЕКСАНДРОВНА ҒАЯНОВАны ысын күңелдән тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Беҙҙе яҙырға һәм уҡырға өйрәтеү, белемле итеү өсөн күп көс һалдығыҙ, һәр ваҡыт ярҙам иттегеҙ, аңлап ҡаранығыҙ, хәстәрлек һәм иғтибарығыҙ менән солғанығыҙ. Ҙур рәхмәт Һеҙгә. Һеҙҙең педагогик һәләтегеҙ, изгелек һәм күңел байлығы оҙаҡ йылдарға күп уҡыусыларға маяҡ булып ҡалһын, ә образығыҙ – барыһына ла өлгө булһын. Һеҙгә түҙемлек, сәләмәтлек теләйбеҙ, тормошҡа ҡыуанып һәм ҡәнәғәтлек алып йәшәгеҙ. Йөҙөгөҙҙән йылмайыу китмәһен, ә күҙҙәрегеҙ шатлыҡ һәм нур бөркһөн. Изге күңелегеҙ, тырышлығығыҙ өсөн ҙур рәхмәт Һеҙгә.
Аң-белем һәм сафлыҡ таратҡан,
Һәр хәлдән сығыр юл тапҡан,
Һүҙгә йор, күңелле йыр яратҡан –
Уҡытыусым, мин һиңә рәхмәтле!
1993 йылғы сығарылыш класы.

Автор:Лариса Михалькова