Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
1 Июнь 2021, 15:00

Бар ғүмере уның – хеҙмәт

1941 йылда йәйҙең тәүге айында, бар тәбиғәттең хуш еҫле сәскәләргә күмелгән иң матур мәлендә, Мөслим ауылында Асия Фәрхетдин ҡыҙы Йыһаншина донъяға килә. Тик уға бәхетле бала саҡ йылдарын татырға яҙмай.

Атай-әсәй наҙында иркәләнеп үҫер ваҡытта тыуған илгә фашистар ябырыла. Ул өс айлыҡ бала булып, атай йылыһын да татып өлгөрмәй, бишектә ятып ҡала – атаһы һуғышҡа китә. Бөйөк Ватан һуғышында Ленинград фронтында тормош иптәше хәбәрһеҙ юғалды тигән өсмөйөшлө хат алғас, йәшәү ауырлаша төшкәс, 1944 йылда әсәһе өс балаһы (әсәйем, уның апаһы һәм ағаһы) менән Теләш ауылына туғандары янына күсергә мәжбүр була.
Һуғыш балалары ошо ауырлыҡты, яуызлыҡты үҙ күҙҙәре менән күргән, кисергән кеүек, Асия Фәрхетдин ҡыҙының да тормош юлы ябай булмаған көндәлек хеҙмәт һәм хәстәрлектә уҙа. Көндөҙ әсәһе, туғандары менән колхозға, ҡырға эшкә сыға, кисен сана-арба менән утын ташый. Икмәктең һәр бөртөгө тәмен нисек татығанын ул әле лә әрнеп һөйләй.
Мәктәптә 7 класс тамамлағас, почта таратыусы булып эш башлай. 1961 йылда Ҡорғат ауылы егете Дамир Мөбәрәй улы менән матур ғаилә ҡороп, яңы йорт һалып сығалар. 50 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. Килен булып төшкән эшһөйәр, ихлас күңелле Асия Фәрхетдин ҡыҙы тиҙ арала ауыл халҡының хөрмәтен яулай. Ниндәй генә эштә эшләһә лә алдынғы рәттә бара. Күңеле һәр саҡ асыҡ, тын-ғыһыҙ хеҙмәткәр сит-яттарҙың да ҡайғыһына битараф ҡалмай, үҙ йөрәге аша үткәрә. Изгелек һәм шәфҡәтлелек – уға хас сифаттар.
2011 йылда ғаилә башлығы баҡыйлыҡҡа күсә. Ул тормош иптәшен юғалтыу ҡайғыһын оҙаҡ кисерә. Әммә тормош дауам итә.
Һәр әсә кеүек, ул да балалары минән яҡшыраҡ тормошта йәшәһен, тип теләй. Ауыр мәлдәрҙә лә түҙемле һәм сабыр булып, һәр нәмәнең тик яҡшы яғын ғына күрергә тырышҡан ҡатын балалары өсөн өлгө, үрнәк була. Балалары Дания, Ғәлиә, Фәриҙә, Марат, Булат яҡшы, хеҙмәтсән, етеш йәшәгән ғаиләлә үҫәләр, лайыҡлы белем алалар, ата-әсәһенең ярҙамын тойоп, хәҙер үҙҙәре лә үҙ аллы донъя көтөп, өләсәй-олатай булдылар. 8 ейән, 4 ейәнсәр артынан 4 бүләһе һәм 5 бүләсәре уңыштары менән һөйөндөрә. Асия Фәрхетдин ҡыҙы балаларының яратыуына, иғтибарына, хәстәренә төрөнөп бәхетле, матур ғүмер кисерә.
Ҡорғат ауылында йәшәүсе иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ – инәйебеҙ, әңкәйебеҙ АСИЯ ФӘРХЕТДИН ҡыҙы ЙЫҺАНШИНАны 80 йәшлек оло юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерле инәйебеҙ, был көн – беҙҙең барыбыҙ өсөн дә яҡты, илаһи ҙур байрам. Ер йөҙөндә һинән дә яҡын, рәхимле, мөхәббәтле, оло йәнле кеше юҡтыр. Донъяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, Иман нурын сәсеүсе лә һин. Һинең менән йырҙарыбыҙ моңло, тормошобоҙ йәмле. Изгелектәр генә йыйған оло йөрәгең, кәрәк саҡта биргән төплө һәм аҡыллы кәңәштәрең өсөн ҙур рәхмәт, ҡәҙерлебеҙ. Оҙон ғүмер, тән сихәте, һаулыҡ, күңелеңдәге йән йылыһы һүнмәй-һүрелмәй, йәшәү сығанағы булып ҡалыуыңды теләйбеҙ. Биш балаңдың, кейәү-килендәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, Хоҙай биргән ғүмерҙе ауырымай-һыҙлатынмай, шатлыҡ- ҡыуаныста, бәхетле йәшәргә яҙһын.
Тыуған көнөң менән һине, инәйебеҙ, күҙ нурыбыҙ!
Оло рәхмәт йөҙөнән һәм иң изге теләктәр менән
барлыҡ балаларың.