Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
11 Май 2022, 16:00

Тормош йәмле тик һин булғанға!

Әсәйебеҙ Фәйрүзә Миндиәхмәт ҡыҙы Дусмөхәмәтова, бар донъя уянып, йәшеллеккә күмелгән мәлдә, 1967 йылдың 4 майында, йәмле Әй буйында урынлашҡан Һөләймән ауылында Мәймүнә һәм Миндиәхмәт Зәйнетдиновтар ғәиләһенә тағы ла йәм өҫтәп, 9-сы бала булып донъяға килә.

Тормош йәмле тик һин булғанға!
Тормош йәмле тик һин булғанға!

Ата-әсәһенә, ағай-апайҙарына терәк, ярҙамсы, бар эшкә лә уңған ҡыҙ булып үҫә ул. Ошо уҡ ауылда 8-се класты тамамлап, артабан Мәсәғүт педагогия училищеһына башланғыс кластар уҡытыусыһына уҡырға инә. Һуңынан Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.
1987 йылда Һөләймән ауылының иң сибәр, уңған егеттәренең береһе Илшат Ирек улы Дусмөхәмәтов менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Матур итеп өй һалып, донъя көтәләр. Бер-бер артлы мөхәббәт емештәре булып улдары Илнур, Илназ, ҡыҙҙары Алтынай донъяға килә. Улар балаларын наҙлап, яратып, матур тәрбиә, белем биреп үҫтерҙеләр. Хәҙерге көндә Илнур улдары килендәре Динария менән Өфө районы Волково ауылында йәшәп, Элина, Илнар, Ильяна исемле балалар тәрбиәләп, матур донъя көтәләр, эшләйҙәр. Икенсе улдары Илназ килендәре Илүзә менән Өфө ҡалаһында төпләнгән, Арыҫлан исемле ул тәрбиәләйҙәр, эшләп йөрөйҙәр. Төпсөк ҡыҙҙары Алтынай Оло Ыҡтамаҡ ауылында Башҡорт гимназияһының 10-сы класында белем ала. Атайыбыҙ менән әсәйебеҙ бына инде 35 йыл бергә иңгә-иң терәшеп, бер-береһен яратып, хөрмәт итеп, туғандарына, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә терәк, таяныс, барыһына үрнәк булып, матур итеп йәшәйҙәр.
Әлеге көндә әсәйебеҙ – Һөләймән ауылында Ф. Зәғәфүрәнов исемендәге мәктәптә юғары категориялы башланғыс кластар уҡытыусыһы. 2014 – 2020 йылдарҙа мәктәп мөдире вазифаһын да башҡарҙы. Бар ғүмерен балалар уҡытыуға бағышланы. Был – уның тәғәйенләнеше, сөнки ул үҙ эшенә етди ҡарап, еренә еткереп, яратып башҡара, һәр баланы үҙ балаһылай күреп тәрбиәләй. Уҡытыусы һөнәре менән бер рәттән районда, ауылда уҙғарылған бер мәҙәни саранан да, мәртәбәле байрамдарҙан ситтә ҡалмай. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, “Ағинәйҙәр” клубы етәксеһе итеп тә күптәр белә уны. Тырышып, бар күңелен биреп, ауылым, халҡым, тыуған ерем тип янып йәшәүе, эшләүе өсөн әсәйебеҙ бик күп почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Ул – сабыр холоҡло, белемле уҡытыусы ғына түгел, яҡшы ҡатын да, яғымлы әсәй ҙә, хөрмәтле ҡәйнә лә, яратҡан өләсәй ҙә.
Ошо көндәрҙә әсәйебеҙ 55 йәшлек юбилейын ҡаршыланы. Беҙ уны ихлас күңелдән матур тормош байрамы – күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тыуған йортобоҙға йәм биреп, туғандар-дуҫтар ихтирамында, балаларың игелегендә, изгелегендә, атайыбыҙ менән бергә оҙон-оҙаҡ ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ. Иңебеҙгә ҡанат ҡуйыусы, яҡлаусы, һаҡлаусы кешеләребеҙ булғас, беҙ үҙебеҙ ҙә ҡанатлы, тимәк, бәхетле. Байрамың ҡотло, тормошоң бәхетле, донъялар имен булһын!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән
тормош иптәшең Илшат, улдарың Илнур, Илназ, килендәрең Динария, Илүзә, ҡыҙың Алтынай, ейән-
ейәнсәрҙәрең Элина, Илнар, Арыҫлан һәм Ильяна.

Автор:Лариса Михалькова