Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
6 Май 2022, 09:05

Бөгөн дә һеҙ – һоҡланырлыҡ матур пар

Мин Оло Ыҡтамаҡ ауылында 50 йыл бергә матур ғүмер итеп, алтын туйҙарын ҡаршылаған бәхетле пар – апайым Фәрзәнә һәм еҙнәм Рәфҡәт Лотфуллиндар тураһында яҙырға теләйем.

Бөгөн дә һеҙ – һоҡланырлыҡ матур пар
Бөгөн дә һеҙ – һоҡланырлыҡ матур пар

1947 йылдың июль айында Ләмәҙтамаҡ ауылында әсәйем Фәриҙә һәм атайым Әүбәкер ғаиләһендә көтөп алған ҡыҙҙары Фәрзәнә донъяға килә. Ата-әсәһен шатландырып, ай үҫәһен көн үҫеп, 1966 йылда Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенең 11-се класын тамамлай апайым. Бәләкәйҙән тырыш, егәрле ҡыҙ бер юлы клуб мөдире, комсомол ойошмаһы етәксеһе, почта таратыусы булып өс урында эшләй. Унан һуң Өфө ҡалаһына китеп, УМПО заводына урынлаша. Уҡырға теләге көслө булған ҡыҙ башҡорт дәүләт кооператив техникумын тамамлап, Ләмәҙтамаҡ ауылында һатыусы булып хеҙмәт юлын дауам итә.
1971 йылда Салйоғот ауылынан водитель булып эшләгән йәш, сибәр егет Рәфҡәт Хөрмәт улы Лотфуллин менән осрашып, яратышып өйләнешәләр. Йәш ғаилә Оло Ыҡтамаҡ ауылында төпләнеп донъя көтә башлай. Бер-бер артлы мөхәббәт емештәре Гүзәл, Рита, Лилиә донъяға килә.
Еҙнәм Рәфҡәт – бик уңған, булдыҡлы кеше. 20 йыл “Сельхозтехника” ойошмаһында, һуңынан 20 йыл “Серп и Молот” колхозында водитель булып эшләне. Күп маҡтауҙарға лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыҡты.
Апайым 17 йыл һатыу иткәндән һуң, бухгалтер итеп эшкә алынды һәм уңыштарға ирешеп хаҡлы ялға сыҡты.
Апайым менән еҙнәм татыу ғаиләләрендә өс ҡыҙ тәрбиәләп, уҡытып, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам иттеләр. Ҡыҙҙары өсөһө лә Өфө ҡалаһында йәшәй. Ғаиләле булып, үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләп, матур итеп балалар үҫтерәләр. Уларҙың биш ейән-ейәнсәре бар. Балалары ата-әсәләренә рәхмәтле булып, ярҙам итеп торалар.
Апайым менән еҙнәм хаҡлы ялда булһалар ҙа баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт ҡарап, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ярҙам итеп, туғандарына терәк-таяныс булып, биш намаҙҙы ҡалдырмайса күтәренке күңел менән ғүмер итәләр.
Ҡәҙерле апайым Фәрзәнә менән еҙнәм Рәфҡәт Лотфуллиндарҙы алтын туйҙары менән ысын күңелдән ҡотлайым. Киләсәктә сәләмәт булып, йәшлек хистәрен һүрелтмәйсә, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, туғандарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, бәхеткә, шатлыҡҡа төрөнөп, беҙҙе ҡыуандырып, йөҙ йәшкәсә етергә яҙһын. Беҙ һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ. Бөгөн дә һеҙ – һоҡланырлыҡ матур пар.
Икегеҙ бергә тиң ғүмер итегеҙ,
Оҙон юлдарҙы бергә үтегеҙ.
Барыһы ла уртаҡ булды,
Ҡайғыларҙы бергә еңдегеҙ.
Бер шатлыҡты ике иттегеҙ,
Алтын туйығыҙ бик мөбәрәк икән,
Табындарығыҙ түңәрәк икән,
Тормош юлдарын үтергә
Ҡаҡшамаҫлы хис кәрәк икән,
Уны һаҡлар көс кәрәк икән!
Ихтирам менән бөтә туғандарығыҙ,
балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ
исеменән ҡустың Фәрүәз Йоносов.

Автор:Лариса Михалькова