Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
24 Октябрь 2021, 15:30

Йыр-моңдо юлдаш итеп

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны, педагог Валентина Сизова 25 октябрҙә 65 йәшлек юбилейын ҡаршылай.

Йыр-моңдо юлдаш итеп
Йыр-моңдо юлдаш итеп

Валентина Михайловна Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһынан һуң тыуған еренә әйләнеп ҡайта.
Йыр-моңға маһир, баянда оҫта уйнаған ҡыҙ бар ғүмерен музыка менән бәйләй. Төп эшмәкәрлеге мәктәп менән бәйле. Ул бына инде 40 йылдан ашыу Оло Ыҡтамаҡ лицейында музыка дәрестәрен алып бара – үҫеп килгән быуында йыр-моңға һөйөү тәрбиәләй. Уның ярҙамында әллә нисә быуын мәҙәниәткә ылығып үҫте.
Валентина Сизова вокаль төркөмдәр менән шөғөлләнә, төрлө саралар өсөн сценарийҙар яҙа. Үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары менән әүҙем сығыш яһап, райондың мәҙәни тормошон үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә.
Пермь губернаһы Көнгөр өйәҙенән күсеп килгән рустарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау маҡсатында 1981 йылда “Рябинушка” ансамблен ойоштора, ансамблгә “халыҡ” исемен биреүгә ирешә. 40 йыл эсендә коллектив яңы ҡатнашыусылар менән тулылана. Тәүгеләрҙән булып президент гранты алыуға ирешә.
Тағы ла Валентина Михайловна – район Мәҙәниәт һарайының “Родничок” өлгөлө фольклор ансамбле һәм “Крыница” казак ансамбленең художество етәксеһе.
Уның ижади коллективтары, халыҡ мәҙәниәтенең иң яҡшы традицияларын пропагандалап, әүҙем концерт эшмәкәрлеге алып бара, республика һәм төбәк-ара фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа, смотрҙарҙа һәм хәйриә концерттарында ҡатнашып еңеү яулай.
Һәләтле музыкант һәм педагогтың хеҙмәте грамоталар, рәхмәт хаттары менән баһаланған.
Дәртле, әүҙем, ижади шәхес бер минут та тик ултырмай, һәр ваҡыт эҙләнеүҙә. Юбилейы уңайынан уҡыусылары, коллегалары, дуҫтары һәм туғандары уға ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерә.
Валентина Чебыкина, химия уҡытыусыһы, лицей музейы етәксеһе: “Валентина Михайловна – бик һәләтле кеше. Йыр-моң уны ғүмер буйы оҙатып бара. Иң мөһиме – балаларҙың һәләттәрен аса һәм үҫтерә. Ә был бик тә кәрәк! Сәләмәтлек, бәхет һәм уңыштар уға!”
Надежда Корлыханова, башланғыс кластар уҡытыусыһы-пенсионер: “Валентина Михайловна менән беҙ күптәнән таныш. Мин уның улының класс етәксеһе булдым, ә ул музыка дәрестәрен алып барҙы, балалар менән кластан тыш саралар ойошторорға ярҙам итте. Һәр сараға баян тотоп килә ине, рәхәтләнеп йырлашып ултыра торғайныҡ. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул мине “Рябинушка” ансамблендә ҡатнашырға саҡырҙы, шулай итеп беҙ әле һаман бергә.
Валентина Михайловна – ижади, әүҙем кеше. Нимәлер уйлап табып тора, ойоштора, нимәләлер ҡатнаша. Тағы ла ул – хәстәрлекле һәм яратҡан әсәй, өләсәй. Уға ысын күңелдән ныҡлы сәләмәтлек, йәштәрсә дәрт, ижади уңыштар, оптимизм, тағы ла оҙаҡ йылдар ансамбль менән етәкселек итеүен теләйем”.
Зөһрә Михайлова, Оло Ыҡтамаҡ лицейының инглиз теле уҡытыусыһы: “Валентина Михайловна – төрлө яҡлы шәхес. Ул тәбиғәте менән моңло, һүҙ оҫтаһы. Төрлө сараларға тота һалып сценарийҙар яҙып ҡуя ала. Эшләгән осоронда уның яҙған сценарийҙарын һанап бөтөрөрлөк түгел, улар бер-береһенә оҡшамаған. Һәр сараһы юғары кимәлдә үтә. Ул заман менән бергә атлай һәм һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр өҫтөндә.
Валентина Михайловна, Һеҙҙе матурлыҡ тойғоһо ташламаһын. Күңелегеҙ ҡылдары күңелле һәм шатлыҡлы көйҙәр генә сиртһен, илһам ҡанаттары талмаһын”.
Физкультура һәм технология кафедраһы уҡытыусылары: “Хөрмәтле Валентина Михайловна! Һеҙ беҙҙең тормошҡа сихри моң өҫтәйһегеҙ. Юбилейығыҙ уңайынан ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ. Һеҙ балаларҙы сәнғәткә ылыҡтыраһығыҙ, уларға ритм тойғоһо бирәһегеҙ, матурлыҡҡа өйрәтәһегеҙ. Үҙегеҙҙең дә тормошоғоҙ бәхет менән тулы булһын, һәр ваҡыт аңлаған һәм ярҙам иткән кешеләр генә уратһын”.
Татьяна һәм Михаил Худяковтар, 2001 һәм 2004 йылдарҙа Оло Ыҡтамаҡ лицейын тамамлаусылар: “Хөрмәтле Валентина Михайловна! Мәктәп йылдарында Һеҙ беҙҙең музыка уҡытыусыһы булдығыҙ. Һеҙҙең етәкселектә беҙ йырланыҡ һәм бейенек, ә хәҙер, йылдар үткәс, беҙҙең балаларға күңел йылығыҙҙы өләшәһегеҙ. Беҙ Һеҙгә шуның өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һеҙҙең хеҙмәт баһалап бөткөһөҙ!
Юбилейығыҙ көнөндә Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, тормошоғоҙҙа шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм ябай кеше бәхете теләйбеҙ”.
Розалия Хәбибуллина, “Родничок” ансамбленең 2017 йылғы ҡатнашыусыһы: “Валентина Михайловна – бик изге күңелле кеше. Ул беҙҙең класта музыка дәрестәрен алып барҙы, түңәрәккә йөрөттө. Дәрестәрен яратып, көтөп ала инем. Беҙ күп йырҙар өйрәндек, төрлө район, республика, Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнаштыҡ. Ҙур теләк менән репетицияларға йөрөнөк һәм уларҙа халыҡ фольклорын, традицияларын, рус халҡының көнкүрешен өйрәндек. “Рябинушка” ансамбленә йөрөгән оло йәштәге апайҙар менән аралашыу бик фәһемле булды. Мин уның уҡыусыһы булыуым менән бәхетлемен. Валентина Михайловнаны ысын күңелемдән юбилейы менән ҡотлайым!”
Балалары, ейәндәре: “Ҡәҙерле әсәй, өләсәй! Һин иң матуры, һәләтле һәм дәртле. Һин – ғаиләбеҙҙең ныҡлы терәге. Юбилейың менән ҡотлайбыҙ. Был көндө һиңә сикһеҙ һөйөү һүҙҙәребеҙҙе еткереп, көс-дәртеңдең бер ҡасан да һүнмәүен, тормошоңдоң артабан да шатлыҡлы мәлдәр һәм сағыу ваҡиғалар менән тулып тороуын теләйбеҙ. Беҙҙең өсөн һин иң ҡәҙерлеһе!”

Йыр-моңдо юлдаш итеп
Йыр-моңдо юлдаш итеп
Автор:Наталья  Русинова