Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
28 Март 2022, 14:35

Алтындан ҡойолған мөхәббәт

Һеҙ ысын мөхәббәткә ышанаһығыҙмы? Кемдер, был уйҙырма, тиер, ә икенсе берәү, ҡулдарын киң йәйеп, аптырап ҡалыр. Ә бына Әләгәҙ ауылынан әсәйебеҙ Зифа һәм атайыбыҙ Нурғәли Абдулхаҡовтар тәү ҡараштан уҡ һәм ғүмерлеккә бер-береһен ярата.

Алтындан ҡойолған мөхәббәт
Алтындан ҡойолған мөхәббәт

Алтын туйҙарын билдәләгән ғаилә парҙары хаҡында мәҡәлә уҡығанда, күп йылдар дауамында бер-береһе өсөн ышаныс һәм терәк бул-ған, беренсе мөхәббәтенә тоғро ҡалған парҙарға һоҡланаһың. Зифа Камил ҡыҙы һәм Нурғәли Мөғтәбәр улы – тап шундай һоҡланырлыҡ пар. 13 мартта улар алтын туйҙарын билдәләне.
Яҙмыш уларҙы бала саҡта осраштыра – бергә уйнап үҫәләр. Һуңғараҡ егет һәм ҡыҙ кискеһен ауыл мәҙәниәт йортонда уҙған сараларға бергә йөрөй. Шул саҡта уҡ улар бер-береһенә тартыла. Бына уларҙың ғаилә ҡороуына 50 йыл тулды.
Зифа Камил ҡыҙы ғүмере буйына почтала кассир булып эшләй. Нурғәли Мөғтәбәр улы –төҙөүсе. Бөгөн улар хаҡлы ялда, шулай булыуына ҡарамаҫтан, һис эшһеҙ ултырмайҙар. Абдулхаҡовтар-ҙың иркен йортоноң ишеге туғандары һәм яҡындары өсөн һәр саҡ асыҡ. Йәйгеһен баҡсала йәшелсә-емеш үҫтерәләр, ҙур булмаған хужалыҡ алып баралар. Ғаилә тәбиғәт ҡосағына сығып бәшмәк, еләк йыйырға ярата.
Уңған хужабикә миләүшә сәскәләре үҫтерә. Тәҙрә төбөндә, бүлмәләге өҫтәлдә сағыу гөлдәр күҙҙең яуын алып тора: һәр сәскә үҫтереүсе бындай коллекцияға көнләшер!
Тормош булғас, төрлө хәлдәр була, әммә һәр мәсьәләне улар бергәләп хәл итә.
Зифа Камил ҡыҙы – ҡунаҡсыл, йыйнаҡ, аралашыу-сан, яуаплы, хәстәрлекле ҡатын, әсәй һәм өләсәй, тоғро тормош иптәше. Нурғәли Мөғтәбәр улы – сабыр, хәстәрлекле ғаилә башлығы, ярат-ҡан атай һәм олатай. Ул шаян да. Атай-әсәйебеҙҙе ауылдаштар хөрмәт итә. Улар – ышаныслы ғаилә. Ауырлыҡтарға зарланмай, төшөнкөлөккә бирелмәй, һәр көнгә шатланып ғүмер итәләр.
Илле йыл – аҙ ваҡыт түгел, әммә ул һиҙелмәй тиҙ үтә. Тормош уларҙы бер нисә тап-ҡыр ныҡлыҡҡа һынап ҡарай, күпте кисерергә тура килә, әммә улар тик бәхетле, яҡты мәлдәрҙе генә хәтерҙә һаҡлай.
Ике улға ғүмер бүләк иткән ғаилә пары уларҙы үҙҙәренең ышаныслы киләсәге тип иҫәпләй. Уларҙы һөйөү һәм хәстәрлектә тәрбиәләй, уҡытып белем бирә. Балалары ата-әсәһе менән ихлас ғорурлана, үҙҙәрен бәхетле кеше тип һанай.
Зөлфиә АБДУЛХАҠОВА, Әләгәҙ ауылы
ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.

Автор:Лариса Михалькова