Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
10 Август 2021, 13:35

Бар шатлығы, бар бәхете – ғәзиз балалары

Һабанаҡ ауылынан хөрмәтле ағинәй, хеҙмәт ветераны һәм герой-әсә Фәниә Ҡасимова ошо көндәрҙә 80 йәшлек юбилейын билдәләне.

Бар шатлығы, бар бәхете – ғәзиз балалары
Бар шатлығы, бар бәхете – ғәзиз балалары

Ул 1941 йылдың 9 авгусында Борғатъя ауылында Өмөгөлсөм Ғәлиәсҡәр ҡыҙы һәм Мостафа Хәким улы Хәкимовтар ғаиләһендә донъяға килә. Мәләкәҫ мәктәбен тамамлап, колхозда эшләй, быҙауҙар ҡарай.
1960 йылда йәш ҡыҙ яҙмышын Һабанаҡ ауылы егете Тимерғәзи Әфләтун улы менән бәйләй. Матур ғаилә ҡороп, өй һалып сығалар, ҙур хужалыҡ булдыралар. Донъялары көйлө, өй эсе һәм йорт тирәһе таҙа, бөхтә була һәр ваҡыт. Дүрт улға һәм ике ҡыҙға ғүмер биреп, бар йөрәк йылыларын уларға бүләк итеп үҫтерәләр, ауырлыҡты еңергә, был донъяның матурлығын һәм сафлығын күрергә өйрәтәләр. Быларҙың барыһы өсөн дә бөгөн балалары уларға рәхмәтле.
Тимерғәзи Әфләтун улы бар хеҙмәт юлын ауыл хужалығына бағышлай – алдынғы механизатор була. Ғаилә архивында ҡәҙерләп һаҡланған күп һанлы грамоталар һәм рәхмәт хаттары ошо хаҡта һөйләй. Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, улдарының барыһы ла аталарының юлынан китә. Бер нисә йыл Тимерғәзи Ҡасимов өс улы менән бергә колхозда эшләй. Ә кистәрен, барыһы ла бергә йыйылғас, улар кемдең күпме иген урғанын, күпме ер һөргәнен кемуҙарҙан һөйләйҙәр.
Колхозда 23 йыл эшләгәндән һуң, Фәниә Мостафа ҡыҙы мәктәпкә йыйыштырыусы булып урынлаша һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда хеҙмәт итә. Бында ла уға еңелдән булмай: үҙе утын яра, һыу ташый, ҡыштарын мейес яғыу өсөн иртәнге сәғәт биштән эшкә килә.
Ҡасимовтар үҙ-ара аңлашып 50 йыл ғүмер кисерә. Ҡыҙғанысҡа күрә, 11 йыл элек ғаилә башлығы яҡты донъяны ҡалдырып китә. Фәниә Мостафа ҡыҙына тағы ла бер оло һынауҙы үтергә тура килә: биш йыл элек улын юғалта. Әммә ул ауырлыҡтар алдында һынмай, рух ныҡлығын һаҡлап, матур итеп донъя көтә.
Оло йәшкә еткән ағинәй бөгөн үҙенең йәшәү көсө, уңғанлығы, тәрән аҡылы менән һоҡландыра. Ул биш намаҙын ҡалдырмай уҡый, бик тәмле итеп аш-һыу әҙерләй, бәйләмдәр бәйләй, яратып-һөйөп гөлдәрен үҫтерә. Йәшелсә-емешкә бай һәм сәскәләргә күмелеп ултырған баҡсаһын һәр ваҡыт таҙа тота. Ә эш араһында алмаз мозаикаһын йыя. Мәсеткә йөрөй, уның тирә-яғын төҙөкләндереү, таҙартыу буйынса өмәләрҙә ҡатнаша. Мәсет тирәһен кәртәләүгә төҙөлөш материалдары алғанда ла ситтә ҡалмай – финанс ярҙам күрһәтә.
Бөгөн Фәниә Мостафа ҡыҙы биш балаһының һөйөү-хөрмәтен тойоп йәшәй. Хужалыҡ тарҡалғандан һуң, улдары вахта ысулы менән йөрөп эшләүҙәрен дауам итә. Ҡыҙы Фәғилә 33 йыл район гәзите редакцияһында корректор-оператор булып эшләй. Фәнилә бар ғүмерен медицинаға бағышлай. Уның хеҙмәт стажы – 37 йыл. Әйтергә кәрәк, апалы-һеңлеле бер туғандарҙың икеһенең дә фотоһүрәттәре райондың “Почет таҡтаһы”на индерелә. Бөгөн Фәниә апайҙың 22 ейән-ейәнсәре, 20 бүлә-бүләсәре бар.
– Мин бәхетле: балаларым – янымда. Шунан да ҙурыраҡ шатлыҡ бармы әсә өсөн?! – ти юбиляр.

Бар шатлығы, бар бәхете – ғәзиз балалары
Бар шатлығы, бар бәхете – ғәзиз балалары
Автор:Айгуль  Шарапова