Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
29 Ноябрь 2021, 09:00

Һин донъяла иң яҡшыһы

29 ноябрҙә юғары категориялы тәрбиәсе, иҫ китмәле һәм һәр яҡлап һәләтле, һөйкөмлө, наҙлы ҡатын, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй Ралия Шәйәхмәтова күркәм юбилейын билдәләй.

Һин донъяла иң яҡшыһы
Һин донъяла иң яҡшыһы

Ул Теләш ауылында тыуа, Оло Ыҡтамаҡ ауылында үҫә, урындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбен һәм сәнғәт мәктәбенең “Фортепиано” класын тамамлай.
Мәскәү психология-социология институтында башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм педагог-психолог квалификацияһына эйә була. Хеҙмәт юлын “Башаҡҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлай. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул үҙен ижади, маҡсатҡа ирешеүсән, һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр өҫтөндә эшләгән кеше итеп күрһәтә. Коллегалары өсөн дә, балалар өсөн дә иң яҡын дуҫҡа әйләнә.
Күп тә үтмәй, уға музыка етәксеһе вазифаһын тәҡдим итәләр. Уның һөнәренең үҙенсәлеге шунда: ул музыка ҡоралдарында уйнарға, сценарий яҙырға, йырларға, бейергә, һүрәт төшөрөргә, шиғыр-ҙар яҙырға һәм башҡа күп нәмә эшләй белергә тейеш.
Ралия Рәфис ҡыҙы балаларҙың һәм ата-әсәләр-ҙең күңелдәрен күтәрә белә, коллегалары араһында абруй менән файҙалана.
1994 йылдан алып бөгөнгәсә “Ромашка” балалар баҡсаһында эшләй, йәш ярымдан башлап мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн музыка дәрестәре алып бара. Иң оялсан һәм тыйнаҡ балалар ҙа уның дәрестәрендә һәләтле артистарға әйләнә. Тәрбиәләнеүселәре район сараларында ҡатнаша, һәр байрамды сағыу сығыштары менән биҙәй. Республика һәм халыҡ-ара ижади конкурстарҙа призлы урындар яулаған һәләтле балалар тәрбиәләй. Уларҙың күптәре Балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүен дауам итә.
Балалар баҡсаһы педагогтары ҙур теләк менән музыка етәксеһенә ярҙамлаша: сценарий төҙөү буйынса бергәләп кәңәшләшәләр, әкиәт геройҙарын башҡаралар, костюмдар әҙерләйҙәр, тәрбиәләнеүселәрҙә ижади һәләт, музыкаға һөйөү тәрбиәләүгә үҙ өлөштәрен индерәләр.
Уның етәкселеге аҫтында “Ромашка” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре ижади сараларҙа һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Улар мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре араһындағы “Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы” зональ уйындарында күп тапҡырҙар еңеүсе була.
Ралия Рәфис ҡыҙы балалар, ата-әсәләр араһында оло хөрмәт яулай, донъялағы иң ҙур наградаға – балалар көлөүе һәм йылмайыуына лайыҡ.
2010 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтында бейеү түңәрәге буйынса авторлыҡ программаһын яҡлап сыға. Район хакимиәте Почет грамотаһына лайыҡ.
Ралия Шәйәхмәтованың ғаиләһе татыу һәм ныҡлы. Һәр ваҡыт уның уйҙарын хуплаған тормош иптәше Илдар Рәҡип улы менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Улдары Руслан юриспруденция өлкәһендә эшләй. Иляна – Урал федераль университеты студенткаһы, Эрнест мәктәптә уҡый. Ралия Рәфис ҡыҙы алты йәшлек ейәненә хәстәрлекле, яратҡан өләсәй.
Эш мәшәҡәттәре күп булыуына ҡарамаҫтан, яратҡан шөғөлдәренә ваҡыт таба белә – сәскәләр, йәшелсә-емеш үҫтерә.
Ижади кеше – һәр эшкә оло ҡыҙыҡһыныу һәм дәрт менән тотонған һоҡланғыс кешеләр категорияһы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Ралия Рәфис ҡыҙы – быға сағыу миҫал. Ул үҙе генә мауығып ҡалмай, баш-ҡаларҙы ла йәлеп итә һәм тормошто сағыу биҙәктәргә күмә.

Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ.
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Иң изге теләктәр менән ире Илдар, әсәһе Мәрйәм, ҡәйнәһе Клара, ҡайныһы Рәҡип, ағаһы Хәсән, улдары Руслан, Эрнест, ҡыҙы Иляна,
килене Марина, ейәне Марк.

Һин донъяла иң яҡшыһы
Һин донъяла иң яҡшыһы
Автор:Лариса Михалькова