Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
19 Апрель 2022, 09:45

Юбилейың менән, балалар баҡсаһы!

Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы тәүге балалар баҡсаһы эшмәкәрлеге тарихы башланыуына – 85 йыл, һуңынан ул “Ромашка” балалар баҡсаһы итеп үҙгәртелә.2022 йылда балалар баҡсаһы оло юбилейын билдәләй.

Юбилейың менән, балалар баҡсаһы!
Юбилейың менән, балалар баҡсаһы!

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы – “Оло Ыҡтамаҡ яслеһе” 1937 йылдың 15 апрелендә асыла. 50 урынлыҡ предприятие колхозсы, район эшселәре һәм хеҙмәткәрҙәре балалары өсөн төҙөлә. Балалар баҡсаһын булдырыуҙа бик күп кешеләр ҡатнаша: төҙөүселәр, тәрбиәселәр һәм буласаҡ балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре. Бина эштән һуң да, ял көндәрендә лә төҙөлә. Төҙөлөштә балаларын яслегә урынлаштырырға теләгән ата-әсәләр ярҙам итә.
Ясленең беренсе бинаһында аш-һыу бүлмәһе, келәт, уйын бүлмәһе, участкала йәйге ҙур верандалар урынлашҡан була. Бина мейескә утын яғып йылытыла. Иң бәләкәй балалар йәшәгән бина күп йылдар хеҙмәт итә.
Район һаулыҡ һаҡлау бүлеге ҡарамағында “Әсәлек һәм сабыйлыҡты һаҡлау” буйынса инструктор булып эшләгән Хөсникамал Әхмәтйән ҡыҙы Ваһапова яслене асыуҙы ойоштороусы һәм етәксеһе була. Ул ваҡытта йәсле Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҡарай.
Сара Закирова, Екатерина Логинова, Мария Новоселова, Елена Яндрус, Мария Попова, Варвара Поспелова, Хәмиҙә Мусина – мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында тәүге хеҙмәткәрҙәр.
Баҡсаға балалар бер айҙан уҡ ҡабул ителә башлай. Ике төркөм ойошторола: кесе һәм өлкәндәр. Еңелдән булмай, әммә ауылыбыҙҙың кескәй граждандары өсөн бөтә кәрәкле нәмәләр һатып алына.
Эш графигы нормаға һалынмаған була, иртәнге сәғәт 5-тән, 6-нан алып һуңғы бала ҡайтып киткәнгә тиклем эш бара. Юҡ-юҡта тәүлек әйләнәһенә лә эшләйҙәр. Хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре хужалыҡ эше менән дә мәшғүл була: утын әҙерләй, быса, яра, мейес яға. Иртәнсәк балаларҙы ҡабул иткәндә, уларҙы ҡарап сыҡҡас, таста йомшаҡ йылы һыу менән ҡойондоралар, өҫтәге кейемдәрен ясле кейеменә алмаштыралар.
Оло Ыҡтамаҡ яслеһенең беренсе мөдире Хәмиҙә Лотфулла ҡыҙы Мусина була.
Һуғыштан һуңғы тәүге йылда ил иң ҡатмарлы осор кисерә. Балалар һаны аҙ – тыуымдың түбән булыуы ошо хаҡта һөйләй. Һәр яңы тыуған балаға шатланалар. Балаларҙы өйҙән-өйгә йөрөп йыялар. Карауаттар юҡ, иҙәндә йоҡлайҙар, ҡаты юрғандар менән ябыналар. Уйынсыҡтар ҙа, ҡәләмдәр ҙә юҡ. Туҡланыу – хөрт.
Балалар баҡсаһына башҡа биналар: хәрби комиссариат, мәктәп, ПМК, район мәғариф бүлеге ятаҡтары яраҡлаштырыла.
1945 йылдан 1966 йылға тиклем балалар баҡсаһын Екатерина Павловна Попова етәкләй. Уның хаҡында иҫтәлек ғәҙел һәм принципиаль кеше булараҡ һаҡлана. Уның башланғысы менән төркөм бүлмәләре балалар өсөн мебель менән йыһазландырыла, йәмләнә, музыка ҡоралдары һатып алына һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр булдырыла. Мөдир яғынан ҙур ижади тырышлыҡ һөҙөмтәһендә балалар баҡсаһындағы тормош ҡырҡа үҙгәрә: дәрес, байрам, күңел асыуҙар уҙғарыла.
Балалар баҡсаһы ҙурая. Ваҡыт үтеү менән бик күп методик әҙәбиәт сыға, кәрәкле пособие, уйынсыҡ һәм балалар китаптары һатып алына. Балалар һаны, хеҙмәткәрҙәр штаты арта.
Ваҡыт бер урында тормай. Балалар баҡсаһы тарихында яңы исемдәр барлыҡҡа килә.
1966 – 1980 йылдарҙа балалар баҡсаһын Анна Александровна Чижикова етәкләй. Уның етәкселегендә коллектив үҫеүен, камиллашыуын дауам итә.
Хеҙмәткәрҙәр махсус мәктәпкәсә белем алһын өсөн мөдир барыһын да эшләй, уҡырға ингәндәрҙе, үҙ аллы белем алыу менән шөғөлләнгәндәрҙе дәртләндерә.
Байтаҡ методик әҙәбиәт, әсбап, программа, уйынсыҡ, балалар баҡсаһын тәьмин итеү өсөн бөтә кәрәкле әйберҙәр һатып алына. Сағыу байрам һәм балалар өсөн күңел асыу саралары үткәрелә. Коллективҡа яңы быуын педагогтары ла ҡушыла.
1980 – 1983 йылдарҙа балалар баҡсаһын Флүрә Ғәфүр ҡыҙы Миңлеғәлина етәкләй. Балалар баҡсаһы мөдире Флүрә Ғәфүр ҡыҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә учреждениеның көнкүрешен һәм тәрбиәүи эш сифатын яҡшыртырға тырыша.
Был осорҙа балаларҙың төрлө, тулы туҡланыуына ҙур иғтибар бүленә. Склад, мөгәрәп төҙөлә, һыуытҡыс һатып алына, ҡышҡылыҡҡа йәшелсә һәм емеш-еләк һатып алалар. Айырым бинала кер йыуыу бүлмәһе ойошторола, унда кер йыуыу, үтекләү эштәре башҡарыла. Әкренләп мейестән үҙәкләштерелгән йылытыу системаһына күсәләр.
Төркөмдәрҙә уңайлы шарттар булдырыла: келәм, балаҫ, ҡорған һатып алына, йыйылмалы карауат ағастан яһалғанға алмаштырыла.
1983 – 1991 йылдарҙа балалар баҡсаһы менән етәкселек итеүҙе Мәхтүмә Фәтих ҡыҙы Юлдашева үҙ өҫтөнә ала. Балалар баҡсаһы тормошонда яңы этап башлана. 1986 йылда айырымланған, ҡулайлаштырылмаған биналарҙан балалар баҡсаһы 140 урынлыҡ яңы типовой бинаға күсә, ул үҙ исемендә ҡала – “Ромашка” балалар баҡсаһы тип атала.
Бөтә бина, участка, баҡса, сәскә түтәлдәрен йыһазландырыу буйынса оҙайлы ваҡыт көсөргәнешле эш бара.
Йыһаз, йомшаҡ инвентарь, уйынсыҡтар артынан туҡтауһыҙ командировкалар ойошторола. Йәшелсә һаҡлағыс төҙөлә, бөтә кәрәкле көнкүреш техникаһы һатып алына, балалар баҡсаһы биләмәһе йәшелләндерелә, спорт ҡорамалдары ҡуйыла. Педагогик процесс, режим үҙгәртеп ҡорола.
1991 – 2021 йылдарҙа балалар баҡсаһын Әлфиә Әҡсән ҡыҙы Хәсәнова етәкләй. Уның етәкселегендә балалар баҡсаһына ремонт һәм ҡайтанан йыһазландырыу эштәре башлана. Бинаның эске төҙөлөшөн үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә методик кабинет барлыҡҡа килә. Педагогтар күп нәмә эшләй: коридор, төркөм музыка залын, территорияны биҙәй.
Коллектив үҫешә, тәжрибә туплай һәм оҫталығын арттыра. Балалар баҡсаһының педагогик базаһы мәктәпкәсә юғары белемле йәш белгестәр менән тулылана. Балаларҙы сәләмәтләндереүгә лә етди иғтибар бирелә. Балалар баҡсаһында махсус медицина аппараттары менән йыһазландырылған физкабинет булдырыла.
1995 йылдың 29 сентябрендә “Ромашка” балалар баҡсаһында районда беренсе логопед пункты асыла, унда уҡытыусы-логопед Эльвира Сабирова райондың мәктәпкәсә йәштәге балалары һәм район үҙәге балалар баҡсаларына коррекция ярҙамы күрһәтә башлай. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы нигеҙендә 2006 йылда телмәре боҙолған балалар өсөн беренсе логопед төркөмө эш башлай.
Өҫтәмә белем биреү түңәрәктәре барлыҡҡа килә.
Балалар баҡсаһы һәм коллектив тарихын инициативалы хеҙмәткәрҙәр: мөдир, тәрбиәселәр, тәрбиәсе ярҙамсылары, музыка етәксеһе, шәфҡәт туташы, ашнаҡсылар, хужалыҡ мөдире, кер йыуыусы, кастелянша, ҡарауылсы булдыра.
Бөгөн бында бер нисә быуындан торған, үҙ эшенә фиҙаҡәр, намыҫлы ҡараған ҙур һәм татыу коллектив эшләй. Заман тенденцияларына ярашлы тотороҡло, уңышлы һәм үҫешеүсе мәктәпкәсә учреждениела 140 бала тәрбиәләнә. Ә балалар баҡсаһын ижади һәм инициативалы мөдир Ирина Леонидовна Антипина етәкләй. Балалар баҡсаһының иң яҡшы традицияларын һаҡлап, ул ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәй.
Балалар баҡсаһы коллективы – берҙәм педагогик команда принцибы буйынса эшләгән, заман менән бергә атлаған, белем алған һәм профессиональ йәһәттән үҫкән фекерҙәштәр коллективы. Балалар баҡсаһында заманса программалар, инновацион технологиялар индерелә. Федераль дәүләт белем биреү стандартын тормошҡа ашырыу өсөн уңышлы шарттар булдырыла, ул тәрбиәсенең ижади шәхесен үҫтереү, яңы кимәлдәге педагог, өлгөлө белгестәр формалаштырыу кимәленә юғары талаптар ҡуя.
Йомғаҡ яһап, шуны әйтергә була: мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһының һикһән биш йыллыҡ тормошо – ул бәләкәй граждандарҙы тәрбиәләү буйынса еңел булмаған һәм көндәлек уңышлы хеҙмәт йылдары. Балалар баҡсаһы тиҫтәләгән быуын балаларын тәрбиәләп сығарҙы. Хәҙер инде үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡан тәрбиәләнеүселәребеҙ үҙҙәренең балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен беҙгә ҙур ҡыуаныс менән алып килә.
Рәмзилә ҒӘЛИМОВА,
“Ромашка” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.

Юбилейың менән, балалар баҡсаһы!
Юбилейың менән, балалар баҡсаһы!
Автор:Лариса Михалькова