Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
18 Апрель 2022, 15:15

“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына – 35 йыл

Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡ иленән, тимәк, балалар баҡсаһынан. Күп нәмә, хатта бәләкәй кешенең артабанғы яҙмышы уның ни тиклем уңайлы һәм файҙалы булыуына бәйле.

“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына – 35 йыл
“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына – 35 йыл

Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының үҙ ишектәрен асыуына һәм унда тәүге тапҡыр балалар тауыштары яңғырауына утыҙ биш йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Ошо мәктәпкәсә учреждениены тамамлағандарҙың күптәре бөгөн бында балалары менән ашыға.
Был йылдар эсендә балалар баҡсаһы аяҡҡа баҫыу, ижади эҙләнеү, педагогик тәжрибә туплау юлын үтте. Көндәлек көсөргәнешле хеҙмәт һәм хәстәрлек педагогтар һәм тәрбиәләнеүселәр өсөн шатлыҡ һәм ғорурлыҡ мәлдәре килтерә.
Балалар баҡсаһының тәүге хужабикәһе – татыу, ижади коллектив ойоштороусы белемле педагог Нина Запольских. Артабан уның эшен Регина Ғатауллина һәм Галина Корекова дауам итте.
Үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә педагогик хеҙмәт ветерандары Любовь Петелькова, Валентина Щипунова, Елизавета Берсенева, Антонина Михляева, Нина Крючкова һәм Фәйрүзә Фәтихова ҙур өлөш индерә. Альбина Закирова, Зөләйха Мөхтәрова һәм Резида Хажиева хеҙмәт эшмәкәрлегенең күпселек өлөшөн ошо учреждениела эшләгән.
Бөгөнгө көндә балалар баҡсаһында 104 ҡыҙыҡһыныусан, шат күңелле балаға иҫәпләнгән дүрт төркөм эшләй. Татыу коллективта балаларға шатлыҡ бүләк иткән, белем биргән һәм күңел йылыһы өләшкән 18 изге күңелле һәм ижади фекерҙәш хеҙмәт итә.
2019 йылдан бөгөнгәсә “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында Лилиә Мөхәрләмова йылы һәм уңайлы мөхит булдыра. Ул – компетентлы, яуаплы һәм белемле етәксе. Үҙен коллегалары ла, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә.
Белем биреү процесын тәьмин итеүҙә учреждение мөдиренә ышаныслы һәм маҡсатҡа ынтылыусан өлкән тәрбиәсе Зөлфирә Вәлиева ярҙамлаша.
Күп йылдар дауамында мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында маҡтауға лайыҡ педагогтар Людмила Севастьянова, Валентина Коженкова, Светлана Крашенинникова эшләй. Улар һәр балаға индивидуаль ҡараш табырға тырыша. Тәрбиәләнеүселәргә үҙҙәренең күңел йылыһын һәм наҙын бүләк итәләр. Өлкән быуын тәрбиәселәре традицияларын йәш белгестәр Зөлфирә Абдуллина, Елена Никитина, Альбина Байрамғәлина дауам итә.
Музыка етәксеһе Сабина Әхйәмова һәр баланың ижади потенциалын асырға тырыша.
Телмәре боҙолған балалар өсөн логопед пунктында юғары категориялы тәжрибәле логопед Светлана Таҫмағолова эшләй.
Педагогик процеста тәрбиәсе ярҙамсылары Гөлсимә Рамазанова, Гөлсирә Мофазалова, Гөлнара Ҡотлоева, Юлиә Панова ҡатнашалар. Улар төркөмдәрҙә йәм һәм таҙалыҡ булдыра.
Тәмле, файҙалы һәм төрлө ризыҡтарҙы үҙ эштәренең оҫталары – ашнаҡсылар Руминә Шәйхетдинова һәм Эльза Хәбиева әҙерләй. Балалар баҡсаһының матди-техник базаһы һәм аҙыҡ-түлек менән ваҡытында тәьмин итеү өсөн хужалыҡ мөдире Юлиә Юнысова яуаплы.
Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре заман менән бергә атлай, уҡый һәм һөнәри яҡтан үҫә, заманса программаларҙы һәм инновацион технологияларҙы ҡуллана.
Учреждениела тәрбиәләнеүселәрҙә ябай математика төшөнсәләре формалаштырыу, башҡорт телен өйрәнеү, балаларҙы мәктәпкә әҙерләү буйынса өҫтәмә эш алып барыла. Балалар баҡсаһының һәр хеҙмәткәре – артист, рәссам, ҡул эше оҫтаһы. Уларға намыҫ, инициатива һәм эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныу кеүек сифаттар хас. Улар балаларға үҙҙәренең мөхәббәтен, иғтибарын бүләк итә, балалар баҡсаһындағы тормошто төрләндерә.
Күп хеҙмәткәрҙәр Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының, район хакимиәтенең һәм Мәсетле районы мәғариф бүлегенең почет грамоталары менән бүләкләнгән. Людмила Севастьянованың “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы-2022” район конкурсында еңеүе – һуңғы ҡаҙаныштарҙың береһе. Тәрбиәләнеүселәр һәм педагогтар муниципаль һәм республика конкурстарында әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Әммә мәктәпкәсә учреждение коллективы эшенең төп һөҙөмтәһе – кескәйҙәрҙең балалар баҡсаһына ҙур теләк менән шатланышып килеүҙәре һәм көн дауамында балалары өсөн тыныс ҡалған ата-әсәләрҙең ихлас рәхмәт һүҙҙәре.
Зөлфирә ВӘЛИЕВА,
“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.

Ҡәҙерле коллегалар, ата-әсәләр, хөрмәтле ветерандар! Балалар баҡсаһының тыуған көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ. Беҙҙең күркәм балалар баҡсаһында балаларға һәр ваҡыт күңелле, ә аштары тәмле булырына, дәрестәре ҡыҙыҡлы уҙырына, саф һауала сәйәхәттәре файҙалы үтеренә һис шик юҡ. Балалар баҡсаһындағы һәр көн һәр берегеҙ өсөн бәхетле, мауыҡтырғыс, һөҙөмтәле һәм мөғжизәле булһын. Өлкәндәрҙең бала тормошон матур әкиәт кеүек итеү өсөн көсө лә, мөмкинлектәре лә, теләге һәм идеялары ла булһын. Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, ихлас балалар һөйөүе һәм сыңлап торған бәхетле көлөү тауыштары насип булһын!
Лилиә МӨХӘРЛӘМОВА,
“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы мөдире.

Автор:Лариса Михалькова