Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
3 Сентябрь 2021, 10:20

Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында илдә һәм республикала барған социаль-сәйәси үҙгәрештәр йәмәғәт хәрәкәттәренең әүҙемләшеүенә алып килде. СССР тарҡалғандан һуң милли республикаларҙы һаҡлау маҡсаты менән тел, мәҙәниәт һәм быуаттар буйына тупланып килгән йолаларҙы һаҡлауҙы күҙ уңында тотҡан милли клубтар ойоша башланы.

Әүҙем йәмәғәт  эшмәкәре
Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре

Мәсетле районында ошондай йәмәғәт ойошмалары был эшкә күп көсөн һалған кешеләр ярҙамында башланғыс алды. Шуларҙың береһе – Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Вәрис Вәлиев.
Ул оҙаҡ йылдар 1990 йылдың 4 мартында барлыҡҡа килгән “Әй” милли клубының рәйесе булды. Марат Ғафаров, Рәйес Юлдашев, Рәүил Үзбәков, Салауат Закиров һәм Римма Хәйруллина – берләшмәне башлап ебәреүселәр. Клубтың уставы һәм программаһы булды. 1995 йылда Вәрис Мирйән улы I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайланды. Мәсетле төҙөлөш материалдары комбинаты ойошмаһының партия секретары булараҡ, башҡа йәмәғәт эштәренән дә ситләшмәне. Архив материалдарын эшләгәндә тыуған ауылы Аҙанғол һәм Нарағол ырыуының шәжәрәһен төҙөй.
Шулай уҡ Вәрис Мирйән улы – Аҙанғол ауылындағы барлыҡ ырыуҙарҙың осрашыуын ойоштороусы. Уның тәҡдиме һәм әүҙем ауылдашы Ҡәүи Латипов ярҙамында Аҙанғол ауыл клубы территорияһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәм башҡа һуғыштарҙа ҡатнашҡандарҙың иҫтәлегенә исем-фамилиялары гранит плитаға соҡоп яҙылған стела асыла.
Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына райондың яңы энциклопедияһына индереү өсөн күп материалдар әҙерләп тапшыра.
Район ветерандар советы рәйесе вазифаһында йәмәғәт ойошмаһының барлыҡҡа килеүенә 20 йыл тулыу айҡанлы ветерандар хаҡында альбом әҙерләй. Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының урындағы ойошма секретары булараҡ, Мәсетле районында “Һуғыш йылы балалары” йәмәғәт ойошмаһын булдырыуға үҙ өлөшөн индерҙе. Вәрис Мир-йән улы тәҡдиме менән уның күп кенә ағзалары “Һуғыш йылы балалары” миҙалы менән бүләкләнде.
Вәрис Вәлиев – “Мәсетле тормошо” гәзитенең тоғро уҡыусыһы. Ул йыш ҡына гәзит редакцияһына райондағы хәл-ваҡиғалар, уның халҡы һәм хеҙмәттәштәре яҙмышы хаҡында мәҡәләләр алып килә.
Бөгөн дә Эске эштәр министрлығы ветераны Вәрис Вәлиев тыуған районының социаль мөхитенә үҙ өлөшөн индергән әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булып ҡала. Ул 2 сентябрҙә 80 йәшлек оло юбилейын билдәләне!

Хөрмәтле Вәрис Мирйән улы! Һеҙ ғүмерегеҙҙең күп йылдарын эске эштәр органдарында хеҙмәт итеүгә бағышланығыҙ. Һеҙҙең баһалап бөткөһөҙ хеҙмәтегеҙ ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм илһөйәрлек менән тулы. Һеҙгә юбилейлы тыуған көнөгөҙҙә, ҡурҡыу һәм кәртәләр белмәгән батырға, әүәлгесә ҡыйыу, дәртле булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, абруй һәм дәрәжә, күңел тыныслығы һәм ғаилә именлеге юлдаш булһын.
80 йәшкә еткән ир-егеттәр
“Ил ағаһы” тигән дан ала.
Ҡылған ғәмәлдәре өлгө була,
Әйткән һүҙе хаҡлыҡ һанала.
80 йәш – ул ир-уҙаман өсөн
Абруйлы мәл, бәхетле саҡтары.
Ҡеүәтләнеп алға ынтылған мәл,
Янһын дөрләп тормош сатҡыһы!
Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлеге ветерандар советы.

Әүҙем йәмәғәт  эшмәкәре
Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре
Автор:Наталья  Русинова