Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
4 Апрель 2022, 14:15

Яратҡан күршем

4 апрелдә Яңы Мөслим ауылынан хөрмәтле ағинәй Рәзилә Ғәниева 80 йәшлек матур юбилейын билдәләй.

Яратҡан күршем
Яратҡан күршем

Ул – аралашыусан, ихлас күңелле ҡатын. Йорто һәр саҡ таҙа, баҡсаһында һәм тәҙрә төптәрендә төрлө төҫтәге матур, сағыу сәскәләр үҫә.
Рәзилә Ғәниева 20 йыл “Маяҡ” колхозында һөт йыйыусы булып эшләй. Район буйынса һәр ваҡыт алдынғы урында булды, намыҫлы хеҙмәте өсөн хужалыҡтың бихисап почет грамоталары менән бүләкләнде.
Рәзилә апайҙың бала сағы булмаған, тип әйтергә лә мөмкин. “Һуғыш балалары” таныҡлығы – быға дәлил. Уға атаһын күрергә яҙмай – ғаилә башлығы яу яланында башын һалғанда ул тыумай ҙа ҡалған була. Әсәһе ҡулында өс ҡыҙ менән тороп ҡала. Ул да иртә баҡыйлыҡҡа күсә – ни бары 55 йәштә.
17 йәшендә етем ҡалған Рәзилә Хәлимулла ҡыҙы тиҙҙән кейәүгә сыға. Тормош иптәше Дамир Мөнир улы менән яратып һәм татыулыҡта өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр, белем алырға ярҙам итәләр, гөрләтеп уларҙың туйҙарын ойошторалар. Хәҙер улдары үҙ ғаиләләре менән йәшәй. Улар – өлгөлө ғаилә башлыҡтары, һәр береһе үҙ һөнәре буйынса эшләй. Өлкән улдары Илдар күп йылдар дауамында район ветеринария станцияһы начальнигы вазифаһын башҡарҙы, Илфар менән Рәсих – водителдәр. Улдары үҙ еренә тоғро ҡалды, өйҙәр һалып сығып, әсәләре янында йәшәй-ҙәр. Балалары һәм ейәндәре яратҡан әсәһенә һәм өләсәһенә йыш килә, уның кәңәштәрен тыңлай һәм ҡәҙерләп йәшәй.
Тормош беҙ уйлағанса ғына бармай. 10 йыл элек Рәзилә Хәлимулла ҡыҙының тормош иптәше вафат булып ҡалды, ләкин көслө рухлы ҡатын үҙендә артабан йәшәргә көс тапты.
Бөгөн ул – ауылда хөрмәтле инәй. Ундайҙарҙы “ағинәй” йәғни шәфҡәтле һәм изге күңелле кеше, тип атайҙар. Ул Яңы Мөслим ауылы халҡын һәм унда тыуып үҫкәндәрҙе бик күп өмә, сараларға ойоштороусыларҙың береһе булып тора.
Минең өсөн ул – яратҡан күршем. Үҙем Ҡорғат мәктәбендә эшләйем. Мин өйҙә булмағанда, ул йортомдо ҡараштырып тора һәм уға бының өсөн бик рәхмәтлемен.
Рәзилә Ғәниева – дини кеше, мәсеткә йөрөй. Яңы Мөслим халҡы уны дини йолаларға намаҙ уҡырға саҡыра.

Хөрмәтле РӘЗИЛӘ ХӘЛИМУЛЛА ҡыҙы ҒӘНИЕВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайым. Күршемә ныҡлы һаулыҡ, ғүмер юлының тыныс, аяҙ булыуын теләйем.
Хоҙай Һеҙгә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән Һеҙгә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙөгөҙҙө күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Күршеләре һәм ауылдаштары исеменән Ғәлиә Сибәғәтуллина.

Автор:Лариса Михалькова