Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
26 Апрель 2022, 11:15

Әсәй – бар нәмәне үҙенә һыйҙырған оло йөрәкле кеше

Әсәй... Күпме наҙ бар ошо һүҙҙә! Уның иртәнсәк иркәләп уятыуҙары, йомшаҡ һәм изге ҡулдары, тормошта ныҡлы таяныс һәм ышаныс булыуы! Әсәй – иң изге, иң илаһи, иң ҡәҙерле кеше был донъяла!

Әсәй – бар нәмәне үҙенә һыйҙырған оло йөрәкле кеше
Әсәй – бар нәмәне үҙенә һыйҙырған оло йөрәкле кеше

26 апрелдә беҙҙең иң ҡәҙерле, яратҡан кешебеҙ Рәүзәнә Рәүиз ҡыҙы Терентьева үҙенең матур юбилейын билдәләй.
Ул Мәсетле районының иң матур урынында – ҡарағайлы, ҡайынлы урман эсендә һәм көҙгөләй ятҡан күлдәр янында, йәмле Әй йылғаһы буйында урынлашҡан Оло Ҡыҙылбай ауылында эшһөйәр Рәүиз Кинйәбай улы менән Фәнүзә Әхмәтвәли ҡыҙы ғаиләһендә тыуған. Әсәйебеҙ – ғаиләлә берҙән-бер бала, шуға күрә һәр саҡ ата-әсәһенең һөйөүе һәм иғтибары менән солғанған, ләкин шул уҡ ваҡытта ул уларҙың ауыр хеҙмәтен дә уртаҡлашҡан. Өләсәйгә – өйҙә, олатайға хужалыҡ эштәрендә лә ярҙам итеп үҫкән.
Әләгәҙ урта мәктәбен тамамлағас, ул заманында популяр эпидемиология йүнәлешен һайлай һәм Өфө медицина училищеһында имтихандарҙы уңышлы тапшыра.
Училищенан һуң әсәйем тыуған яғына ҡайта һәм Мәсетле районы санитария-эпидемиология станцияһында 32 йыл эшләй. Ошо ваҡыт эсендә уның намыҫлы хеҙмәте Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Почет грамотаһы менән баһаланды. Әммә аҙаҡтан санитария-эпидемиология станцияһы тарҡалғандан һуң (уның урынына “Роспотребнадзор” идаралығы барлыҡҡа килде) алты йыл “Ҡарағай” шифаханаһында эшләй. Ә бөгөн Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында хеҙмәт юлын дауам итә.
Тормош ҡуйған ауыр һынауҙарға бирешмәй, әсәйебеҙ әле лә матур булып ҡала белә.
Әсәй! Беҙ, һинең балаларың, һинең тырышлығың, һөйөүең, иғтибарың, хәстәрең, аңлай белеүең, изгелегең һәм оло ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һинең йөрәгең тоғро һәм һиҙгер – унда беҙгә ҡарата мөхәббәт бер ҡасан да һүнмәйәсәк, тирә-йүнгә битараф ҡалмаясаҡ. Үҙеңдең өлгөңдә беҙгә, балаларыңа һәм ейәндәреңә, тормошта ысын дуҫлыҡ, тоғролоҡ, бәхеткә ирешеп булыуын иҫбатлай-һың.
Һәр саҡ яныбыҙҙа яратҡан һәм хәстәрлекле әсәйебеҙ барлығын белеү – иң ҙур бәхет.
Беҙ һине ысын күңелдән юбилейың менән ҡотлайбыҙ. Ә иң төп теләгебеҙ – һинең һәр саҡ сәләмәт булыуың! Һинең күҙҙәреңдәге бәхет осҡондары бер ваҡытта ла һүнмәһен, күңелеңдә һәр саҡ тыныслыҡ һәм мәрхәмәт бул-һын, ә бөтә борсолоу, ҡайғы-хәсрәттәр һине ситләп уҙһын!
Һине өҙөлөп яратҡан
улың Александр, киленең Елена, ейәндәрең Всеволод һәм
Константин, ҡыҙың Ярослава,
кейәүең Ренат, ейәнең Динар.

Автор:Лариса Михалькова