Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
10 Август 2021, 14:50

Хеҙмәттән йәм табып йәшәй

Ошо көндәрҙә хеҙмәт ветераны Анфиса Ташкинова 80 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Һуғыш, һуғыштан һуңғы ауыр йылдар һәм күп һынауҙар үтергә тура килһә лә, рух ныҡлығы һәм йәшәүгә ынтылыш бер ваҡытта ла уны ташламай.

Хеҙмәттән йәм табып йәшәй
Хеҙмәттән йәм табып йәшәй

Анфиса Федоровна 1941 йылдың 12 авгусында Кесе Ыҡтамаҡ ауылында донъяға килә. Ата-әсәһе – колхозда эшләгән ябай хеҙмәтсән. Атаһы һуғышҡа алынғанда бәләкәй Анфисаға ни бары 12 көн була. Ул һуғыштан ҡайтмай: 1944 йылда Көнсығыш Пруссияла вафат була. Ғаиләһен туйҙырыу өсөн әсәһе, өс аҙналыҡ балаһын яслегә биреп, эшкә сыға.
11 йәшлек Анфиса Федоровна тамағын туйҙырыу өсөн хәлле йәшәгән ғаиләлә эшләй башлай. Бөтә төр эштәрҙе лә башҡара: өс айлыҡ баланы ҡарай, иҙән йыуа, йылғанан һыу ташый, утын индерә, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша.
Уның уҡырға теләге бик ҙур була. Әммә етенсе класты тамамлағандан һуң артабан белем алырға мөмкинселеге булмай, сөнки ун йыллыҡ мәктәп Оло Ыҡтамаҡ ауылында урынлашҡан була. Алыҫ ергә көн дә йәйәү йөрөү, йәшәү урыны булмау сәбәпле уҡыуын ҡалдыра. 14 йәшлек ҡыҙ почтала эш башлай: гәзит, пенсия тарата, коммутаторҙа төндәрен сменалап дежур итә. Аҙаҡтан фермаға күсә, унда уға ҡарарға 13 быуаҙ тана бирәләр. Йәш ҡыҙ уларҙы ашата, ҡоҙоҡтан һыу ташып эсерә, аҫтарын ала. Таналар быҙаулағандан һуң быҙауҙарын ике ай дауамында ҡарай. Анфиса Федоровнаны алдынғы хеҙмәтсән булараҡ Өфө ҡалаһына республика мал ҡараусылар кәңәшмәһенә ебәрәләр.
1962 йылда Михаил Жильцовҡа тормошҡа сыға. Йәш ғаилә иренең тыуған ауылы Оло Ыҡтамаҡта төпләнә. Бында ул үҙәк дарыуханала 35 йыл фасовкалаусы булып эшләй. Дарыу препараттары менән дарыухананы ғына түгел, райондың барлыҡ дауаханаһы һәм фельдшер пункттарын тәьмин итәләр. Продукцияны Сулея станцияһынан барып ала, йөктө машинаға үҙе тейәй. Анфиса Федоровнаның фотоһүрәте “Почет таҡтаһы”на индерелә. Почет грамоталары менән бүләкләнә, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы алдынғыһы” исеменә лайыҡ.
Тормош иптәше менән өс улдарын хеҙмәт яратыусан, әҙәпле итеп тәрбиәләп үҫтерәләр, белем бирәләр.
Уның ҙур һәм йыйнаҡ йортонда һәр ваҡыт йылы һәм йәмле. Беҙҙең ҡайтыуыбыҙға шатланып, ҡыуанып тора, иң тәмле ризыҡтарын бешереп көтөп ала, ярата һәм иркәләй. Ә беҙ, балалары, һәр яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ.
Шундай тыйнаҡ, изге күңелле беҙҙең яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ. 80 йәшлек матур байрамын билдәләгәндә уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, алдағы көндәре ҡояшлы булыуын һәм тик шатлыҡлы хәл-ваҡиғаларға бай булыуын теләйбеҙ.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!
Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Хеҙмәттән йәм табып йәшәй
Хеҙмәттән йәм табып йәшәй
Автор:Айгуль  Шарапова