Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
11 Май 2022, 14:15

Уҡытыусы ла, йырсы ла

Оло Аҡа ауылында ғүмер итеүсе ҡәҙерле кешебеҙ – әтейебеҙ, ҡартәтейебеҙ Ревмир Ғарифулла улы Сәғҙәтов үҙенең оло юбилейын – 70 йәшен ҡаршылай.

Уҡытыусы ла, йырсы ла
Уҡытыусы ла, йырсы ла

Ул 1952 йылдың 2 майында районыбыҙҙың иң матур тәбиғәтле Абдулла ауылында тыуа. Атаһы Ғарифулла уҡытыусы, мәктәп директоры була. 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, яраланып ҡайта.
Инвалид абый уҡытыусылыҡ эшен дауам итә. Уның ғаиләһендә биш малай үҫә. Ревмир Сәғҙәтов шуларҙың нәҡ бишенсеһе була. Әллә әтеһенән килгән һәләт (ул йырлай һәм скрипкала уйнай), әллә ауылдың матур тәбиғәте Ревмир Ғарифулла улына иҫ киткес моң бирә. Оло Аҡа мәктәбендә уҡығанда ла, һуңыраҡ Башҡорт дәүләт педагогия институтында ла ул йырлай.
Бик күп конкурстарҙа, концерттарҙа ҡатнаша, республика радиоһынан да уның йырҙары яңғырай. Студент йылдарында ул Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге йәш йырсылар конкурсында ҡатнаша һәм лауреат исеме ала. Ул – Мәсетле районынан был конкурстың берҙән-бер лауреаты.
Институтты тамамлап, районға физика уҡытырға тип ҡайтҡан йәп-йәш егетте Яңы Мөслим мәктәбенә директор итеп билдәләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта коллектив һәм уҡыусылар мәктәптең яңы төҙөлөп бөткән бинаһына күсә һәм һигеҙ йыллыҡ Яңы Мөслим мәктәбе урта мәктәпкә әйләнә. Эш тәжрибәһе булмаған йәш директор иңенә оло яуаплылыҡ төшә. Ревмир Ғарифулла улы тырышып бик матур эшләп китә, Мөслим мәктәбен 1974 йылдан 1980 йылға ҡәҙәр етәкләй.
Тыуған ере үҙенә тарта, ҡатыны ла Аҡанан булғас, йәш ғаилә уның тыуған ауылына ҡайта. Ревмир Ғарифулла улы мәктәптә уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшкә урынлаша, физика уҡыта. Ғаиләһенә яңы өй һалырға ла өлгөрә.
Юбиляр әле лә йырҙан айырылмай: ауылда, районда, республикала уҙғарылған концерт, конкурстарҙа ҡатнаша. Призлы урын, диплом һәм исемдәр яулай. Ул йырлаған “Оло юлдың туҙаны”, “Әй буйҙары”, “Бәхет” йырҙарын күптәр хәтерләйҙер.
Эшендә лә һынатмай. Ул – Рәсәй Федерацияһы мәғариф алдынғыһы, 2009 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсы грантына эйә булды, күп маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
Ревмир Ғарифулла улына күпмелер ваҡытҡа мәктәпте ҡалдырырға тура килә. Ауыл халҡы, уға ҙур ышаныс белдереп, ауыл советын етәкләргә тәҡдим итә. Һәм ул бер саҡырылыш ауыл советы депутаты, ауыл советы рәйесе булып эшләй. Унда ла эшенә яуаплы ҡарап, намыҫлы хеҙмәт итә.
Ләкин мәктәп, балалар һағындыра. Ул яңынан мәктәпкә үҙ вазифаһын үтәргә ҡайта һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Ревмир Ғарифулла улының педагогик стажы 40 йылға тула. Уның уҡыусылары физика буйынса район һәм хатта республика олимпиадаларында еңеү яулай.
Ғаилә хәлендә лә ауырлыҡтарҙы еңеп сығыусы ул. Ҡатыны үлеп, ул өс балаһы менән бер үҙе ҡалғас, беҙҙең әней менән ғаиләләрҙе берләштереп (беҙҙә лә – өс бала), алты баланы, ҡарап үҫтерҙеләр. Барыбыҙға ла белем бирҙеләр, хәҙер ейәндәрен үҫтерешәләр.
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атай-олатайыбыҙ РЕВМИР ҒАРИФУЛЛА улы СӘҒҘӘТОВты ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Беҙҙең әтей – бик тәртипле, итәғәтле кеше. Беҙҙе эшкә өйрәтеүсе лә ул. Беҙ, балалары, әтей менән әнейгә сәләмәтлек, матур ҡартлыҡ теләйбеҙ. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт уларға. Беҙгә кәрәк булып, терәк булып йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ әле.
Тыуған йортом алтын һарай түгел,
Юнып һалған атай ҡулдары.
Ошо йорттоң ошо тупһаһынан
Башландылар минең юлдарым.
Атай-әсәй йорто, көнкүрештәр
Шундай ябай, шундай яғымлы.
Ҡайтам әле, ҡайтам яндарына,
Ҡәҙерлеләремде һағынам!
Иң изге теләктәр менән алты балаһы,
уларҙың ғаиләләре, туғыҙ ейәне исеменән Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе өлкән улы Ранис һәм уның ғаиләһе.

Автор:Лариса Михалькова