Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
17 Август 2021, 16:15

Һәр ваҡыт бергә

Гәзит уҡыусыларға төрлө йылдарҙа һәм бөгөн дә Мәсетле районы балаларында ижади һәләт үҫтереүгә һәм музыкаль белем биреүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән кешеләр хаҡында һөйләүебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Һәр ваҡыт бергә
Һәр ваҡыт бергә

Уҡытыусылар араһында уртаҡ эш берләштергән ғаилә парҙары йыш осрай. Бер ғаиләлә – ике педагог: Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Эльвира Айрат ҡыҙы һәм Зарифйән Закирйән улы Ғариповтарҙың ғаиләһе бының асыҡ миҫалы булып тора.
Улар район Мәҙәниәт һарайында “Әй” халыҡ бейеүҙәре ансамбле репетицияһы ваҡытында таныша. Күп тә үтмәй, туй яһап, яңы ғаиләгә нигеҙ һалына.
Зарифйән Закирйән улы барыһы ла сәнғәткә ғашиҡ ғаиләлә үҫә. Әсәһе шиғырҙар ижад итә, йырлай. Апаһы – хореограф, ә ағаһы баянда, гурмунда, торбала оҫта уйнай.
Зарифйән алты йәшендә яңғыҙ номер менән хореография буйынса район конкурсында еңеп сығып, мәҙәниәт бүлеге Почет грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләккә лайыҡ була. Һуңынан Мәсәғүт ауылында уҙған зональ конкурста ла беренсе урын яулай.
Яңы Мишәр мәктәбен тамамлағандан һуң, Зарифйән Ғарипов Стәрлетамаҡ ҡалаһының Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт техникумында халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, ялды ойоштороусы педагог һөнәрен алып сыға. Хеҙмәт юлын Сибай филармонияһында балет артисы булып башлай. Армия сафында хеҙмәт иткәндән һуң, Нижневартовск ҡалаһында сәнғәт мәктәбендә эшләй.
2005 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайта һәм район Мәҙәниәт һарайында ижади эшен дауам итә. 2006 йылдан Балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыусыларҙы бейергә өйрәтә. Бөгөн ул район Мәҙәниәт һарайында “Әй” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Балалар сәнғәт мәктәбендә “Өлгөр” өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе.
Зарифйән Ғарипов оҫта ойоштороусы етәксе һәләтенә эйә, уға ололар ҙа, кескәйҙәр ҙә тартыла. Уҡыусылары менән тиҙ уртаҡ тел таба, балалар дәрестәренә теләп йөрөй.
Ул күп тапҡыр төбәк, республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурс һәм фестиваль дипломдары менән бүләкләнә. Юғары кимәлдәге награда – Гран-приға лайыҡ. 2016 йылда Зарифйән Закирйән улы етәкләгән “Өлгөр” өлгөлө бейеү ансамбле Свердловск өлкәһендә уҙған татар балалар халыҡ ижады төбәк-ара конкурсында еңеү яулай. Һуңынан улар Башҡортостан исеменән Ҡырым Республикаһында уҙған “Алтын майҙан” халыҡ-ара конкурсында сығыш яһап, I дәрәжә лауреат исемен алып ҡайта.
Эльвира Айрат ҡыҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫә, бәләкәйҙән музыка менән мауыға. Уның шиғырҙар яҙған, скрипкала, мандолинала оҫта уйнаған олатаһы һәм матур тауышҡа эйә булған, тынлы оркестрҙа торбала уйнаған атаһы тәүге уҡытыусыһы һәм өлгө алырлыҡ остазы була.
1989 йылда яратҡан уҡытыусыһы Лилиә Александровна Ғәйнетдинованың аккордеон класын тамамлай.
Өфө 2-се һанлы педагогия училищеһында музыка уҡытыусыһы һәм етәксеһе һөнәрен алып сыҡҡас, Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Балалар сәнғәт мәктәбендә аккордеон һәм баян класында уҡытыусы булып эш башлай. Бөгөн ул концертмейстер, дөйөм фортепиано уҡытыусыһы. М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт асыҡ педагогия университетында юғары белем алып сыға.
Эльвира Ғарипова – районда уҙған күмәк сараларҙа күп тапҡыр алып барыусы. Эльвира Ғимранова менән хәйриә концерттары, конкурстар ойоштороп үткәрәләр, шулай уҡ райондың үҙешмәкәр сәнғәт коллективы менән эш алып бара.
Уның һәр көнө эш һәм хәстәрлектәр менән тулы, көс-ҡеүәте бар нәмәгә етәрлек. Нәзирә Әхкәмова район Мәҙәниәт һарайы директоры булып эшләгән ваҡытта, уның менән бергә райондың брендын – “Мәсетле оҫтаханаһы” төбәк-ара халыҡ кәсептәре конкурсы – ойошторалар. 2011 йылда положение, сценарий эшләйҙәр һәм беренсе конкурсты үткәрәләр.
Ғариповтар ғаиләһе балаларының ижади һәләттәрен үҫтереүгә, төрлө яҡлы тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүлә. Улдары Эмиль Балалар сәнғәт мәктәбен тамамлай, бөгөн ул Себер тарафтарында геодезист-топограф булып эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Эльнара һигеҙенсе класта уҡый, сәнғәт өлкәһендә белем ала.
Донъя мәшәҡәттәренә ҡарамай, ижади ғаилә музыкаль һәләттәрен камиллаштырып, район һәм республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Автор:Лариса РИЗВАНОВА