Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
5 Апрель 2022, 14:30

Яҡшы педагог һәм бәхетле ҡатын хаҡында һүҙ

Юбилей – һәр бер кеше өсөн оло, тулҡынландырғыс ваҡиға. Был бай тормош тәжрибәһе тупланған ныҡлы, тотороҡло аҡыл байрамы. Юбилей уңайынан бөгөн барлыҡ ҡотлау һүҙҙәре, изге теләктәр, һоҡланыу һәм яратыу – барыһы ла һеҙҙең хаҡта һәм һеҙҙең өсөн, хөрмәтле Роза Әхмәҙулла ҡыҙы!

Яҡшы педагог һәм бәхетле ҡатын хаҡында һүҙ
Яҡшы педагог һәм бәхетле ҡатын хаҡында һүҙ

2 апрелдә гүзәл ҡатын, абруйлы педагог Роза Әхмәҙулла ҡыҙы Терентьева матур юбилейын ҡаршылай.
Ғүмеренең утыҙ йылдан ашыу ваҡытын балаларға белем өләшеүгә һәм профессиональ белем биреү өлкәһенә бағышлаған уҡытыусы ул. Әйтерһең дә кисә генә бул-ған: мәктәпте тамамлап, һөнәр һайлап, һис үкенмәй, бар асылы менән үҙ һөнәренә тоғро ҡалған кеше. Уның педагогик биографияһы – ул бер туҡтауһыҙ эҙләнеү, яңы алымдар ҡулланыу һәм тик бейек үрҙәргә ынтылыу. Роза Әхмәҙулла ҡыҙының карьераһына күҙ һалһаҡ, ул уҡыу йортон тамамлау менән инглиз теле уҡытыусыһы булып эш башлай, аҙаҡ рус теле һәм әҙәбиәте фәндәренә һөйөү тәрбиәләй, оҙаҡ ҡына йылдар тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары була. Бөгөн – завуч. Үҙ эшен бик яратып, күңел һалып башҡара.
Бергә эшләгән коллегалары араһында абруй, хөрмәт яулаған, һәр береһенә иң беренсе булып ярҙам ҡулын һуҙыусы, йәш уҡытыусылар менән белемен, тәжрибәһен уртаҡлашыусы, уларҙың кү-ңелендә ышаныс, һөйөү сат-ҡылары өләшеүсе уҡытыусы ул. Үҙ фәненә булған яратыу, уҡыусыларҙың төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алыуы, һәр дәрескә ныҡлы әҙерлек менән килеү иһә ошоларҙы иҫбатлай.
“Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы”, – тип йөрөтәләр уны беҙҙең коллективта. Һәм был юҡҡа ғына түгел: һәр бер уҡытыусының ыңғай, көслө яҡтарын күреп, ваҡытында баһалап, йәштәргә ҡарата әсәйҙәрсә ҡурсалап, ярҙам итеп, тыныс ҡына итеп дөрөҫ йүнәлеш бирә. Уға ғына хас һөйкөмлөлөк, ябайлылыҡ, һиҙгерлек, киң эрудициялы булыу – уның характерындағы төп сифаттар.
Бындай аҡыллы, уңған, эшлекле ханым, матур ҡатын-ҡыҙ тураһында бик күп яҙырға була. Үҙенең хеҙмәт итеү осоронда әллә күпме быуын сығарылыш етәксеһе лә ул.
2010 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы, ә 2018 йылда “Иң яҡшы класс етәксеһе” зональ конкурсында призлы урын яулай. Әммә уҡыусыларының тормошта үҙ урынын табып, яратҡан һөнәрҙәре буйынса эшләүҙәре, ата-әсәләрҙең мең рәхмәте бар наградаларҙан да юғарыраҡтыр.
Ул – бәхетле ҡатын, әсәй һәм өләсәй. Уның янында яратыусы тормош иптәше, ике ҡыҙы һәм ейәне бар.

Хөрмәтле Роза Әхмәҙулла ҡыҙы! Һеҙҙе юбилейығыҙ уңайынан ихлас күңелдән тәбрик итәбеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Артабан да үҙ эшегеҙ тик ҡыуаныстар килтерһен, матур, бәрәкәтле ғүмер кисерергә яҙһын!
Сабыр ҙа Һеҙ, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшегеҙ – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен Һеҙҙең көндәр,
Бәхеттәрегеҙ булһын ғүмерлек!
Ҡотлау менән Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалы коллективы.

Автор:Лариса Михалькова