Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
12 Октябрь , 10:10

Тыуған еренән көс ала

11 октябрҙә яратҡан ир, яҡшы атай, хәстәрлекле ул, оҫта етәксе, изге күңелле һәм оло йөрәкле Рәфис Носратуллин 50 йәшлек юбилейын билдәләй.

Тыуған еренән көс ала

Һәр кеше үҙ яҙмышын үҙе һайлай. Кемдер бәхетен ҡалала эҙләй, бәғзеләре уны юллап ер сигенә китә, ә кемдер тыуған ерендә ҡалып, үҙ еренең ысын хужаһы булып, тырыш хеҙмәте менән уның байлығын арттыра. Беҙҙең юбиляр ҙа ғүмерен тыуған еренә бағышлағандар рәтенә инә.
Рәфис Ғанус улы Абдулла ауылында тыуып үҫкән. Ата-әсәһенән эшкә, тыуған илен хөрмәт итергә өйрәнгән йәш үҫмер ере өсөн хеҙмәт итеүҙең уның тәғәйенләнеше икәнен аңлай. 1990 йылда “Почет билдәһе” орденлы Көнгөр автотранспорт техникумын тамамлағас, хеҙмәт юлын “Әй” совхозының дүртенсе бүлегендә башлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң ауыл хужалығы предприятиеларында эшләй.
Ун йыл элек, конкурс үткәндән һуң, Рәфис Ғанус улы Абдулла ауыл биләмәһе башлығы итеп тәғәйенләнә. Ул ауыл биләмәһе, ауылы, халҡы өсөн янып йәшәй һәм ауылдарҙың үҫеше өсөн бар көсөн һала. Был эшендә уға ышанған, һәр тырышлығын хуплаған ауылдаштары ярҙам итә. Ауыл халҡының һәр ойошторолған өмәлә әүҙем ҡатнашыуҙары быны асыҡ дәлилләй.
Юбиляр оҫта етәксе генә түгел, яҡшы ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше Лилиә Нәбип ҡыҙы менән барыһына ла өлгө булырға тырышып, дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Өлкән ҡыҙҙары Башҡорт дәүләт университетын тамамлай: Ләйсән бөгөн Төркиәлә йәшәй һәм эшләй, Рәзилә – Ҡазанда. Энже ун беренсе класта уҡый. Әмир – биштә. Улар яҡшы уҡый, ижади һәм спорт түңәрәктәренә йөрөй.
Носратуллиндар ғаиләһе – өлгөлө йорт хужалары. Уларҙың ярҙамсы хужалыҡтары һоҡланыу хистәре тыуҙыра: ғаилә күп мал тота, ҡош-ҡорт ҡарай, ер эшкәртә, умарта тота.
Бына шулай тыуған еренә йәм өҫтәп, хеҙмәттән тәм табып, ауылының тотҡаһы булып ғүмер итә юбиляр.

Ҡәҙерле улым һәм яратҡан ирем, атайыбыҙ, туғаныбыҙ РӘФИС ҒАНУС улы НОСРАТУЛЛИНды матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф, уңышлы, тормошсан идеялар, ауыл биләмәһенең сәскә атыуы һәм үҫеше эшендә уңыштар, ғаилә именлеге, бәхет һәм бөтмәҫ шатлыҡтар теләйбеҙ. Һин беҙҙең өсөн өлгө, терәк һәм таяныс. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!
Иң изге теләктәр менән әсәһе, ҡатыны, балалары, туғандары.

Тыуған еренән көс ала
Автор:Айгуль  Шарапова