Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
15 Июнь 2021, 15:00

Һоҡланырлыҡ династия

“Мәктәп йылдары – иң бәхетле, ҡабатланмаҫ миҙгел. Ауыр замандар булһа ла беҙҙең белемгә ынтылышыбыҙ көслө ине”, – тип һанай Гөлдәр Сабир ҡыҙы Рәхимова. Ошо дәүерҙә уҡытыу-сы булыу хыялы тыуа ла инде.

1943 йылда район үҙәгендә асылған лагерҙа ял итә Гөлдәр Сабир ҡыҙы (балаларҙы үлемдән алып ҡалыу өсөн ойошторола лагерь). Ошонан һуң хыял осҡоно тағы ла нығыраҡ дөрләй. Был уйҙар уны Мәсәғүт педагогия училищеһына алып килә. Ләкин училищены юғары уҡыу йортона әйләндереү сәбәпле, Гөлдәр Сабир ҡыҙы уҡыуын Темәстә дауам итә һәм 1951 йылда тамамлап, Учалы районының Рысай мәктәбендә эшләй башлай. Ике йыл уҡытҡандан һуң, Аҙанғол ауылы егете Рәүил Мәғәфүр улы менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. 1953 йылда Тайыш мәктәбенә килеп, Рәүил Мәғәфүр улы – физика һәм математика фәнен, Гөлдәр Сабир ҡыҙы башланғыс кластарҙа уҡыта башлайҙар. Үҙ һөнәрҙәренә ғашиҡ ике белгес бар теләктәрен, көстәрен һалып эшләй.
Йылдар үтә тора. Ике йәш йөрәк тормошто яратып, бер-береһенә терәк булып йәшәй, эшләйҙәр. Улар аҡыллы, уңған биш балаға ғүмер бүләк итәләр: ғаиләлә дүрт ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләнә. Оло ҡыҙҙары Рәмилә: “Беҙ бала саҡта атайым гармунда, әсәйем мандолинала уйнап, биш баланы теҙеп ҡуйып, бейетә, йырлата инеләр. Сәнғәткә һөйөү атай-әсәйебеҙҙән килгән. Ике ҡыҙы һәм улы баянда ла, гармунда ла уйнарға өйрәнә һәм музыка менән айырылғыһыҙҙар”, – тип уйҙары менән бүлешә.
Рәмилә Рәүил ҡыҙы 39 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә биргән. Ул – РФ, БР мәғариф алдынғыһы. Һеңлеһе Рәүилә лә апаһынан ҡалышмай, ул да БР мәғариф алдын-ғыһы, хеҙмәт стажы иһә 36 йыл тәшкил итә. Разия, Рамида ҡыҙҙары, Рәмил улдары ниндәй генә эштә эшләһәләр ҙә үҙҙәрен һәр саҡ намыҫлы, эшһөйәр итеп күрһәттеләр, уларҙың хеҙмәте юғары баһаланды. Барыһы ла ныҡлы, матур тормош ҡороп, намыҫлы эшләп хаҡлы ялға сыҡтылар.
“Уҡытыусы һөнәре ҡатмарлы ла, үтә яуаплы ла. Ысынлап та был хазинаны бер ниндәй бизмәнгә һалып үлсәп булмай. Балаларҙың һәм хеҙмәттәштәреңдең, ата-әсәләрҙең һәм ауылдаштарҙың күркәм мөнәсәбәте – минең хеҙмәтемә иң ҙур баһа. Балалар менән эшләү өсөн үҙең уҡытҡан фәндәрҙе генә белеү етмәй, һин яҡшы психолог та, артист та, баланың уйын, киләсәген белеп-һиҙеп тороусы күрәҙәсе лә булырға тейешһең. Шул ваҡытта ғына бала һәм уҡытыусы араһында күҙгә күренмәгән ептәр аша бәйләнеш барлыҡҡа килә. Уҡыусыларымда тормош юлдарында аҙашмай, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырлыҡ көслө, ыңғай сифаттар тәрбиәләргә тырыштым. Уларҙың һәр ҡайһыһын уңышлы, бәхетле итеп күргем килде”, – ти Гөлдәр Сабир ҡыҙы.
Уҡытыусының өйөнән уҡыусылар өҙөлмәй. Күмәкләп тә, берәмләп тә килеп, һөйләшеп-серләшеп, хәл белешеп китәләр. Телефон аша ла аралашып торалар. Ҡатмарлы тормош юлында юғалмай, үҙ һуҡмағынан тура барған, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтергән уҡыусыларына ҡарап ҡыуанып йәшәй Гөлдәр Сабир ҡыҙы. Ә үҙенең 12 ейән-ейәнсәре, 16 бүлә-бүләсәренә һоҡланмаған көнө юҡ.
Шулай итеп, уҡытыусылар династияһының дөйөм стажы 150 йылға яҡын, ә шуның 100 йылы Тайыш мәктәбенә тура килә. Бер ғаиләнән – дүрт уҡытыусы. Сая рухлы, тырыш, егәрле, бер ниндәй ауырлыҡтар алдында ла баш эймәгән кеше генә үҙ эшенең оҫтаһы була. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр.
Быйыл Гөлдәр Сабир ҡыҙы 90 йәшен ҡаршы алырға әҙерләнә. “Уҡыу-сыларыма күңел йылыһы бирә алыуым менән сик-һеҙ бәхетлемен. Тимәк, 90 йыл ғүмерем бушҡа үтмәгән”, – ти ул.
Рәмилә МӨХӘМӘТЙӘНОВА.