Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
15 Июнь 2021, 16:00

Беҙҙең хәтерҙә...

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ваҡытында булған 1921-1922 йылдарҙағы аслыҡ беҙҙең Тайыш ауылын да урап уҙмай. Илебеҙ кисергән ҡоролоҡ та, оҙайлы граждандар һуғышы һөҙөмтәһе лә ауылыбыҙ крәҫтиәндәренең иңенә күтәрә алмаҫлыҡ йөк булып ята. Шул йылдарҙың шаңдауы булып ауылыбыҙ ситендә урынлашҡан ҙур ҡәберлек тора. Ҡәберлек күпселек ауылдаштар өсөн бер билдәһеҙ урын. Сөнки арала – 100 йыл.

Өлкән быуын кешеләренең хәтерендә, аҡһаҡалдар бәйән иткән мәғлүмәт буйынса, ҡәберлектә 42 билдәһеҙ ауылдашыбыҙ ята. Ни өсөн бер генә ҡәберлек тигән һорау тыуа. Сөнки ҡышҡа ҡарай был афәт киң ҡолас ала. Кешеләр күпләп ҡырыла башлай, ә ерләргә аслы-туҡлы йәшәгән халыҡтың хәле булмай. Ҡыш бик һыуыҡ була. Шунлыҡтан мәйеттәрҙе буш мәгәзәйгә һалып торғандар. Яҙ етеп, ер ирегәс, хәллерәк кешеләр йыйылып, йомшағыраҡ урында зыярат эргәһенә ҙур ҡәбер ҡаҙыйҙар һәм 42 кеше шунда ерләнә.
Рәсүл Әбүбәкеров һөйләүенсә, был ҡәберлекте 1971 йыл Ғәтиәтуллин Ғәйфулла исемле бабай (уның атаһы бында ерләнгән була) Златоуст ҡалаһында эшләтеп алған тимер рәшәткә менән уратып ала. Быға тиклем ҡәберлектең теүәл генә урыны ла билдәһеҙ була. Ғәйфулла бабай ҡаҙыу эштәре алып бара һәм ҡәберлек урынын табып, билдәләп ҡуя. Был осорҙа ул күпләп бал ҡорто ҡарап, бал һатып, ошо тимер рәшәткәгә аҡса йыя. Ауылдаштары уны яҡын итеп “Балҡарттай” тигән ҡушамат тағалар. Сөнки бөтә урам балаларын йыйып бал ашата, үҙе бик уҡымышлы ла була. Балаларҙы үҙе күргән-белгәндәрен һөйләп әүерәтә.
Бөгөнгө көндә бына ошондай аҙ өйрәнелгән тарихы булған ҡәберлекте Тайыш ауылы халҡы тәртипкә килтереп, рәшәткәләрен буятып, хәтер таҡтаһы урынлаштырып ҡуйҙы. Был фажиғәне оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Сөнки ул – беҙҙең тарих. Быны һәр яңы киләсәк быуын белергә тейеш. Тарихыбыҙҙың билдәһеҙ биттәрен асып, өйрәнеп, киләсәккә тапшырыу – беҙҙең бурыс.
19 июндә Тайыш мәктәбенең 100 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур байрам буласаҡ. Шул көндө мәрхүмдәрҙең рухына аят бағышлап, иҫкә алыу сараһы планлаштырыла.
Фәрдиә Әбүбәкерова.