Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
2 Август 2021, 14:15

Ғүмер көҙҙәренә – йомарт күңел менән

Дөйөм кешелек ҡиммәттәрен гел алға һөрөп, намыҫ һәм ил ҡушҡанса эшләп, йәшәп, һәр яҡлап өлгө булған өлкән быуын вәкилдәре күңелдә сикһеҙ һоҡланыу хисен уята.

Ғүмер көҙҙәренә – йомарт күңел менән
Ғүмер көҙҙәренә – йомарт күңел менән

Был мәҡәләбеҙҙең геройы – хөрмәтле юбиляр, Дыуан-Мәсетле ауылында йәшәүсе Рәфис Вәлиев – Совет осоронда юғары рухта тәрбиәләнеп, намыҫ һәм ғәҙеллек төшөнсәләренә хыянат итмәйсә лайыҡлы хеҙмәт һәм тормош юлы үткән кеше.
Ул 1941 йылдың 1 авгусында, ҡыҙыу ураҡ мәлендә, колхозсы ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә.
– Мине яландан күрше әбей күлдәгенең итәгенә төрөп алып ҡайтҡан, – тип һөйләй ул.
Ете класс тамамлағандан һуң, колхозда эш башлай. Ҡулына паспорт алғас, Һатҡы ҡалаһының һөнәрселек училищеһына уҡырға инә.
– Паспорт алырға Оло Ыҡтамаҡ ауылына ялан аяҡ йәйәү киттек. Ҡайтып етергә хәл ҡалманы, бер күпер төбөнә кереп ҡундыҡ, – тип хәтерләй ул.
Училищены тамамлағас, Һатҡы ҡалаһында заводҡа тимерсе булып эшкә урынлаша. Әммә атаһы улының сит яҡтарҙа эшләп йөрөүенә риза булмай һәм колхозға эшкә ҡайтарта.
Тиҙҙән Рәфис Минйән улын армия сафтарына алалар. Польшала танк төҙәүсеһе булып хеҙмәт итә.
Тыуған яғына ҡайтыу менән яңынан эшкә тотона. 30 йылдан ашыу “Комсомолец” колхозында хеҙмәт итә. Тимерсе лә, умартасы ла, ат ҡараусы ла, ревизор ҙа, ҡыр станында ашнаҡсы ла була. Ниндәй генә вазифала эшләмәһен, бурысын еренә еткереп башҡара. Күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн күп һанлы грамоталар, рәхмәт хаттары һәм бүләктәр менән наградлана. “Хеҙмәт ветераны” миҙалына ла лайыҡ.
Эйе, яңы эштәргә дәрт итеп тотоноп, айырым уңыштарға өлгәшеү өсөн был тормошта ышаныслы арҡа терәүсең булыуы ла мөһим. Хеҙмәт батыры 45 йыл инде ҡатыны Роза Әхмәт ҡыҙы менән ғүмер йомғағын бергә һүтә. Улар дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә биргән, һөнәри белем алырға ярҙам иткән. Улар ете ейән-ейәнсәргә бәхетле олатай һәм өләсәй. Вәлиевтар бөгөн дә ҡош-ҡорт ҡарап, баҡса үҫтереп донъя көтәләр, балала-рына, ейән-ейәнсәрҙәренә кәңәшсе, терәк булып торалар.
Юбилярҙың ғүмер көҙҙәренең күктәре артабан да салт аяҙ булһын, һөйөклө балалары уңыштары менән генә һөйөндөрөп торһон!

* * *

Дыуан-Мәсетле ауылында йәшәүсе тормош иптәшем, атай-олатайыбыҙ РӘФИС МИНЙӘН улы ВӘЛИЕВ матур тормош байрамын – 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Ошо күркәм көн уңайынан уны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, донъяла булған барлыҡ изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Артабанғы йылдарыңда шатлыҡ-ҡыуаныстар, күркәм байрамдар һәм эргәңдә яҡындарың булһын.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә ҡартлыҡта!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше Роза,
балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

 

Ғүмер көҙҙәренә – йомарт күңел менән
Ғүмер көҙҙәренә – йомарт күңел менән
Автор:Айгуль  Шарапова