Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
18 Март 2022, 14:50

Беҙҙең өсөн өлгө булып ҡала

Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте киң бит ул. Һәр кешегә ниндәй ҙә булһа һәләтте йәлләмәй, мул итеп бирә. Оло Ыҡтамаҡта йәшәүсе Мәрйәм Йәнбирҙе ҡыҙы Хәсәнова ла ысын мәғрифәтсе сифаттарына эйә.

Беҙҙең өсөн өлгө булып ҡала
Беҙҙең өсөн өлгө булып ҡала

Ул үҙе – күрше Салауат районы ҡыҙы. 1947 йылдың 11 мартында мәшһүр тауҙар ҡосағына һыйынып ултырған Мәсетле ауылында тыуған, ләкин бөтә тормош юлы Мәсетле районы менән бәйле.
Һигеҙенсе синыфты тамамлағас, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Ошо уҡыу йортонда эшләгән уҡытыусыларға ул әле лә рәхмәтле. Сөнки улар бөтә фәндәрҙән дә методик оҫталыҡҡа өйрәтеүҙәре менән баһалап бөткөһөҙ белем бирҙе, тип хәтерләп ала ул.
1966 йылда училищены тамамлағандан һуң Тайыш ауылында эш башлай. Унда биш йыл уҡытҡас, һөнәренә ғашиҡ педагог 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. 1976 йылда Нуриман районы Яңыкүл мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте буйынса эшкә алына. Үҙенә һәм эшмәкәрлегенә ҡарата талапсан, дәртле, белемле уҡытыусы тиҙ арала коллективта абруй яулай. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡаны, төплө, сифатлы белем биргәне, тәрбиәүи эште юғары кимәлдә тотҡаны өсөн тәүге йылда уҡ Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
Тормош юлдары уны 1981 йылда Мәсетле районы Йонос мәктәбенә алып килә. Байтаҡ эш тәжрибәһе туплаған оптимист филолог һәр дәресенә ентекле әҙерләнә. Балалар уның һөйләү оҫталығына һоҡланып, уҡытыусыларына оҡшарға тырыша. Уның һәр бер класс сәғәте – оло тәрбиә дәресе. Районда беренселәрҙән булып Баш-ҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте кабинетын йыһазландырҙы.
Педагогтың кластан тыш саралары, асыҡ дәрестәре йөкмәткеле булып, юғары кимәлдә уҙҙы. Өс йыл уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары вазифаһында ла һынатманы. Эшендәге уңыштарын баһалап, уға “Рәсәй Федерацияһы мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Ыңғай энергиялы, ҡайҙа ла һүҙе үтемле ҡатын 1985 йылда Йонос ауыл советы рәйесе итеп һайлана. Ул ваҡытта райком Советы рәйесе В. А Ғиниәтуллин ине. Ауылдарҙы төҙөкләндереү, сүп үләндәренән таҙартыу эшен ул башланы, сөнки матурлыҡ кәйефте күтәрә, эшкә илһамландыра. Мәрйәм Йәнбирҙе ҡыҙы ошо эшкә бар һәләтен биреп тотона, көн һайын дүрт ауылды бер итеп урап сыға: урам йыйылыштары үткәрә, күрһәтмәләр бирә, аңлатыу эштәре алып бара. Был сараға һәр ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларын да йәлеп итә. Уның шулай халыҡ менән аралашып, арымай-талмай эшләү дәүерендә “Өлгөлө йорт”, “Өлгөлө урам” исемдәре биреү йолаһы булдырылды.
Сәскә, урам байрамдарына бөтә халыҡ сыҡты. Колхоз, район етәкселәре, бөтә район ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәре лә ҡатнашты. “Ҡарға бутҡаһы”, “Уңыш байрамы”, йәрминкә, юбилярҙар кисәһе, өлгөлө килен һәм ҡәйнә кеүек сараларҙы ойоштороуҙа Мәрйәм Йәнбирҙе ҡыҙының роле баһалап бөткөһөҙ. Ул кеше биргән кәңәштәрҙе тыңлап, баһалай белде. Колхоздың фольклор төркөмөн ойоштороп ебәреүгә лә ҙур өлөш индерҙе. Көндөҙ – эштә, кисен клубта булды. Әб-дрәхим, Йонос, Тайыш ауылдарының ағинәйҙәренән торған төркөм халыҡ йолаларын күр-һәтеп беренсе урынға сығып, Өфөлә сығыш яһаны. Баш ҡалала ла урын яулап, бүләктәр алып ҡайтты.
Йәмәғәт эшенә лә Мәрйәм Хәсәнова төп һөнәре кеүек ҡараны, ә бит был күпме ваҡыт, көс талап итә. Мал-тыуарын ҡарарға ла, йорт тирәһен ялтыратып тоторға ла көсөнән килде уның. Бына шулай 19 йыл Йонос ерендә янып эшләне беҙҙең коллегабыҙ.
Яҙмыш елдәре уны 1998 йылда район үҙәгенә илтә. Лицейҙа рус балаларын башҡорт теленә өйрәтеү эшенә тотона. Бында ла тырыш, талапсан уҡытыусы аптырап ҡалмай, һәр дәресенә ныҡлы әҙерләнә: телдең нескәлектәре менән таныштыра, халыҡ ижады материалдарына таянып эш итә. Телмәр үҫтереү өҫтөндә арымай-талмай эшләй. Рус балалары уҡытыусыларын аңлап, матур һөйләмдәр төҙөп яуап бирә. Тырыш уҡытыусы эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша, коллегаларына уҡытыу өсөн үҙ ҡулдары менән әҙерләгән пособиеларҙы күрһәтә. Телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн Йонос мәктәбе уҡыусылары менән дуҫлыҡ күпере ойоштора.
Үҙ эшенә бирелгән уҡытыусы Оло Ыҡтамаҡ лицейында ла ҙур абруй яулай. Коллегалары менән уртаҡ тел таба. Уҡыусылары олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. Хаҡлы ялға сыҡҡас та мәктәптә эшләүен дауам итә. Ҙур булмаған хужалығында ҡош-ҡорт ҡарап, емеш-еләк, йәшелсәләр үҫтереп, гөрләтеп донъя көтә.

Мәңге йәш йөрәкле, һәр саҡ ҡупшы, матур һәм шат коллегабыҙ МӘРЙӘМ ЙӘНБИРҘЕ ҡыҙы ХӘСӘНОВАны 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм хөрмәтле коллегабыҙға ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы имен, аяҙ, көндәр, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Ғүмер юлығыҙ матур, һоҡланырлыҡ,
Өлгө була ала күптәргә.
Яҙһын Һеҙгә тағы оҙаҡ йылдар
Шатлыҡ-бәхеттәрҙә йәшәргә.
Аяҡ баҫтығыҙ етмеш бишкә,
Тултырырға яҙһын йөҙҙө лә.
Балаларығыҙ Һеҙгә терәк булһын,
Бәхетле булығыҙ ғүмер көҙөндә!
Изге теләктәр менән Оло Ыҡтамаҡ лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы уҡытыусылары.
* * *
Хөрмәтле МӘРЙӘМ ЙӘНБИРҘЕ ҡыҙы ХӘСӘНОВА! Һеҙҙе ысын күңелдән юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Беҙ, Һеҙҙең тәүге уҡыусыларығыҙ, алыҫ 1966 йылда йәш белгес булып Тайыш мәктәбенә килгәнегеҙҙе яҡшы хәтерләйбеҙ. Һеҙ беҙҙе икенсе кластан алып башланғыс кластарҙы тамамлағансы уҡыттығыҙ. Һеҙҙең биргән төплө белемегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һеҙ беҙҙең өсөн яратҡан уҡытыусыбыҙ булып ҡалдығыҙ. Бар ғүмерегеҙҙе педагогик эшмәкәрлеккә бағышлап, ҙур уңыштарға ирештегеҙ. Уҡыусыларығыҙ барыһы ла Һеҙҙе хөрмәт менән иҫкә ала һәм рәхмәт белдерә. Уҡытыусы өсөн был – үҙе ҙур баһа.
Ғаиләгеҙҙең һәм яратҡан ҡыҙығыҙҙың уңыштарына һөйөнөп, бәхетле оҙон ғүмер кисерегеҙ!
Иң изге теләктәр менән уҡыусығыҙ Нәғим Яҡупов
һәм уның ҡатыны Эльмира.

Автор:Лариса Михалькова