Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
11 Март 2022, 16:00

Тиңләр инек һеҙҙең ғүмер юлын Алтындан да ҡиммәт байлыҡҡа

Оҙаҡ йылдар бергә йәшәү – ҙур бәхет, шуның менән бергә аҡыл һәм сабырлыҡ талап иткән хеҙмәт тә. Тиҫтәләгән йылдар бергә матур йәшәгән парҙар ғаилә мөнәсәбәттәренең ныҡлығын үҙ өлгөләрендә дәлилләй. Уларҙың татыулығы, бер-береһе хаҡында хәстәрлек күреүе, ихтирам итеүе йәштәр өсөн үрнәк булып тора.

Тиңләр инек һеҙҙең ғүмер юлын Алтындан да ҡиммәт байлыҡҡа
Тиңләр инек һеҙҙең ғүмер юлын Алтындан да ҡиммәт байлыҡҡа

Илле йыл дауамында тормошта иңгә-иң терәп атлау һәм һәр бәхетле көнгә бергәләп ҡыуаныу – күптәрҙең хыялы.
Ҡорғат ауылынан Гөлзәминә һәм Юрис Тәхәүетдиновтар мартта ошондай иҫтәлекле ваҡиғаларын билдәләй. Ярты быуат бергә ғүмер иткән маҡтауға лайыҡ был пар бер-береһенә һөйөүен һәм ихтирамын, ышанысын һәм тоғролоғон йылдар дауамында һыуытмай һаҡлап килгән.
Гөлзәминә Әҙеһәм ҡыҙы Мишкә районының Татарбай ауылында тыуып үҫкән. Һигеҙенсе класты тамамлағас, Дыуан ауыл хужалығы техникумына уҡырға инеп, зоотехник һөнәренә эйә булып сыға.
Юрис Мәсибих улы ла ошо техникумда уҡый. Ватан алдындағы бурысын үтәр өсөн студент йылдарында тиҫтерҙәре менән армияға юллана. Хәрби хеҙмәттән һуң техникумдың өсөнсө курсына күсә һәм шунда буласаҡ ҡатыны менән таныша. Йәштәр бер-береһен оҡшата, бер парта артында ултырып белем алалар. Тиҙҙән Ҡорғат ауылы егете һөйгәненә тәҡдим яһай. Тормоштарына шатлыҡ өҫтәп, Тәхәүетдиновтарҙың улдары тыуа.
Техникумды тамамлаған йәш ғаилә тормош иптәшенең тыуған ауылына ҡайтып төпләнә һәм шунда хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Улар икеһе лә колхозда эшләй: ир тәүҙә зоотехник булһа, һуңыраҡ ферма мөдире итеп тәғәйенләйҙәр, ҡатынды – диспетчер, һуңынан малсылыҡ буйынса бухгалтер итеп ҡуялар.
Йәшлек йылдарында колхозды күтәреүгә ҙур өлөш индергән Тәхәүетдиновтар хәҙер хаҡлы ялда. Тынғыһыҙ хеҙмәттә хөрмәт ҡаҙанған һоҡланғыс пар бөгөн дә эшһеҙ ултырмай. Улар-ҙың иркен йортоноң ишеге туғандары һәм яҡындары өсөн һәр саҡ асыҡ. Ҙур булмаған хужалыҡ алып баралар, йәйгеһен баҡса менән шөғөлләнәләр. Улар һәр ваҡыт бергә һәм килешеп эшләй.
Ир менән ҡатын ауырлыҡтарҙы бергә еңеп, мәсьәләләрҙе бергә хәл итә. Тормош уларҙы күп тапҡыр ныҡлыҡҡа тикшерә, әммә улар ауырлыҡҡа зарланмай, хеҙмәттән йәм табып йәшәй. Уларҙың ғаилә союзы хөрмәт, бер-береһе хаҡында хәстәрлек һәм ихлас рәхмәт тойғоһо менән нығытылған. Ғүмер юлында улар бөтә эштәрҙә һәм башланғыстарҙа бер-береһенә ярҙам итә һәм нәҡ ошо ярҙам, тырышлыҡ һәм хеҙмәт менән тормошта барыһына ла өлгәшә.
Улар өсөн иң ҡиммәтле бүләк – ғаилә. Тәхәүетдиновтар дүрт ул тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙер биш ейәнсәре, ике ейәне, бер бүләсәрҙәре һәм бер бүләләре уларҙың тормошон йәмләй.
Ошо илле йыл эсендә уларҙың тойғолары һәм мөнәсәбәте, ваҡыт үткән һайын бары нығына ғына барып, алтындан да ҡиммәтлерәк байлыҡҡа әйләнгән.
Әйткәндәй,
Мәсетле районы ЗАГС бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылда 41 пар 50 һәм 60 йыл бергә ғүмер итеүен билдәләгән. Уларға республика Башлығы Радий Хәбировтан бүләк һәм ҡотлау хаттары тапшырылды.
2022 йылда Башҡортостан Республикаһы Президентының 2003 йылдың 5 февралендәге 81-се “Башҡортостан Республикаһында ғаилә тормошо юбилярҙарын тәбрикләү тураһында”ғы Указын үтәү маҡсатында, районда 50, 60, 70, 75 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙарын тәбрикләү ойошторола.
1947, 1952, 1962, 1972 йылдарҙа өйләнгән ғаиләләргә йәшәү урыны буйынса ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова