Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
11 Май 2022, 15:05

90 йәш – оло юбилей

7 майҙа һоҡланырлыҡ күркәм ҡатын, ҡәҙерле әсәй, хөрмәтле ҡәйнә, яратҡан өләсәй Фаина Александровна Худякова 90 йәшлек юбилейын ҡаршы алды.

90 йәш – оло юбилей
90 йәш – оло юбилей

Ул Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Бала, үҫмер сағы ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа уҙа. Әсәйем колхозда ирҙәр менән бер рәттән эшләй, сөнки ул ғаиләлә берҙән-бер туйындырыусы була.
Фаина Александровна – үҙ ғүмерендә шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа, ҡайғы-хәсрәттәр ҙә татыған ябай рус ҡатыны. Тырышлығы һәм ныҡлы характеры һәр саҡ уны тормош юлында оҙатып бара, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.
Мәктәптә ул яҡшы уҡый. Уны тамамлағас, һөнәр алырға теләй, әммә һуғыш ҡыҙҙың бөтә хыялдарын емерә. Уға иртә үҫеп етергә тура килә, ололар менән бер рәттән өйҙә хужалыҡ эшендә ярҙам итә.
16 йәшендә Мәсетле элемтә үҙәгендә телефонистка булып эшләй башлай, унда ул 40 йыл хеҙмәт итә.
Юбиляр, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ғәжәйеп асыҡ аҡыл һәм йәшәүгә ынтылыш һаҡлап ҡалған. Еңел булмаған хеҙмәт биографияһын яҡшы хәтерләй. Үҙенә һәм тирә-йүндәгеләргә ҡарата бик талапсан.
Үҙ бурысына һәр ваҡыт яуаплы ҡарай һәм бар көсөн һалып эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бер нисә тапҡыр Почет грамотаһы, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә, “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ.
Тормош иптәше Михаил Иванович менән биш ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа күрә, уларҙың берәүһе генә иҫән. Уға яҙмыш ғазаптарын нисек кисерергә тура килгәнен бер Алла ғына белә.
Олпат йәшкә етеп, Фаина Александровна тормошҡа ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөүен һаҡлап ҡалған бик яҡты, изге күңелле, позитив кеше булып ҡала. Бөтә мәсьәләләрҙе үҙе хәл итә. Бөгөн уның 10 ейәне һәм 13 бүләһе бар, әсәйебеҙ йыш ҡына үҙенең тормошо хаҡында һөйләй, фәһемле кәңәштәрен бирә.
Һөйөклө әсәйем, ҡәйнәм, өләсәйебеҙ ФАИНА АЛЕКСАНДРОВНА ХУДЯКОВАны ысын күңелдән 90 йәше менән ҡотлайбыҙ! Бындай юбилей – бик мөһим һәм әһәмиәтле. Сәләмәтлек, тормошҡа һөйөү һәм оптимистик ҡараш һине бер ҡасан да ташламаһын тип теләйбеҙ. Һәр көн яңы шатлыҡ, көс һәм күңел тыныслығы бүләк итһен!
Ҡотлау менән улы, килене, ейәндәре, бүләләре.

Автор:Лариса Михалькова