Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
10 Август 2021, 14:20

Ҡартайма әле, әсәй, ҡартайма әле, Һин бит беҙҙең йөрәк йылыһы

Әсәй. Был һүҙ барлыҡ телдәрҙә лә бер төрлө яғымлы яңғырай. Иң изге йөрәк, иң наҙлы ҡулдар – әсәләрҙә. Уның оло йөрәгендәге балаларына булған һөйөүе бер ҡасан да һүнмәй.

Ҡартайма әле, әсәй, ҡартайма әле, Һин бит беҙҙең йөрәк йылыһы
Ҡартайма әле, әсәй, ҡартайма әле, Һин бит беҙҙең йөрәк йылыһы

Йәйҙең иң йәмле, матур көндәрендә әсәй-өләсәйебеҙ Ира Абдулхай ҡыҙы Ғатауллина оло ғүмер байрамын – 70 йәшлек юбилейын ҡаршылай.
Ҡәҙерлебеҙ Айып ауылында Тәнзилә һәм Абдулхай Хафизовтарҙың айбруйлы ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килә. Аҡыллы, уңған, тәрбиәле булып үҫә ул.
Үҫеп буй еткергәс, ошо уҡ ауыл егете Ишмулла Зәғәфуран улына кейәүгә сыға. Әсәйебеҙ һөйөклө тормош иптәше менән дүрт малай һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Бөгөн әсәйебеҙ туғыҙ ейән-ейәнсәре, өс бүлә-бүләсәре араһында сәскә кеүек балҡып ултыра.
Әсәйебеҙ – иң ҡәҙерле кешебеҙ. Уның изге күңелендә, йөрәгендә ҡояш йылыһы балҡый. Ғаилә усағын һаҡлап, йәмле йортобоҙҙо тәртиптә тота ул. Тыуған йортҡа ҡайтып, әсәй менән бер сынаяҡ сәй эсеү – иң ҙур бәхет.
Ҡәҙерле әсәй, өләсәй! Матур тыуған көнөңдә бар теләктәрең ҡабул булһын. Һиңә таҙалыҡ, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ.
Сикә сәскәйҙәрең ағарҙы, тимә,
Уйлама, әсәй, ҡартлыҡ тураһында.
Болонда үҫкән сәскәләр кеүек
Йыйылдыҡ, әсәй, һинең яныңа.
Ҡартайма әле, әсәй, ҡартайма әле,
Һин бит беҙҙең йөрәк йылыһы.
Үтә ғүмерҙәр тип, ҡайғырма әле
Беҙгә әле гөрләп йәшәйһе.
Бишек йырҙарын беҙгә йырланың,
Үҫтерҙең, әсәй, һөйҙөң, наҙланың.
Таралыштыҡ беҙ төрлө яҡтарға,
Беҙ бит әле лә рәхмәтле һиңә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ишмулла,
балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.

Ҡартайма әле, әсәй, ҡартайма әле, Һин бит беҙҙең йөрәк йылыһы
Ҡартайма әле, әсәй, ҡартайма әле, Һин бит беҙҙең йөрәк йылыһы
Автор:Айгуль  Шарапова