Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
22 Март 2022, 11:10

Әсәй – донъя тотҡаһы

Ошо көндәрҙә әсәйебеҙгә 80 йәш тулды. Был дата – беҙҙең өсөн ҙур байрам, беҙгә күрһәткән изгелеге, һөйөүе өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереү, уның тураһында һөйләү мөмкинселеге булған көн.

Әсәй – донъя тотҡаһы
Әсәй – донъя тотҡаһы

Әсәйебеҙ Нәсимә Ғәлләмшина 17 мартта Урта Аҡа ауылында тыуған. Икенсе көндө атаһы фронтҡа киткән.
Өс ҡыҙ араһында иң кесеһе булыуына ҡарамаҫтан, үҙ аллы һәм тырыш ҡыҙ булып үҫә. Ун класс тамамлағас, ата-әсәһе юлынан барырға була һәм уҡытыусы һөнәрен һайлай. Ошо ниәт менән Бәләбәй педагогия училищеһына уҡырға инә.
Ул 25 йыл дауамында Урта Аҡа һәм Оло Аҡа ауылдарында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләне.
Атайым Заһир Талип улы шулай уҡ Урта Аҡа ауылында тыуып үҫкән. Улар әсәйем менән 1962 йылдың 1 ноябрендә яҙмыштарын бәйләй. Быйыл беҙҙең ғаиләлә тағы ла бер ҙур байрам – ҡәҙерлеләребеҙҙең гәүһәр туйы.
Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, әсәйебеҙ үҙ эшен бик яратты. Эш көнөнән һуң дәрескә бик оҙаҡ әҙерләнә, уҡыусыларҙың дәфтәрен тикшерә ине. Ул ваҡытта бөтәһе лә шәхси хужалыҡ тотто, беҙҙең дә үҙ хужалығыбыҙ ҙур ине: атай-әсәйем күп итеп һыйыр, ҡош-ҡорт ҡараны, ҙур баҡса үҫтерҙе. Әсәйем барыһына ла өлгөрҙө.
Уның йорто бөгөн дә – таҙалыҡ һәм тәртип өлгөһө. Ул – матурлыҡҡа ғашиҡ кеше, шуға күрә үҙе тирәләй гүзәллек булдыра. Йәйен – баҡсала, ҡышын тәҙрә төбөндә сәскәләре гөрләп үҫә. Ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата: салфетка, ҡыш һәм көҙ көндәрендә беҙҙе йылытҡан шапка, йылы ойоҡбаш һәм кофталар бәйләй.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул заман менән бергә атлай. Интернетты үҙләштерә, мессенджерҙар ярҙамында беҙҙең менән аралаша, фото һәм видеолар ебәрә.
Беҙҙе, балаларын, ул хеҙмәттә үҫтерҙе, бала саҡтан яуаплылыҡ һәм ғәҙеллек тойғоһо тәрбиәләне. Беҙҙең өсөн башланғыс класс уҡытыусыһы ла булды, шуға күрә уның хөрмәтле уҡытыусы икәнен яҡшы беләбеҙ. Әсәйемдең педагогик һәләте ҙур, ул һәр балаға ҡарата алым таба һәм уны ҡыҙыҡһындыра белде. Уның дәрестәренән һуң юғары синыфтарҙа уҡыу еңелгә тура килде, сөнки башланғыс кластан төплө белем менән сыҡтыҡ.
Әсәйҙәр төймә кеүек, ул бөтәһен дә тотоп тора, тип дөрөҫ әйтәләр. Әсәйебеҙ – беҙҙең өсөн терәк. Бөгөн беҙ бала сағыбыҙҙағы кеүек, уның кәңәштәренә, ярҙамына мохтаж, шуға күрә һәр ваҡыт уның менән кәңәшләшәбеҙ.

Урта Аҡа ауылынан ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ НӘСИМӘ АБЗАЛ ҡыҙы ҒӘЛЛӘМШИНАны ысын күңелдән күркәм юбилейы – 80 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерле, яратҡан, аҡыллы, мөләйем, берҙән-бер әсәйебеҙ, һинең булыуың – беҙҙең өсөн оло бер бәхет. Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙаһың, йыуатаһың, дәрт өҫтәйһең, изге кәңәштәреңде бирәһең. Һин беҙҙең тормошта – иң мөһим кеше. Матур ғүмер байрамың менән ҡотлап, һиңә күп йылдарға етәрлек сәләмәтлек, ҡыуаныслы ваҡиғалар, шатлыҡлы аяҙ көндәр теләйбеҙ.
Рәхмәт һиңә, мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Оло һөйөү менән ҡыҙы Лира, кейәүе Мәүлит,
улы Зөфәр, килене Әлфирә, ҡыҙы Лариса, ейәне Марат, килене Аида, ейәнсәре Лилиә, кейәүе Всеволод,
бүләһе Ярослав һәм бүләсәре Мира.

Автор:Лариса Михалькова