Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
29 Ноябрь 2021, 18:00

Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан

Был гүзәл ханымдың йөҙөнән нур бөркөлә, ихлас йылмайыуында тормошҡа оло һөйөү сағыла. Ундай кеше менән аралашыу күңелгә рәхәтлек тойғоһо бирә. Ул шатлыҡтарыңды, уй-хәсрәттәреңде уртаҡлаша белә, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер, кәрәк сағында йылы һүҙен таба. Ул – Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәгән әхирәтем Ралия Шәйәхмәтова. Юбилейы уңайынан әхирәтем тура-һында һөйләп үтергә теләйем.

Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан
Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан

Беҙ уның менән 1989 йылдың матур июль иртәһендә таныштыҡ. Ул, 18 йәшлек ҡурсаҡ кеүек сибәр ҡыҙ, “Башаҡҡай” балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә килде. Оҙаҡҡа ҡалырмы икән? Ул бит әле бөтөнләй йәш кенә, ә эш еңелдән түгел: төркөмдәрҙә 38-шәр бала шөғөлләнә, балалар баҡсаһы тәүлек әйләнәһенә эшләй. Әммә Ралия Рәфис ҡыҙы сабыр һәм ныҡышмал булып сыҡты. Тәүге көндәрҙән үк үҙен ижади, маҡсатҡа ирешеүсән, һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр өҫтөндә булған кеше итеп күрһәтте, балаларҙың барыһының да ышанысын яулап, уларҙың яҡын дуҫына әйләнде. Ты- рышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигән халыҡ мәҡәле нәҡ уның хаҡында.
Бер нисә айҙан Ралия Рәфис ҡыҙына музыка етәксеһе эшен тәҡдим иттеләр һәм ул, бала сағынан үҙешмәкәр сәнғәттә сығыш яһап йөрөгән, Балалар сәнғәт мәктәбендә “Фортепиано” класында шөғөлләнгән ҡыҙ, һис икеләнеп тормай, бик теләп риза булды. 1994 йылдан ул “Ромашка” балалар баҡсаһында эшләй.
32 йыл эсендә Ралия Рәфис ҡыҙы етәкселегендә меңәрләгән бала йырларға һәм бейергә өйрәнде. Ул төрлө байрамдар, спектаклдәр, ҡурсаҡ театрҙары ойоштора. Педагогтың ижади идеялары бихисап.
Иртәләрен кәйефһеҙерәк килгән балалар музыка дәрестәренән бөтөнләй икенсе кәйефтә сыға, сөнки Ралия Рәфис ҡыҙы уларҙы сағыу образдар менән йәлеп итә белә.
Музыка етәксеһенең балалар менән генә түгел, коллегалары менән дә ҡуйған бейеүҙәре, ижади номерҙары призлы урындар ала. Хеҙмәт коллективтарының Бөйөк Еңеүҙең 60, 65, 70, 75 йыллыҡтарына арналған үҙешмәкәр сәнғәт район фестивалдәрендә “Ромашка” балалар баҡсаһы коллективы еңеүсе һәм призерҙар иҫәбендә килде.
Йәй балалар баҡсаһы территорияһы сәскәләргә күмелеп ултыра. Бында ла Ралия Рәфис ҡыҙының өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ул өйөнән үрсетмәләр килтерә, клумбаларҙы биҙәй, көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй йәй буйы уларҙы ҡарап үҫтерә.
Тағы ла ул – яҡшы, ҡунаҡсыл хужабикә. Аш-һыуы, айырыуса ҡоймағы менән былауы бик тәмле була. Ирен хөрмәт итә, балалары, ейәне өсөн өҙөлөп тора. Ә улары нисек яраталар һуң үҙен!
Ҡәҙерле Ралия! Мин беҙҙең утыҙ йылдан ашыу бер-беребеҙгә иң яҡын кешеләр булып йәшәүебеҙгә шатмын. Бөгөн беҙҙең дуҫлыҡ бары нығына ғына бара.
Күркәм юбилейың менән ҡотлап, һиңә һәм яҡындарыңа оҙон ғүмер, сәләмәтлек, изге һәм бөйөк эштәр, яҡты һәм ышаныслы киләсәк, яҡшы кәйеф, уңыштар теләйем. Һәр ваҡыт шундай сибәр һәм йәш, шаян һәм шат булып ҡал. Йылдар һинең ҡыйыу холҡоңа, үҙ баһаңа йоғонто яһамаһын. Тормошҡа булған һөйөүең башҡаларға өлгө булһын, ә дәртең башҡаларҙы ла яңы эштәргә илһамландырһын!
Әхирәтең Эльвира.

 

Ҡотлайбыҙ!
Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ромашка” балалар баҡсаһында эшләгән һөйкөмлө, сибәр һәм ҡабатланмаҫ коллегабыҙ, музыка етәксеһе РАЛИЯ РӘФИС ҡыҙы ШӘЙӘХМӘТОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Бөгөн һинең тыуған көнөң,
Көтөп алған күңел байрамың.
Йөрәгеңә бәхет ҡошо ҡунып,
Иң-иң гүзәл йырын һайраһын!
Бөгөн һинең моңдан торған көнөң,
Күркәмдәрҙән-күркәм бер мәлең.
Аҡ яҙмышың һиңә бүләк итһен
Был донъяның барлыҡ саф йәмен!
“Ромашка” балалар баҡсаһы коллективы.

Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан
Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан
Автор:Лариса Михалькова