Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
15 Июнь 2021, 11:30

Күпме ғүмер үткән һиндә

Юбилейың менән, мәктәбем!Мәктәп йылдары – кеше ғүмеренең ҡабатланмаҫ матур бер миҙгеле. Һәр бала өсөн мәктәп – белем усағы, тыу-ған йорто, ҡанат нығытыр ояһы. Мәктәп – тыуған ер йылыһын биреүсе, бала саҡ һәм үҫмер йылдар иҫтәлеген һаҡлаусы, йылдар дауамында үҙенә саҡырып, ололап ҡаршы алыусы изге йорт ул. Мәктәп – ауылдың йөрәге, уның йөҙө.

Мәктәптең үткәне, уның бер быуатлыҡ тарихы хаҡында башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәмилә Мөхәмәтйәнова һөйләй:
– Тайыш ауылында мәктәп 1921 йылда Ғәйфулла Фәрхетдиновтың буш өйөндә асыла. Беренсе уҡытыусылар Миндинур Сисәнбаева, Әхәт Ниғмәтуллин, Ғимран Таһиров, Ғәүнетдин Фәрхетдинов балаларға арымай-талмай белем бирәләр.
1923 йылда мәктәпкә беренсе класҡа 8 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар уҡырға килә. Был башланғыс мәктәп төҙөлөү осоро. Наҙанлыҡты бөтөрөү өҫтөндә ал-ял белмәй, бар көстәрен, тырышлыҡтарын һалып эшләгән, бер класта иллешәр бала уҡытҡан хөрмәтле уҡытыусылар алдында баш эйәбеҙ. Ауыр йылдар булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ белемгә ынтыла һәм 1934 йылда ололар өсөн киске мәктәп эшләй башлай. Уҡытыу башҡорт телендә алып барыла, ләкин ғәрәп, латин һәм рус телдәре лә өйрәтелә. 1951 йылда мәктәп 7 йыллыҡҡа күсә. Тайыш, Аҙанғол, Аҡҡын, Төрөпкилде ауылдары балалары ошонда уҡый башлай. 1957 йылда белем усағы 8 йыллыҡҡа әйләнә.
Төрлө йылдарҙа директор вазифаһын башҡарған, мәктәп коллективы менән оҫта етәкселек иткән директорҙарҙы ла иҫкә алып китке килә: Б. М. Са-биров (1956-1957), Р. Р. Рәхимов (1957-1958), М. М. Шабанов (1960-1961), Х. Х. Хәйерзаманов (1961-1963), Р. М. Әхтәров (1963-1964), К. М. Мустафин (1964-1973), Г. Л. Диникаева (1973-1978), Б. Б. Шафиҡов (1978-1979), Н. М. Мофазалов (1979-1986), С. Р. Ҡәҙербирҙин (1986-1999), Р. Х. Кашапова (1999-2000), Ю. Б. Яҡупов (2000-2014). Ҡайһы йылдарҙа эшләүгә ҡарамаҫтан, уларҙың һәр береһе мәктәпте үҫтереү, балалар тәрбиәләү өсөн күп көс һалған.
Һәр уҡыусы ныҡлы белем, яҡшы тәрбиә алып, көс туплап, осар ҡанаттарын нығытып китә тыуған йортонан.
Берәүҙәре вуз ишеген барып шаҡый,
Берәүҙәре һалдат булып илде һаҡлай,
Берәүҙәре табип булып шифалы нур бөркә,
Берәүҙәре төҙөлөштә эшсе исемен йөрөтә,
Берәүҙәре белем бирә балаларға,
Берәүҙәре нигеҙ һала ҡалаларға,
Берәүҙәре гәзит-журнал сығаралар,
Был тормошта үҙ юлдарын һала улар.
Ҡайҙа ғына эшләмәй, ниндәй генә үрҙәр яуламай беҙҙең мәктәпте тамамлаусылар. Улар араһында билдәле шәхестәр С. Х. Баһауетдинов, Раил һәм Радик Миндибаевтар, Ю. Ғ. Байрамғолов, И. И. Вәлиев, М. Р. Ғәниев, С. Р. Ҡәҙербирҙин, Ә. Ә. Кәлимуллина һәм башҡалар бар.
Мәктәп асылғандан алып уны яҡынса 1400 уҡыусы тамамлаған. Мәктәп тупһаһын атлап кергәндән алып, ҙур тормошҡа оҙатып һуңғы ҡыңғырау сыңлаған көнгә тиклем бала менән һәр саҡ йәнәш уҡытыусы атлай. Күпме кешенең күңеленә изгелек орлоҡтары, юйылмаҫ эҙ һәм һуҡмаҡ һала ул.
Ил ҡарты ла Һеҙгә баш эйеп,
Уҡытыусы, тип ҙурлап өндәшә.
Йәштәр Һеҙҙән матур өлгө алып,
Күркәмлектә Һеҙгә тиңләшә.
Тайыш мәктәбен тамамлап, үҙҙәре лә уҡытыусы исеменә лайыҡ булған Сәлимйән Ҡәҙербирҙин, Гөлзида Диникаева, Зәлифә Ғәлимова, Сәмәрйә Ғәйнуллина, Лиза Хисмәтуллина, Наил Фәхриев, Миләүшә Фәттәхова, Айһылыу Муллабаева, Рәмилә Мөхәмәтйәнова ошо уҡ мәктәптә күп йылдар сабыйҙарға аң-белем өләшәләр.
Фәрдиә Әбүбәкерова, Мәрхәбә Вәлиева, Рәмзиә Кашапова, Гөлфинур Фәтихова, Рөстәм Фәттәхов, Миләүшә Мос-тафина, Айһылыу Муллабаева, Миләүшә Фәттәхова, Наил Фәхриев, Юлай Яҡупов, Рәмилә Вәхитова, Рәмзиә һәм Руслан Рамазановтар, Зилә Ниязова тураһында тик йылы иҫтәлектәр генә һаҡлана. Беҙ уҡытыусыларҙың ауыр һәм яуаплы хеҙмәтен ихтирам итәбеҙ.
2008 йылда Тайыш ауылында ҙур, шатлыҡлы ваҡиға булды. Ике ҡатлы, заманса йыһазландырылған яңы социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлдө. Мәктәп һалыуҙа директор Юлай Баҡый улы Яҡуповтың тырышлығы һәм роле ҙур. 2000 йылдан алып эшләү дәүерендә ул үҙен оҫта етәксе һәм ойоштороусы итеп күрһәтте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар һаны кәмеү сәбәпле, 2014 йылда мәктәп башланғыс белем биреү мәктәбенә үҙгәртелде. Бөгөн белем йортонда 9 ғына бала уҡый. Аҙ булыуҙарына ҡарамаҫтан, һәр байрамды гөрләтеп үткәрәләр, һәр сарала әүҙем ҡатнашалар. Ғөмүмән, белем алырға уҡыусылар ҙур теләк һәм ҡыҙыҡһыныу менән йөрөй!
100 йыл... Бер быуат... Быйыл мәктәптең оло юбилейы.
100 йәш тулды мәктәбемә! Ҙур юбилей!
Күпме ғүмер үткән һиндә,
Нисә быуын белем алған,
Күпме күңелдәр ағарған,
Бары яҡты уйҙар ҡалған.
Юбилейың менән, мәктәбем!
Тайыш мәктәбен тамамлаусыларҙы, ошонда уҡытып киткән уҡытыусыларҙы 19 июндә юбилей кисәһенә саҡырабыҙ. Килегеҙ, осрашығыҙ, хәтирәләр яңыртып, бала саҡ һуҡмаҡтарынан үтегеҙ. Байрамға рәхим итегеҙ!