Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
13 Май 2022, 12:00

Атайым – изгелек һәм сабырлыҡ өлгөһө

Бөгөн, 13 майҙа, беҙҙең иң ҡәҙерле кешебеҙ Вәлинур Әфризунов 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Атайыбыҙ йылдың иң матур миҙгелендә – ерҙең ҡышҡы йоҡонан уянып, бар донъя йәшеллеккә, сәскәгә күмелгән сағында Ишәле ауылында донъяға килгән.

Атайым – изгелек һәм сабырлыҡ өлгөһө
Атайым – изгелек һәм сабырлыҡ өлгөһө

Урындағы мәктәптә белем ала. Хеҙмәт юлын колхозда тракторсы булып башлай. Яҙғы сәсеү эштәре ваҡытында, баҫыуҙа эшләп йөрөгән еренән, хәрби хеҙмәткә алына.
Ике йыл Чита ҡалаһында пехотаның хәрби машина механигы-водителе булып хеҙмәт итә.
1984 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡас, һөйгән ҡыҙы Мәүлиҙә Әсмәндиәроваға өйләнә. Колхозда хеҙмәтен дауам итә. 2000 йылдан Өфө ҡалаһы “ДорТрансСтрой” предприятиеһында водитель булып эшләй.
Әсәйебеҙ менән булдырған ныҡлы ғаилә усағы – татыулыҡ, үҙ-ара аңлашыу, сабырлыҡ өлгөһө. Өс балаһы – ике улы һәм бер ҡыҙҙарын хәстәрлектә, һөйөүҙә тәрбиәләнеләр. Бөгөн улар ике ейән, ике ейәнсәргә яратҡан олатай һәм өләсәй.
Улар атайыбыҙҙың тыуып үҫкән йортоноң йылыһын, нигеҙен һаҡлап, өләсәйебеҙ Руза Мәүләүи ҡыҙы менән бергә йәшәйҙәр. Һәр йәй һайын туғандары, балалары ошо йортҡа ҙур ҡыуаныс менән ҡайта. Атайым һәм әсәйем уларҙың һәр ҡайһыһын шатланып ҡаршы ала: мул табын ҡора, иғтибары, хәстәре менән солғай.
Беҙҙең атайыбыҙ хеҙмәт яратҡан, тынғыһыҙ, хәстәрлекле кеше. Балаларында ла кесе йәштән ошо күркәм сифаттарҙы тәрбиәләне. Шуның өсөн дә беҙ тормошта үҙ юлыбыҙҙы таптыҡ. Мин, өлкән улы, бөгөн Күмертау ҡалаһында үҙемдең ғаиләм менән йәшәйем. Кесеһе – Хабаровскиҙа, ҡыҙы Яңы Балаҡатай ауылында төпләнде.
Атайымды ауылдаштары хөрмәт итә, ул һәр ваҡыт һәр кемгә кәңәше, эше менән ярҙам итергә әҙер. Ул – беҙҙең өсөн өлгө, бар эштә лә таяныс һәм терәк, дуҫ һәм кәңәшсе. Уның изге һүҙҙәре дәрт, көс өҫтәй, күңелдәрҙе йылыта, тынысландыра.
Ишәле ауылында йәшәүсе оло хөрмәткә лайыҡ ғәзиз кешебеҙ, ҡәҙерле атай-олатайыбыҙ ВӘЛИНУР НИЛ улы ӘФРИЗУНОВты ысын күңелдән 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Беҙ уны ошо матур байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерергә ашығабыҙ. Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, сабыр холоҡло атайыбыҙға ныҡлы, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Беҙгә һәр саҡ терәк-таяныс, аҡыллы кәңәшсе булып, дуҫ-туғандарға бөгөнгөләй яҡты йөҙлө, яҡшы һүҙле, иғтибарлы һәм ихтирамлы булып, әсәйебеҙ менән бәрәкәтле имен тормошта бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Бөгөн дә һин үҙеңдең тирә-яғыңдағы кешеләргә шатлыҡ өләшеп, олоһон оло итеп, кесеһен кесе итеп, оло абруй ҡаҙанғанһың. Һин – беҙҙең өсөн терәк, үрнәк, донъябыҙ йәме. Һәр атҡан таңға шатланып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәреңдең изгелеген күреп, беҙҙе ҡыуандырып, донъябыҙ йәмен арттырып өлгөлө атай, ҡартатай булып, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын. Балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоу белмәһен.
Рәхмәт, атай, һин булғанға
Тормошобоҙ күгендә.
Терәк булдың һин һәр ваҡыт,
Кәрәклеһең бөгөн дә.
Изге һинең биргән кәңәштәрең,
Тура һинең әйткән һүҙҙәрең.
Шатлыҡ-һөйөнөстән генә торһон
Һин үтәһе ғүмер юлдарың!
Иң изге теләктәр менән Күмертау ҡалаһынан улың Әмир, киленең Регина, ейәнсәрең Зарина.

Автор:Лариса Михалькова