Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
7 Сентябрь 2021, 15:00

Яратҡан эшкә бағышланған ғүмер

Тыуған еренең мәҙәниәтенә 40 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған Фәрзәнә Ғимранова 60 йәшлек юбилейын ҡаршыланы.

Яратҡан эшкә бағышланған ғүмер
Яратҡан эшкә бағышланған ғүмер

Ул 1961 йылдың 1 сентябрендә тыуған. Һөйкөмлө ҡыҙ 19 йәшендә тормошон мәҙәниәт менән бәйләй һәм һөнәренә ғүмерлеккә тоғро ҡала. 17 йыл район мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй. Бер нисә йыл күп кеше ҡатнашлығында саралар ойоштора, мәғлүмәт-анализ бүлегендә методист вазифаһын башҡара. 2015 йылдан башлап – халыҡ ижады бүлеге мөдире.
Фәрзәнә Радик ҡыҙы район Мәҙәниәт һарайында яуаплы һәм намыҫлы хеҙмәткәр, яҡшы ойоштороусы булды, илһамландыра белде. Уның ойошторған саралары юғары кимәлдә үтеүе менән айырылып тора.
Мәсетлеләр һәм районыбыҙ ҡунаҡтары Еңеү көнө, Милли мәҙәниәттәр көнө уңайынан рус йыры байрамы ваҡытында һәм башҡа иҫтәлекле көндәрҙә ошо һәләтле мәҙәниәт хеҙмәткәре ойошторған театрлаштырылған тамашаларҙы күп тапҡырҙар яратып ҡарай.
Ул байрамдарға программалар-ҙы үҙ аллы төҙөй. Сюжеттарҙың үҙенсәлеклелеге, тамашаларҙың матурлығы уларҙы оҙаҡ иҫтә ҡалырлыҡ итә.
Фәрзәнә Ғимранованың тәҡдиме менән һәм уның ойоштороуында Мәсетле районында тәүге тапҡыр матурлыҡ, батырҙар конкурстары, һуңынан Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр статусы алған ҡумыҙсылар бәйгеһе уҙа.
Ижади шәхес булараҡ, ул халыҡты мәҙәниәткә ылыҡтырыуға ҙур иғтибар бүлә. Коллективтарҙы төрлө республика, район фестивалдәренә, смотрҙарына, конкурс-тарына әҙерләй. Үҙе лә был сараларҙа әүҙем ҡатнашып, районыбыҙҙы һәм республикабыҙҙы башҡаларға ла танытты. “Ҡабырсаҡ” халыҡ фольклор коллективы составында Чебоксар, Ҡазан ҡалаларындағы Бөтә Рәсәй фольклор коллективтары фестивалендә, Нефтекамск ҡалаһындағы – “Берҙәмлек”, Венгриялағы – туғандаш фестивалдәр халыҡ-ара, “Меңйыллыҡтар сигендә”, “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” республика фестивалдәрендә, Нязепетровск ҡалаһында башҡорттар ҡоролтайында ҡатнаша. Йыл һайын Свердловск һәм Силәбе өлкәләрендәге һабантуйҙарға, Красноуфимск ҡала көнөнә, Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта студенттар менән осрашыуға коллективтарҙы әҙерләй һәм улар менән бергә үҙе лә сығыш яһай.
Һөнәренә тоғролоғо, хеҙмәтендәге юғары ҡаҙаныштар, маҡсатҡа ынтылыусанлығы өсөн Фәрзәнә Радик ҡыҙы күп һанлы республика һәм район наградаларына лайыҡ.

Хөрмәтле Фәрзәнә Радик ҡыҙы! Ғүмерегеҙҙәге матур һәм иҫтәлекле көн менән ҡотлап, Һеҙгә сәләмәтлек, бәхет, уңыштар теләйбеҙ. Өйөгөҙҙә һәр ваҡыт именлек, етеш тормош булһын, ә тормошоғоҙ сағыу төҫтәрҙән, күңелле көйҙәрҙән, матур гөлләмәләрҙән торһон. Күңелегеҙҙә гармония һәм тыныслыҡ булһын, ә күҙҙәрегеҙ 60 йәштә лә тормоштоң матур булыуын сағылдырһын. Уңыштар, бәхет Һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә!
Хөрмәт менән район мәҙәниәт
бүлеге, Мәҙәниәт һарайы, үҙәкләштерелгән клуб
системалары һәм ауыл клубтары коллективтары.

Яратҡан эшкә бағышланған ғүмер
Яратҡан эшкә бағышланған ғүмер
Автор:Наркес Халиуллина