Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
10 Сентябрь 2021, 09:45

Ысын уҡытыусы булыу – үҙе оло һәләт

Мәктәп... Был һүҙҙәр һәр кешенең күңелендә йылы тойғо уята. Мәктәп ул беҙҙең өсөн – иркен һәм яҡты клас-тар, аҡбур менән яҙылып бөткән таҡта, ҡайҙалыр юғалған көндәлек, тәүге һөйөү, талапсан уҡытыусылар, ата-әсәләрҙең өгөт-нәсихәте, мәктәп ихатаһы...

Ысын уҡытыусы булыу – үҙе оло һәләт
Ысын уҡытыусы булыу – үҙе оло һәләт

Беҙҙең мәктәптең тарихы тамырҙары менән алыҫ үткәндәргә барып тоташа. 1902 йылда бында ике класлы мәхәллә училищеһы асыла. Киләһе йылда Яңы Мөслим мәктәбе 120 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк! Ошо йылдар эсендә унда күпме уҡытыусы эшләгән дә, күпме бала белем алып сыҡҡан!
Бөгөн мин иҫ китмәле һоҡланғыс кеше, педагогик хеҙмәт ветераны Фликза Хәбиб ҡыҙы Нәсибуллина тураһында һөйләп үтергә теләйем.
Фликза Хәбиб ҡыҙы математика уҡытыусыһы булып 30 йылдан ашыу эшләне, шуның 20 йылын мәктәптә директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары булды. Хөкүмәт уның намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәтен тейешенсә баһаланы. Ул – РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, өлкән уҡытыусы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.
Фликза Хәбиб ҡыҙында ҙур уҡытыу тәжрибәһе, тәрән белем һәм балаларға белем биреү процесына ысын мәғәнәһендә ижади ҡараш тупланған. Ундай кешеләр хаҡында эше өсөн янып йәшәй, тиҙәр.
Фликза Хәбиб ҡыҙының педагогик оҫталығын бер ниндәй ҙә квалификациялар һәм разрядтар менән баһалап булмай. Ундай уҡытыусылар тураһында Хоҙайҙан бирелгән һәләт, тиҙәр. Ул һәр ваҡыт шәп, дәртле, эшлекле, үҙенә һәм тирә-яҡтағыларға талапсан була белә, үҙ предметынан төплө белемгә эйә, методик оҫталығы, эрудицияһы маҡтауға лайыҡ.
Фликза Нәсибуллинаның дәрестәре һәр ваҡыт сағыу, тере уҙҙы, шуға ла уҡыусылар был предметтың башланыуын түҙемһеҙләнеп көтөп алды, уйларға, үҙ фекерҙәрен әйтеп бирергә өйрәнде һәм, әлбиттә, уҡытыусы балаларҙың был һәләтен һәр ваҡыт баһаланы.
Мин Фликза Хәбиб ҡыҙының тәүге уҡытыусым булыуы менән бәхетлемен. Ысын уҡытыусы булыу – ул һәләт. Сөнки уҡытыусы үҙ тәжрибәһен, белемен балаларға алып барып еткерә белергә тейеш.
Уҡыусыһы киләсәктә уңыштарға өлгәшһә, уҡытыу-сының хеҙмәтенә шунан да юғарыраҡ баһа юҡтыр ул. Ә иң мөһиме – уҡыусыларының рәхмәте. Мин Һеҙгә рәхмәтлемен, Фликза Хәбибовна! Беҙҙе изгелеккә, яҡындарҙы яратырға, дуҫтарҙы хөрмәт итергә, уҡытыусы эшен баһаларға өйрәткән өсөн рәхмәтлемен. Һеҙ үҙегеҙҙе беҙгә тулыһынса бағышлап, үҙ балаларығыҙ кеүек тәрбиәләнегеҙ. Беҙ, Һеҙҙең уҡыусылар һәм коллегаларығыҙ, нәҡ Һеҙҙең остазыбыҙ булыуығыҙ менән ғорурлана алабыҙ.
Һеҙҙең 80 йәшлек юбилейығыҙ көнөндә үткәндәрҙең яҡты һәм бәхетле хәтирәләре күңелегеҙҙе йылытып тороуын, матур тормош, балаларығыҙ һәм ейәндәрегеҙ янында бәхетле һәм күңелле мәлдәр, тотороҡло имен тормош теләйбеҙ!
Альберт ЗИГАНШИН,
Яңы Мөслим мәктәбе мөдире.

* * *

Яңы Мөслим ауылында йәшәүсе ҡәҙерле һәм һөйөклө ФЛИКЗА ХӘБИБ ҡыҙы НӘСИБУЛЛИНАны ысын күңелдән 80 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, һин һәр йәшәгән йылың менән хаҡлы ғорурлана алаһың. Яҙмышың һиңә күп бәхетле көндәр бүләк итһен, кәйефең – күтәренке, тормошоң етеш булһын. Ныҡлы сәләмәтлек, күтәренке кәйеф, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Баҡсаларҙа ҡоштар һайрап туймай,
Һине ҡотлап тыуған көнөңдә.
Ер йөҙөндә булған изгелектәр
Һыйған һинең күңел түреңә.
Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә
Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.
Бәхет-шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек
Юлдаш булһын һиңә ғүмерлек!
Туғандарың һәм яҡындарың. 

Ысын уҡытыусы булыу – үҙе оло һәләт
Ысын уҡытыусы булыу – үҙе оло һәләт
Автор:Наталья  Русинова