Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
1 Сентябрь 2021, 09:30

Кешелекле һөнәр эйәһе

1 сентябрҙә юғары категориялы уҡытыусы-логопед, иҫ китмәле һәм һәр яҡлап һәләтле кеше, хөрмәтле педагог, мөләйем һәм һоҡланғыс ҡатын, хәстәрлекле әсәй-өләсәй Мәҙинә Дәүләт ҡыҙы Мофазалова үҙенең юбилейын билдәләй.

Кешелекле һөнәр эйәһе
Кешелекле һөнәр эйәһе

Юбилей – теге йәиһә был йәш сигенә еткәндә һәр кемдең күңелен елкендергән матур мәл. Юбилей – кеше тормошонда мөһим ваҡиға. Был аҡыл, ҙур тормош тәжрибәһе байрамы. Бөгөн ихлас ихтирам, һоҡланыу, хөрмәт, ҡотлауҙар, коллегалар, дуҫтар һәм яҡындарҙың теләктәре – барыһа ла Һеҙҙең өсөн, бары тик Һеҙгә бағышлана, хөрмәтле Мәҙинә Дәүләт ҡыҙы!
Был кеше тураһында күп һөйләргә була. Педагогик хеҙмәт эшмәкәрлеге ваҡытында беренсе һанлы мәктәптән дөрөҫ телмәр үҫеше алған күп һанлы уҡыусылар сығарҙы. Мәҙинә Дәүләт ҡыҙы РСФСР Халыҡ мәғарифы алдынғыһы, хеҙмәте Мәсетле районы һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф бүлеге грамоталары менән билдәләнгән, педагогик хеҙмәт ветераны, ә уның иң ҙур наградаһы – сығарған уҡыусыларының уңыштары, ата-әсәләрҙең рәхмәт һүҙҙәре һәм бергә эшләгән хеҙмәттәштәренең хөрмәте.
38 йыл элек беҙҙең районда бер логопед та булмаған. Күп ололар ҙа, балалар ҙа бындай һөнәр тураһында белмәгән дә. Ваҡыт үтә, бар нәмә үҙгәрә...
1983 йылдың 1 сентябрендә Оло Ыҡтамаҡ ауылында урта мәктәп базаһында тәүге логопед пункты асыла. Мәҙинә Дәүләт ҡыҙы райондың тәүге логопеды титулына лайыҡ – нәҡ ул тәүгеләрҙән булып коррекцион ярҙамға мохтаж уҡыусыларҙы тикшерә һәм асыҡлай.
Мәҙинә Дәүләт ҡыҙы Кокчетав педагогия институтының “Рус теле һәм әҙәбиәте” факультетын тамамлай. Алған һөнәре буйынса Әжекәй, Теләш, Оло Ыҡтамаҡ мәктәптәрендә, балалар шифаханаһында эшләй. 1982 йылда, Башҡорт дәүләт педагогия институтында белемен камиллаштырғандан һуң, уҡытыусы-логопед булып эшләй башлай. Логопед һөнәре бик тә яуаплы, бик тә мөһим эш икәнен яҡшы аңлай. Логопед эше – ҙур сыҙамлылыҡ, һөнәри тотанаҡлыҡ талап иткән оҙайлы коррекцион хеҙмәт юлы. Логопед телмәр төҙәтеп, балала киләсәккә ышаныс тыуҙыра, йәмғиәттә әүҙем йәшәргә, мәктәптә яҡшы уҡырға һәм һәр яҡлап үҫергә ярҙам итә.
Мәҙинә Дәүләт ҡыҙы, был һөнәргә килгәс, бар нәмәне яңынан башлай: үҙ ҡулдары менән күргәҙмә материал, төрлө китап-журналдарҙан телмәр төҙәтеү буйынса материалдар йыя, сөнки ул саҡта әҙәбиәт табыуы ҡыйын, китапханала ла булмай. Иҫке китаптарҙан киҫеп алынған һүрәттәр ҡуллана. Ә һатыуҙа телмәр буйынса лото йәиһә домино осраһа, ҡыуанысының сиге булмай.
Йәш белгес эштең ауырлығына ҡарамай: телмәре боҙолған бәләкәй бала, ринолалия диагнозы булған студент, йәиһә йәрәхәт кисереү һөҙөмтәһендә тотлоҡҡан хеҙмәт кешеһе булһынмы – барыһына ла ярҙам ҡулы һуҙа. Мәҙинә Дәүләт ҡыҙы 40 йыллыҡ бай педагогик эш тәжрибәһе менән генә түгел, рухи байлыҡ, бөтмәҫ дәрте, ихтыяр көсө, белемгә ынтылыш, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ хисе, ә иң мөһиме – үҙ эшен яратыуы менән айырылып тора.
Логопед хеҙмәте йылдан-йыл әүҙемләшеп үҫешә, бөгөн был өлкә үҙ эшенә тоғро ҡалған яңы белгестәр менән тула. Был балаларҙы яратҡан, еңел аралаша белгән, тыныс һәм килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе еңел хәл иткән белгестәр. Улар һәр саҡ уҡыусыларҙың уңыштарына ҡыуанып, һайлаған һөнәрҙәренең мөһим, кәрәкле икәненә инаналар.
35 йыл эсендә районда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға коррекцион логопед ярҙамының яңы системаһы барлыҡҡа килде, бөгөн унда ете юғары квалификациялы белгес эшләй. Беҙ, логопедтар, үҙенең бай эш тәжрибәһе, оҫталығы менән бүлешкән Мәҙинә Дәүләт ҡыҙына оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ошо матур юбилей көнөндә Һеҙгә сәләмәтлек, ғаилә именлеге, оҙон ғүмер, уңыштар һәм тыныс көндәр теләйбеҙ. Бәхетле булығыҙ. Һеҙҙең изге эштәрегеҙҙе, Һеҙ булдырған йолаларҙы иҫләйбеҙ һәм дауам итәбеҙ.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ сәләмәтлек, бәхет
Юлдаш булһын Һеҙгә ғүмергә!
Ҙур ихтирам менән Оло Ыҡтамаҡ лицейының
коррекцион педагогика секцияһы уҡытыусылары.

Кешелекле һөнәр эйәһе
Кешелекле һөнәр эйәһе
Автор:Наталья  Русинова