Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
21 Март 2022, 09:40

Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ Урын алһын йөрәк түрендә

Күптәр өсөн мәктәп тәүге уҡытыусынан, мәктәп тупһаһынан башланһа, Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлаусылар өсөн ул нәҡ шул уҡыу йортонан башланған кеүек. Район педагогтарының күбеһе – тәрбиәселәр, башланғыс класс уҡытыусылары, предмет уҡытыусылары – үҙ ваҡытында тап ошо уҡыу йортонда профессиональ белем алған.

Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ Урын алһын йөрәк түрендә
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ Урын алһын йөрәк түрендә

Беҙ хәҙер генә, йылдар аша үткәндәрҙе байҡап, педагогия училищеһының көслө уҡыу йорто булыуын, ә студент йылдарының иң бәхетле миҙгел икәнлеген аңлайбыҙ. Ә уҡырға ингән саҡта ата-әсә йортонан айырылған балаларға ҡыйыныраҡ ине. Һәр саҡ өйгә, ата-әсәләр, класташтар янына тартылдыҡ.
Беҙҙе өс төркөм араһынан “б” төркөмөнә яҙҙылар. Төркөм тик Мәсетле районы ҡыҙҙары һәм егеттәренән тор-ҙо, тип әйтергә лә мөмкин: 25 студенттың 21-е бер райондан килгәйнек.
Бигерәк тә Дыуан-Мәсетле мәктәбен тамамлаусылар айырылып торҙо, сөнки педучилищеға кластарының яртыһы тиерлек уҡырға килгән. Таныш булғанлыҡтан, уларға яңы шарттарға яраҡлашып китеүе лә еңелерәк булғандыр. Бында ошо ауылда урынлашҡан “Комсомолец” колхозы етәкселегенең ярҙамын да әйтеп үтмәү мөмкин түгел: улар дүшәмбе һәм шәмбе көндәрендә үҙ студенттарын автобус менән йөрөттө.
Бына тәүге класс сәғәтенә йыйылдыҡ, класс етәксеһе менән таныштырҙылар. Уҡытыусыны күреп, барыбыҙ ҙа хайран ҡалдыҡ: алда оҙон керпекле, сәстәре матур итеп һалынған, килешле күлдәктә бик матур ҡыҙ баҫып тора ине. Һуңынан асыҡланыуынса, ул беҙҙән алты йәшкә генә өлкәнерәк булып сыҡты. Беҙ уға хайран ҡалып ҡарап торҙоҡ. Уҡытыусыбыҙға ҡарап шул тиклем онотолғанбыҙ, хатта уның нимә һөйләгәнен ишетмәнек тә. Беҙгә тәғәйенләнгән класс етәксеһе Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһын тамамлаған Фәриҙә Сәлимйән ҡыҙы Ғәйнанова ине. Ата-әсә йортонан айырылған балалар өсөн Фәриҙә Сәлимйән ҡыҙы оло апайыбыҙ кеүек булды – ярҙам итте, өйрәтте, уңыштарыбыҙ менән ҡыҙыҡһынды.
Ул 1972 йылдың 19 мартында Бүрәт Республикаһы Улан-Удэ ҡалаһында тыуған. Һуңынан ғаиләһе менән атаһының тыуған яғына ҡайталар. 1-се Оло Ыҡтамаҡ мәктәбендә 8 класс белем алғас, Учалы сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Диплом алған йәш белгесте Мәсәғүт педагогия училищеһына эшкә ебәрәләр.
“Мин һомғол буйлы матур уҡытыусыбыҙ менән осрашҡан тәүге көндө яҡшы хәтерләйем. Ул беҙҙең өсөн һәр ваҡыт яҡын кеше булды. Бер байрамда бөтә төркөмдө үҙенең бүлмәһенә сәйгә саҡыр-ҙы. Иҫтәлеккә фотолар өсөн альбом бүләк итте. Был альбомды училищела төшкән фотоһүрәттәрем менән әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым”, – ти Рузидә Сөләймәнова.
“Фәриҙә Сәлимйән ҡыҙы 1 курстан һуң миңә училищены ҡыҙыл дипломға тамамлау мөмкинлегем булыуы хаҡында әйтте. Ул минең менән һөйләшер өсөн махсус рәүештә дөйөм ятаҡҡа килгән ине. Артабан өс йыл тырышып уҡыным. Университетҡа ҡыҙыл диплом буйынса имтиханһыҙ уҡырға индем. Ғөмүмән, минең хәтеремдә ул бик матур, мөләйем, аҡыллы, изге күңелле булып һаҡланған. Ул училище уҡытыусылары араһында айырылып тора ине. Беҙгә балаларына кеүек ҡараны, шул уҡ ваҡытта дуҫтарса мөнәсәбәттә булды”, – ти Людмила Сибәғәтова, студент саҡтарын хәтерләп.
“Уҡыу йылдары тураһында тик йылы тәьҫораттар ғына ҡалды күңелемдә. Фәриҙә Сәлимйән ҡыҙының матур итеп йырлауы оҡшай ине миңә. Уның етәкселегендәге хорға йөрөргә яраттым. Хәҙер уҡытыусыбыҙ Оло Ыҡтамаҡ ауылы район Мәҙәниәт һарайының “Тембр” өлгөлө йыр ансамбле менән етәкселек итә. Уларҙың сығыштарын һәр саҡ ихлас тыңлайым”, – тип хәтирәләрен еткерҙе Рәзилә Вәлиева.
Быйыл беҙҙең Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлауға 25 йыл тула. Башҡа төркөмдәрҙе тамамлаусыларҙан айырмалы рәүештә, арабыҙҙан бик аҙҙар ғына мәктәптә эшкә ҡалды – кемдер юғары белем алып, икенсе һөнәр һайланы, кемгәлер мәктәптә буш вакансия табылманы. Әммә һәр беребеҙ үҙ булмышын тапты. Руслан Зарипов (Һабанаҡ ауылы) – Башҡортостан Республикаһының Ҡатнаш көрәш федерацияһы президенты. Дыуан-Мәсетле ауылынан Наил Миңлеәхмәтов – Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының
Ҡырмыҫҡалы районы буйынса милек менән идара итеү комитеты рәйесе. Дыуан-Мәсетленән тағы ла бер курсташыбыҙ Илнур Әхмәт-йәнов бөгөн Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығында өлкән инспектор булып эшләй, полиция майоры. Фларит Солтанов – Әжекәй мәктәбенең химия, биология һәм физкультура уҡытыусыһы. Аҙанғол ауылынан Рөстәм Фәйрушин күп йылдар район Мәҙәниәт һарайында эшләне. Әйтергә кәрәк, уның артислыҡ һәләте студент йылдарында уҡ сағыу күренде. Беренсе курста ул театр коллективтары конкурсында иң яҡшы ир-егет ролен башҡарыусы булып танылды. Әжекәй егете Ильяс Камалов райондың юл ремонт-төҙөлөш идаралығында эшләй. Фәнис Ғәббәсов Ғүмәр ауылында йәшәй.
Мәктәптә ҡыҙҙарҙан Айгөл Хәйбуллина (Теләш ауылынан, Октябрьский ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы), Рәзилә Вәлиева (Аҙанғол ауылынан, Ҡыйғы районы 2-се Үрге Ҡыйғы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы), Айгөл Хафизова (Дыуан районы Ҡаракүл ауылынан, Яңы Мишәр мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы) эшләй. Ләйсән Хакова (Иҫке Мишәр ауылынан, Өфөлә эшләй) һәм Гөлнара Дилмөхәмәтова (Оло Ыҡтамаҡ ауылынан, Благовещен ҡалаһында эшләй) – тәрбиәселәр. Әҙилә Фәтихова (Дыуан-Мәсетле ауылы) – Силәбелә структур подразделение етәксеһе, Светлана Яхина (Иҫке Мишәр ауылы) – Өфө ҡалаһының 49-сы мәктәбе директоры. Миләүшә Шәрипова (Дыуан-Мәсетле ауылы) – Башҡортостан Республикаһы Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының финанс-иҡтисад бүлегенең 2-се разрядлы өлкән белгесе. Рузидә Сөләймәнова (Тайыш ауылы)
– Рәсәй Федерацияһы Социаль страховкалау фондының Мәскәү өлкә бүлексәһе баш белгесе. Людмила Сибәғәтова (Тайыш ауылы) – ҙур банктарҙың береһендә менеджер. Миләүшә Ғәүнетдинова (Әбдрәхим ауылы) – Ләмәҙтамаҡ ауыл хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе. Айгөл Закирова (Аҙанғол ауылы) һәм Зәлиә Иштуғанова (Дыуан-Мәсетле ауылы) үҙ эштәрен асып, бөгөн уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Зөлфиә Таһирова (Әбдрәхим ауылы) “Сорғотнефтегаз” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләй. Вәлиә Хафизова (Һөләймән ауылы) Первоуральск ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Гүзәл Бәҙретдинова (Әжекәй ауылы) Екатеринбург ҡалаһында эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн Әжекәй ауылынан һәр ваҡыт ихлас курсташыбыҙ Гөлсибәр Дәүләтбаева беҙҙең арала юҡ.
Бөгөн Фәриҙә Сәлимйән ҡыҙы Мәсетле районы Балалар сәнғәт мәктәбендә эшләүен дауам итә. Уҡыусыларының уңыштары хаҡында район гәзите аша белеп торабыҙ. Уның үҙенең балалары ла яҡшы уҡыуҙары, әүҙем булыуҙары менән билдәле: улы Әнүәр Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала, ҡыҙы Айша – райондың йәштәр хәрәкәте активисы.
Йылдар уҙа. Хәҙер инде балаларыбыҙ хеҙмәт юлын башланы, ә ҡайһы бер курсташтарыбыҙ хатта тәүге ейәнсәрҙәрен һөйә. Әммә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ әле һаман шул ҡасандыр Фәриҙә Сәлимйән ҡыҙына һоҡланыулы ҡараш менән баҡҡан һәм күңеле менән йәшлек илендә аҙашҡан студенттар булып ҡалабыҙ.
Зөһрә ҒӘНИЕВА (ҒАТАУЛЛИНА),
“Мәсетле тормошо”
район гәзитенең дубляж буйынса мөхәррир урынбаҫары.

Хөрмәтле Фәриҙә Сәлимйән ҡыҙы! Һеҙҙе матур юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ. Йортоғоҙ ҡояш нурҙарына мансылып, яҡындарығыҙ күңел йылыһы һәм изге йөрәге менән Һеҙҙе йылытһын. Яҙмышығыҙ сағыу, күңелле, шатлыҡлы ваҡиғалар менән тулы булһын, ә уҡыусыларығыҙ юғары һөҙөмтәләре һәм ҡаҙаныштары менән ҡыуандырһын. Һеҙгә һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйбеҙ! Һеҙҙең һөнәри ҡаҙаныштарығыҙ тормош юлығыҙҙы яҡтыртһын.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын Һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән Мәсәғүт педагогия
училищеһын 1997 йылда тамамлаусылар.

Һүрәттә: Беренсе курста иҫтәлеккә төшкән фото.

Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ Урын алһын йөрәк түрендә
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ Урын алһын йөрәк түрендә
Автор:Лариса Михалькова