Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
24 Апрель 2022, 09:00

Изге күңелле кеше

20 йылдан ашыу Оло Ыҡтамаҡ лицейында эшләгән хеҙмәт ветераны Лидия Николаевна Закомлистова ошо көндәрҙә үҙенең юбилейын билдәләй.

Изге күңелле кеше
Изге күңелле кеше

Ул 1957 йылдың 24 апрелендә Кесе Ыҡтамаҡ ауылында Редькиндарҙың ҙур ғаиләһендә тыуа. Әсәһе мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй. Насар күреү сәбәпле икенсе төркөм инвалиды булған атаһы рәсми рәүештә бер ҡайҙа ла эшләмәй, әммә ҡул ҡаушырып та ултырмай: йорт хужалығын алып бара, быйма төпләй, ағас мискәләр, йылҡы өсөн ҡамыт-дуға әҙерләй. Лидия Николаевнаның алты апаһы һәм ике ағаһы бар. Ул – Кесе Ыҡтамаҡ мәктәбендә 8-се класҡа тиклем уҡығас, 9-10 кластарҙа Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә белем ала.
Мәктәпте тамамлағас, апаһы артынан Грузияға күсеп китә. Был уның тормошондағы иң ҡыҙыҡлы осорҙарҙың береһе була. Батуми ҡалаһында Лидия Николаевна “Секретарь-машинист һәм эш башҡарыусы” һөнәре буйынса курс тамамлай. Артабан ул төрлө тармаҡтарҙа эшләй: плантацияла уңыш йыя, төҙөлөштә, һуңғы йылдарҙа ашханала ашнаҡсы булып та эшләй. Һеңлеләренә уҡырға ярҙам итеү, ата-әсәһенә дарыу алырға аҡса ебәреү өсөн күп эшләргә тура килә.
Грузияла 17 йыл йәшәй. СССР тарҡалыр алдынан тыуған яғына ҡайта һәм кейәүгә сыға. Тормош иптәше менән ике матур ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
Ул 2004-2020 йылдарҙа лицейҙа вахтер булып эшләне. Лидия Николаевна – изге күңелле кеше. Ул белемле, уҡымышлы ҡатын. Уҡыусылар, шулай уҡ уҡытыусылар, хеҙмәттәштәре менән тыныс, ипле итеп һөйләшә белде.
Лидия Николаевна – уңған, оҫта ҡуллы хужабикә, тәмле итеп аштар әҙерләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, баҡса менән шөғөлләнә. Ул ҡомарлы бәшмәксе, бик күп бәшмәкле урындарҙы белә.
– Яратҡан әсәйебеҙгә беҙҙең өсөн башҡарған эштәренә рәхмәтлебеҙ. Беҙгә биргән тәрбиәһе, хеҙмәте, ярҙамы һәм һәр нәмәлә таяныс, тормоштоң ҡатмарлы осоронда сыҙам булып ҡала алыуы өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ һине яратабыҙ һәм ҡәҙерләйбеҙ, – тип йылы һүҙҙәр менән телгә ала ҡыҙҙары Вера менән Татьяна.
Хөрмәтле Лидия Николаевна! Һеҙҙе 65 йәшлек юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә һаулыҡ, именлек, етеш тормош, йортоғоҙ йылы, йәмле булыуын теләйбеҙ. Һоҡланғыс аҡыл тәрәнлеге, тәжрибә һәм белемегеҙ күптәргә өлгө булып ҡалһын!
Оло Ыҡтамаҡ лицейы
коллективы.

Автор:Лариса Михалькова