Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
8 Июнь 2021, 16:15

Бәүелтеп йөрәгең түрендә, үҫтерҙең ҡәҙерләп һин беҙҙе

Ошо көндәрҙә беҙҙең әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ Йәнүфә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Хәбибуллина 80 йәшлек оло юбилейын билдәләй.

Йәнүфә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Хәбибуллина 1941 йылдың 9 июнендә Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә ун беренсе бала булып тыуған. Бала сағы ауыр һуғыш, һуғыштан һуңғы йылдарға тура килә. Әсәйебеҙ – иң бәләкәйе. Ата-әсәһенең терәге, таянысы була.
Иҫке Ҡыбау урта мәктәбен тамамлағас, Түбәнге Ләмәҙ мәктәбенә өлкән пионервожатый итеп эшкә алалар. Бер йыл эшләгәндән һуң, Өфөгә барып педагогия училищеһына уҡырға инә. 1964 йылда Мәсетле районы Һабанаҡ ауылына башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә. Ошо ауыл егете Винир Зәбихулла улы менән танышып, 1965 йылда матур ғаилә ҡороп ебәрәләр. Бер ул һәм өс ҡыҙ үҫтерәләр. Бөтә балаларына матур тәрбиә, белем бирәләр.
Улы Юнир менән килене Гүзәл Иглин ҡасабаһында матур итеп донъя көтәләр. Ҡыҙҙары Инера, Лилиә, Алия әсәһенең юлын һайлап, төрлө төбәктәрҙә балаларға белем, тәрбиә бирәләр. Әсәйебеҙ хаҡлы ялға сыҡҡансы Һабанаҡ мәктәбендә балаларға химия, биология фәненән белем бирҙе. Мәктәп яны участкаһының алыштырғыһыҙ етәксеһе булды. Әсәйебеҙҙең хеҙмәте бик күп грамоталар менән баһаланған, хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булды.
Йәнүфә Ғөбәйҙулла ҡыҙы асыҡ йөҙлө, алсаҡ, изге күңелле. Яҡты ҡарашы менән кешеләрҙе үҙенә тартып тора. Кешеләр унан кәңәш һорап килһәләр, уларға изге теләктәрен, фатихаһын биреп оҙатып ҡала. Хәҙер ул дин юлында. Биш намаҙын ҡалдырмай. Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә таяныс та, кәңәшсе лә, терәк тә.
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ! Бөгөн һинең өсөн дә, беҙҙең өсөн дә яҡты, ҙур байрам. Ер йөҙөндә әсәйҙән дә яҡын, әсәйҙән дә рәхимле, мөхәббәтле, әсәйҙән дә оло йәнле кеше юҡтыр. Һиңә булған рәхмәттәребеҙҙе, күңелдәге теләктәрҙе һүҙ менән генә әйтеп бөтөрөрлөк түгел. Үҫтерҙегеҙ, кеше иттегеҙ, беҙгә йәшәү нуры биргәнең өсөн Аллаһ Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын!
Ҡыҙы Лилиә МӨХӘМӘТОВА,
Һабанаҡ башланғыс мәктәбе мөдире.