Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
21 Март 2022, 10:40

Яуаплы һәм белемле педагог

Ошо көндәрҙә һоҡланғыс ҡатын, өс улға хәстәрлекле әсә, белемле педагог Зарифа Камил ҡыҙы Яҡупова юбилейын ҡаршылай.

Яуаплы һәм белемле педагог
Яуаплы һәм белемле педагог

Ул 1972 йылдың 25 мартында Дыуан-Мәсетле ауылында бухгалтер һәм уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килгән. Уҡырға тыуған ауылындағы мәктәпкә бара, артабан Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатта белем ала. Башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәренә Зарифа Камил ҡыҙы Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡып сыға.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген йәш педагог балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлай, артабан Яңы Мишәр мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып урынлаша.
Тырыш хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған педагог 2013 йылда мәғариф бүлегенең маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. 2017 йылда “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында ҡатнашып, финалға сыға.
Лицейға Зарифа Камил ҡыҙы тәжрибәле уҡытыусы булып килде. Хеҙмәт эшмәкәрлеге осоронда ул лицейҙың башланғыс класс уҡытыусыларының методик берекмәһен етәкләне. Бөгөн иһә класс етәкселәренең методик берекмәһе эшен алып бара. Зарифа Камил ҡыҙы һиҙгер һәм иғтибарлы. Үҙенең тәжрибәһен һәм уңыш серҙәрен коллегалары менән дә уртаҡлаша. Уның менән бергә эшләү еңел. Балалар ҙа уҡытыусыларын хөрмәт итә.
Коллегабыҙға изге күңелле, һоҡланғыс кеше, матур ҡатын һәм иң бәхетле әсә булып ҡалыуын теләйбеҙ.
Оло Ыҡтамаҡ лицейының башланғыс
кластар уҡытыусылары кафедраһы.

Автор:Лариса Михалькова