Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
24 Май 2021, 16:20

Ярты быуат бергә – үҙе ҙур бәхет

Әләгәҙ ауылынан Сажиҙә Мазһар ҡыҙы һәм Рәшит Нурулла улы Ҡушановтар 21 майҙа алтын туйҙарын билдәләй – нәҡ был көндө 50 йыл элек улар ғаилә ҡора.

Өләсәйем Сажиҙә һәм олатайым Рәшит Ҡушановтар бер класта уҡып белем алалар, әммә мәктәп йылдарында бер-берҙәренә күҙ һалмайҙар. Мәктәптән һуң Сажиҙә Мазһар ҡыҙы Салауат ҡалаһының медицина училищеһына уҡырға инә. Акушерка һөнәренә эйә булып, тыуған районына әйләнеп ҡайта һәм Әләгәҙ участка дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай.
Был ваҡытта Рәшит Нурулла улы Латвияла Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайта. Кистәрҙең береһендә ул уны – урам буйлап килгән оҙон толомло ҡыҙҙы – күреп ҡала һәм уның класташы икәнлеген шунда уҡ танымай...
Улар араһындағы дуҫлыҡ әкренләп ысын һөйөүгә әүерелә. Бер йылдан йәштәр гөрләтеп туй яһай.
Ғаилә башлығының хеҙмәт юлы “Мәсәғүт” совхозы менән бәйле: комсомол ойошмаһы секретары вазифаһында хеҙмәт юлын башлай, артабан газ менән иретеп йәбештереүсе булып эшләй.
Ҡушановтарҙың тырыш намыҫлы хеҙмәте тейешенсә баһалана: уларҙың күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары, төрлө кимәлдәге рәхмәт хаттары, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары бар.
Ғаиләне һөйөндөрөп ҡыҙ бала донъяға килә. Улар әсәйем Эльвираға, ҡыҙға шундай исем ҡушалар, тәрбиә биреп, белем алырға ярҙам итәләр. Әсәйем өләсәйем кеүек тормошон медицина менән бәйләй. Бөгөн мин дә улар юлын һайланым – Екатеринбург ҡалаһындағы медицина колледжында уҡыйым.
Өләсәйем менән олатайым уңғанлыҡтары менән айырылып тора: улар ғүмер буйы мал һәм йорт ҡоштары ҡараны, ҙур баҡса үҫтерәләр. Күршеләре, туғандары һәм ауылдаштары менән татыу йәшәйҙәр. Был изге күңелле ғаилә ауылын ярата, яҡшы ата-әсәләр.
Олатайым алмаз мозаикаһы менән мауыға. Уның коллекцияһында – төрлө тематикаға 10-дан ашыу картина. Өләсәйем Әләгәҙ ауыл клубы ҡарамағындағы үҙешмәкәр сәнғәт коллективында шөғөлләнә. Мин уларҙы бик яратам, хөрмәт итәм, ғорурланам.
Ейәнсәре Дилиә.
Ҡәҙерле әсәй-өләсәйем САЖИҘӘ МАЗҺАР ҡыҙы һәм атай-олатайым РӘШИТ НУРУЛЛА улы ҠУШАНОВТАРҙы ғаиләләренең оло байрамы – алтын туйҙары менән ҡотлайбыҙ. Был матур көндә уларға өйөбөҙҙә һәр ваҡыт һөйөү, үҙ-ара хөрмәт, йылылыҡ теләйбеҙ. Яҡындар һәм туғандар эргәһендә, бер-берегеҙгә терәк булып, беҙҙе һөйөндөрөп бәхетле йәшәгеҙ.
Беҙ һеҙ булғанға бәхетле! Һеҙ – беҙҙең ҡыуанысыбыҙ, тормош юлында ышаныслы терәгебеҙ!
Ҡотлау менән ҡыҙы һәм ейәнсәре.
* * *
Бөгөн Әләгәҙ ауылында йәшәүсе беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ САЖИҘӘ МАЗҺАР ҡыҙы һәм РӘШИТ НУРУЛЛА улы ҠУШАНОВТАР алтын туйҙарын билдәләй.
Ҡулға-ҡул тотоношоп тормош юлынан атлауығыҙға 50 йыл булып та киткән. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, сикһеҙ бәхет, ҡыҙығыҙҙың һәм ейәнсәрегеҙҙең хөрмәтен һәм һөйөүен тойоп оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ. Артабанғы тормош юлығыҙ мул, етеш, ҡыуаныслы булһын.
Беҙ һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ,
Ихтирамлы һеҙгә ҡарата.
Лайыҡ парҙарҙың һеҙ иң гүзәле,
Һеҙҙе күңел шуға ярата!
Ҡотлау менән туғанығыҙ Флүрә һәм уның балалары (Өфө ҡалаһы), Әхйәмовтар, Зинәтуллиндар, Саҙрыевтар, Камаловтар, Ғәлләмовтар (Үрге Ҡыйғы), Әхмәтшиндар, Эльмира һәм Искәндәр (Санкт-Петербург ҡалаһы).