Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
6 Июнь 2021, 09:15

Мәғариф алдынғыһы

Ғәлимов Әнүәр Лотфулла улы 1951 йылдың 6 июнендә Ғәлимовтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға ауаз һала.

Тырыш, аҡыллы, бөтә фәндәрҙе лә төплө белем менән Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алған егет, күп уйлап тормай, атаһы һәм ағаһы юлынан китә. Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетына документтарын тапшыра.
Әйткәндәй, атаһы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны – Лотфулла Ғәлим улы ла мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы була. Ҡатыны Таһура Яланбай ҡыҙы менән һоҡланғыс ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Икеһенә лә юғары белем алыуҙа ярҙам итәләр.
Ағаһы Әкрәм Лотфулла улы 40 йылдан ашыу мәктәптә балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирҙе. Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ. 10 йыл (1990 йылдан алып 2020 йылға тиклем) Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә директор вазифаһын башҡарҙы.
Әнүәр Лотфулла улы һайлаған һөнәренә тоғро ҡалды. 34 йыл мәктәптә тырышып эшләне. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ булды. СССР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, район мәғариф бүлеге, район профсоюз комитеты ойошмаһы грамоталары менән бүләкләнде. Ҡатыны Рәхимә Шаһит ҡыҙы, еңгәһе Зөһрә Мөнир ҡыҙы ла – һоҡланғыс педагогтар. Ҡыҫҡаһы, ғаилә династияһы 135 йыл тәшкил итә.
Әнүәр Лотфулла улы менән Рәхимә Шаһит ҡыҙы ике ул тәрбиәләп үҫтер-ҙеләр. Уҡытыусы һөнәрен һайлаған улдары Азамат һәм Алмаз уларҙың эшен дауам итә. Мәғариф өлкәһендә тырышып эшләп йөрөйҙәр, өйләнеп, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерәләр.
Ҡотош ауылының йәме, күрке булып йәшәй Ғәлимовтар. Һәр саҡ халыҡ араһында, оло ихтирамға лайыҡ ғаилә.
Хөрмәтле коллегаларыбыҙ, педагогик хеҙмәт ветерандары ӘНҮӘР ЛОТФУЛЛА улы ҒӘЛИМОВты – 70 йәше, ГӨЛНАЗ РАДИК ҡыҙы ЙӘНТҮРИНАны 60 йәшлек юбилейҙары уңайынан ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы, бөтмәҫ дәрт, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, үҙҙәре уҡытып, тәрбиәләгән йөҙҙәрсә уҡыусыларының ихтирамын тойоп, ҡыуаныстарын, шатлыҡтарын күреп, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ.
Оло хөрмәт менән Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе етәкселеге,
профсоюз комитеты һәм уҡытыусылар коллективы.
* * *
Ҡотош ауылында йәшәүсе ӘНҮӘР ЛОТФУЛЛА улы ҒӘЛИМОВты 70 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Хөрмәтле класс етәксебеҙгә сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө, сикһеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ сәләмәтлек, бәхет
Юлдаш булһын Һеҙгә ғүмергә!
Ҡайнар сәләмдәр менән Ләмәҙтамаҡ урта
мәктәбенең 1994 йылғы сығарылыш уҡыусылары.