Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
23 Апрель 2022, 09:00

Хөрмәтле уҡытыусыбыҙға рәхмәт һүҙҙәре

Тәүге дәрес, тәүге дуҫ, беренсе уҡытыусы, беренсе мөхәббәт... Мәктәп йылдары беҙгә һөйөү, көс, изгелек бүләк иткән, шулай уҡ тәрбиә биреүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән уҡытыусы Валерий Исрафилов менән бәйле. Иртәгә ул үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләй.

Хөрмәтле уҡытыусыбыҙға рәхмәт һүҙҙәре
Хөрмәтле уҡытыусыбыҙға рәхмәт һүҙҙәре

Был тәжрибәле, тәрән аҡыллы, иғтибарлы һәм баҫалҡы, бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәгән уҡытыусыны күптәр белә, сөнки 34 йыллыҡ хеҙмәт юлы барышында йөҙәрләгән уҡыусы унда белем алған.
Валерий Риза улы Әләгәҙ ауылында тыуған. Сәнәғәт ҡорамалдары буйынса электромонтер дипломын ул Әләгәҙ урта мәктәбен тамамлағандан һуң Өфөнөң 5-се техник училищеһында ала. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, биш йыл Башҡорт дәүләт педагогия институтының тәбиғи-география факультетында уҡый. Студент йылдарында институттың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, төҙөлөш отрядтарында була, ГДР-ға сәфәргә путевка менән бүләкләнә. Өфө йылғаһы проблемаһы һәм уны һаҡлау буйынса ғилми эш менән шөғөлләнә.
Ул – аҡыллы, эмоциональ, иғтибарлы, һөйкөмлө кеше. Мәңге эҙләнеү һәм хеҙмәттә булған илаһи уҡытыусы менән яҙмышыбыҙ ҡасандыр киҫешеүенә шатбыҙ.
Мәктәпте тамамлауға 29 йыл үтте, әммә класс етәксеһен беҙ һәр ваҡыт йылы рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алабыҙ.
Ул үҙенең педагогик юлын 1988 йылда Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә башлай. Бында педагогия институтын тамамлағас та килә һәм бөгөн дә ошо урында эшләй. Беҙҙең синыф – уның хеҙмәт юлының башы.
Класс етәксеһе булараҡ, Валерий Риза улы сығарылыш класына тиклем беҙҙең менән бергә ҡалды. Үҙенең оптимизмы менән ул беҙҙе мәктәп тормошона йәлеп итте, үҙ көсөбөҙгә ышанырға өйрәтте, алдағы уңыштарҙы алдан билдәләне.
Беҙҙең менән бергә ул үҫте һәм тәжрибә тупланы. Уның энергияһы шишмә кеүек урғылды: ғәжәйеп кисәләр, күңелле конкурстар ойошторҙо, беҙҙе экскурсияларға алып йөрөнө, тәбиғәт ҡосағында үткән сәйәхәттә усаҡ янында ҡулына гитара алып йырҙар йырлай торғайны, ә беҙ уға ҡушылып йырланыҡ.
Төрлөбөҙ төрлө холоҡло инек, әммә ул беҙҙе дуҫлаштыра алды.
Беҙ барыбыҙ ҙа төрлө яҡҡа таралышып, үҙ тормошобоҙ юлынан барабыҙ, әммә тыуған ауылыбыҙға ҡайтып, бергә йыйылып, Валерий Риза улы менән осрашырға тырышабыҙ. Беҙҙең берҙәм булып ҡалыуыбыҙ – уның ҡаҙанышы.
Уҡытыусыбыҙҙың күп йыллыҡ хеҙмәте маҡтау грамоталары, дипломдар менән лайыҡлы баһаланды. Беҙ уның педагогик ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ.
Ул эҙләнеүсе, күңелле холоҡло, арыу-талыу белмәҫ кеше, шулай уҡ ышаныслы тормош иптәше, яратҡан атай-олатай.
Оло Ыҡтамаҡ лицейының 1993 йылғы сығарылышы.

Хөрмәтле ВАЛЕРИЙ РИЗА улы! Һеҙҙе 60 йәшлек юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һеҙҙең педагогик һәләтегеҙ, күңел күтәренкелеге, изгелегегеҙ һәм рухи йомартлығығыҙ тағы ла оҙаҡ йылдар бөтә уҡыусылар өсөн – маяҡ, ә образығыҙ өлгө булып ҡалһын. Беҙ Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тормош энергияһы, көс-ҡеүәтегеҙ һүрелмәүен, донъя именлеге теләйбеҙ.
Оло Ыҡтамаҡ лицейын 1993 йылда
тамамлаусылар.
* * *
Хөрмәтле ВАЛЕРИЙ РИЗА улы! Һеҙҙең тәжрибәгеҙ һәм профессионализм, аҡыл һәм сабырлығығыҙ сикһеҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һәм тырышлығығыҙ менән уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатмарлы осраҡта кәрәкле ярҙам ала. Тыуған көнөгөҙ бөтмәҫ оптимизм сығанағы булып ҡалһын, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, гел шулай йәш булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ, тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә уңыштар юлдаш булһын. Йөҙөгөҙҙәге бәхет сатҡылары тирә-йүндәгеләрҙе лә ҡыуандырһын. Уңышлы, сәләмәт, хөрмәтле һәм ихтирамға лайыҡ булып ҡалығыҙ!
Оло Ыҡтамаҡ лицейы коллективы.

Автор:Лариса Михалькова